Ауыл кешеләре ауыҙынан бик йыш бер үк һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Имеш, әртистәр ауылдан сыҡҡандарын оноталар… Аҡса артынан ғына ҡыуалар… Ҡайтмайҙар… Шуға ла ауыл мәҙәниәтһеҙ бер мөйөшкә әйләнеп бара.
Әнғәм Атнабай быға яуапты күптән яҙып ҡалдырған инде:
“… Бер мин генә түгел − башҡалар ҙа,
Барыбыҙ ҙа ахры шундайбыҙ:
Торған ҡалабыҙға ғашиҡ булып,
Тыуған ауылыбыҙҙы уйлайбыҙ”.
Ижад кешеләре тыуған ауылын онотһа, ҡулдан−ҡулға йөрөтөп уҡыла торған әҫәрҙәр ҙә, бер ишетеүҙә иҫтә ҡала торған яңы шиғырҙар ҙа тыумаҫ ине. Һағыныу хисе аша улар ауылдарын ысынбарлыҡтағыға ҡарағанда ла матурыраҡ итеп күрә әле. Аҡса мәсьәләһенә килгәндә, “йырсы” һәм “артист” тигән һөнәр барлығын аңларға ваҡыт инде, йәмәғәт. Табип − дауалай, уҡытыусы − дәрес бирә, артист − концерт ҡуя. Һәр хеҙмәт өсөн хаҡ түләнергә тейеш. Башҡа һөнәр кешеләренә хеҙмәт хаҡын дәүләт түләй. Ә бына сәнғәт өлкәһендә күптәр “ирекле йөҙөүгә” ҡалды. Рәсәйҙә мәҙәниәткә ниндәй иғтибар күрһәтелгәнен аңлар өсөн ярты сәғәт телевизор ҡаршыһында ултырыу ҙа етә. Мәҙәниәт, сәнғәтте тулыһынса шоу−бизнес “йотто”. Беҙҙең йырсыларҙы ла урап үтмәне ул. Шуға ла “моң” күптәр өсөн “көндәлек икмәк”кә әйләнде. Әммә бөгөн һүҙем ул хаҡта түгел. Әйтергә теләгән төп фекерем һуңғы шелтәгә ҡағыла. “Ҡайтмайҙар” тигәнгә яуап итеп шуны һорағым килә: ауылдарҙа йырсыларҙы кем көтә һуң бөгөн?
Күрмәй ҡалдыҡ, һиҙмәй ҡалдыҡ
“Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары” тураһындағы 131−се федераль закон ҡабул ителде. Уға ярашлы рәүештә, райондағы барлыҡ учреждениелар, шул иҫәптән мәҙәниәт йорттары менән клубтар ҙа, муниципалитеттар ҡарамағына күсте. Тиҫтә йылдар буйына тейешле аҡса бүленмәү сәбәпле, “таушалып бөткән” − ҡайһыһы капиталь ремонт талап иткән, ҡайһыһы бөтөнләй һүтеп ташларлыҡ хәлдәге биналары, иҫке аппаратуралары, хан заманынан ҡалған костюмдары менән күсте улар. Теләһә ни эшләтегеҙ − үҙегеҙҙеке. Ә ни эшләтә ала урындағы хакимиәт? Күҙ асып йомғансы һәр ауылда мәҙәниәт һарайы һалдырыр ҡөҙрәткә эйә алтын балығы юҡ бит. Мәҙәниәт өсөн генә тип махсус аҡса бүлеүсе лә юҡ. Урындағы хакимиәт дәүләт биргән дөйөм сумманан ҡайһы өлкәгә күпме аҡса бүлергә кәрәклеген үҙе хәл итә. Ә уның ҡарамағында клубтар ғына түгел, дауаханалар ҙа, китапханалар ҙа, мәктәптәр ҙә. Ултыралар инде шуға “итәк киҫеп, ең ямап”. 50−60−сы йылдарҙа иҫке склад бүрәнәләренән эшләнгән биналарға терәү ҡуйыуҙан ары китә алмайҙар. Ә “йырлап−бейеп йөрөргә ваҡыт юҡ әле, сәсеү өҫтөндә яғыулыҡты ҡайғыртырға кәрәк” тигән етәкселәр уныһын да эшләп тормай, “авария” хәлендәгеләренә йоҙаҡ ҡына элә. 50 хужалыҡтан да аҙыраҡ булған ауылдарҙа клуб тотоу файҙаһыҙ тип һанала бөгөн.
Сағыштырмаса һуңғараҡ төҙөлгән таш клубтар эшләүен дауам итә. Тик улары ла “үлер−үлмәҫ” хәлдә. Яҡты киләсәккә өмөтләнеп ныҡлы аҙымдар менән коммунизмға табан китеп барған быуын вәкилдәре, бер килеп, ауылдағы йәштәрҙе һанар өсөн ике ҡул бармаҡтарының да етәсәген белгәнме ни инде?..
− Клуб бәләкәйерәк булһа, йылытырға яйлыраҡ булыр ине, − тип уфтана ҙур клуб хужалары. − Сөнки йылыта алмай аҙапланалар. Быйылғы ҡыштың һыуыҡтары үҙәктәренә үтте. Торбалар туңмаһын тип төн уртаһында барып йылытып йөрөнөләр, әммә барыбер рәхмәт һүҙе ишетмәнеләр. Райондан йылылыҡҡа киткән сығымдар өсөн шелтәләйҙәр, ауыл халҡы эшләмәйһегеҙ тип ғәйепләй.
Элек клубтарҙа, директорҙан тыш, худругы, йыйыштырыусыһы булған. Бөгөн шуларҙың барыһын да бер кеше башҡарған осраҡтар ҙа бар. Һәм ауыл халҡы клубтың һыуыҡ булыуын да, байрамдарҙа асылмауын да, дискотекаларҙың түләүле булыуын да унан ғына күрә.
Ситтән ҡарағанда, күренеп ятҡан эше әллә ни түгел. Иртән килеп ишек асып ҡуя ла, йөрөй шунда: сәй эсәме, китап уҡыймы, бәйләм бәйләйме… Унан кисен бер килеп урай. Ә уртаса хеҙмәт хаҡы 3869 һум. Бар районда ла бер төрлө түгел түгеллеген, әммә барыбер ауыл ере өсөн ярайһы ғына аҡса алалар, шикелле.
Хеҙмәт хаҡы алыр өсөн генә таныш−белешлек буйынса клубҡа эшкә урынлашҡандар бар. Ауылда башҡа кеше булмағанлыҡтан, кем эләгә, шуны клуб мөдире итеп билдәләгән етәкселәр осрай.
Бер ауыл биләмәһе етәксеһе, завклуб итеп элекке ферма мөдирен билдәләнем, тип маҡтанып өнһөҙ ҡалдырғайны.
− Урлаша торған ғәҙәте бар. Һиҙеп ҡалдым да, бар әле шунда, мин әйтәм. Хәҙер, уның ҡарауы, бер нәмә лә урлай алмай. Нимә алһын инде буш һалҡын клубтан? − тине ул.
Урлай шул. Етәксе фатихаһы менән кешеләрҙең күңел байлығын урлай. Ә был һыйыр ауыҙынан өҙөп урланған бер тоҡ ем генә түгел инде…
Бындай кешенең клуб етәкләүен районда белмәй тип беләгеҙме? Мәҙәниәт бүлегендә хәбәрҙар түгел тип уйлайһығыҙмы?
Бер ауылда концерт алды ойоштороу эштәренә шаһит булырға тура килде. Күренекле артист килергә тейеш ине. Райондың мәҙәниәт бүлегенән рөхсәт һорамай ғына… Һалҡын ҡыш, оҙон юл − клубты йылытырға ла, йырсыларҙы сәй эсереү хәстәрен ҡайғыртырға ла кәрәк. Клуб хеҙмәткәрҙәре ары һуғылды, бире һуғылды − һөҙөмтәһеҙ. Сельсоветта аҡса юҡ, хужалыҡ рәйесе бирмәй. Ул, ғөмүмән, ауылдың мәҙәни−социаль тормошонан ситтә ҡалыуҙы хуп күрә. Бары тик концертҡа район хакимиәте башлығының киләсәге билдәле булғас ҡына хәлдәр үҙгәрҙе. Гөлдәре туңып бөткән клубты йылытыр өсөн мәҙәниәт бүлеге етәксеһе үҙе йылытҡыстар алып килде. Хужалыҡ рәйесе табын ҡорҙо: тултырылған ҡаҙ, ананаслы салат, алма−хөрмәләр − береһе лә ҡалмаған. Райондарҙа ауылдың мәҙәни тормошона булған мөнәсәбәттең бер сағылышы инде был. “Артист ҡайтҡанда” тип атала ул.
Ә ҙур артист ҡайтмағанда, “үҙ көстәре” менән концерт ойошторғанда нимәләр аша үтергә тура килә клубтағыларға, быныһын инде үҙҙәре генә белә. Бер бейеү костюмы 7−8 мең торғанда, яңы костюмдар һатып алыуҙы иң татлы төштәрҙә генә күреп булалыр. Ни эшләһендәр, бер тартһаң йыртылып китергә әҙер торған иҫкеләрен яңыртып тегергә ҡала. Аппаратура хаҡында һөйләп тораһы ла түгел. Кисәлә ҡатнашҡан һәр кешегә, исем өсөн генә булһа ла, бүләген алырға кәрәк, саранан һуң сәй табыны ойоштороп, рәхмәт әйтеү ҙә зарур. Берәй мәртәбә әлеге традиция онотолһа, икенсе ваҡыт ҡатнашыусыларҙың баш тартыуы ла мөмкин. Бигерәк тә ир−аттар. Тәнҡит һүҙе әйтеү тураһында уйлау ҙа юҡ. “Ҡайттым киттем булыр, ана тора йортом”, тип кенә ебәрәләр. Клуб хеҙмәткәренә концертын да ойошторорға, репетициялар үткәрергә, өҫтәүенә бешеренергә лә кәрәк. Өйөнән ҡайнатмаларына хәтлем ташый ул. Башҡаһын магазиндан үҙ аҡсаһына һатып алырға мәжбүр. Ни бысағыма кәрәк икән, тип ҡул һелтәүселәр ҙә барҙыр, әлбиттә. Әммә кәрәк шул. Ауыл йәшәһен өсөн, кешеләр ҡайыҙланған эш атына әйләнмәүҙең берҙән−бер юлын шешә төбөнән эҙләмәһен өсөн кәрәк.
Хәйер, ауылдағыларға кәрәк тигән булам да ул… Теге концерт алдынан, сәй табынына берешәр ризыҡ бешерегеҙ әле, тип ойошмаларға мөрәжәғәт иттеләр. Тик “ярай” тип әйтеүсе табылманы. “Һыйыр һыуалған”, “тауыҡтар һалмай башланы бит әле”, тиештеләр. Аҡса юҡлыҡҡа һылтандылар. Йә, әйтегеҙ, беҙҙең ауылдарҙа ашарына бер телем икмәкһеҙ, асҡа интегеп ултырған, иртәгәнән хәйер һорарға сығып китергә етешкән ғаиләләр бармы ни? Аһ−зар күп булһа ла, тормоштар етеш. Матди хәйерселек янамай ауылға, рухи яҡтан ярлылана, күңеле тарая бара кеүек халыҡтың. Элек юлсыларҙы ашатып−эсереп сығарыу сауап эш һаналған. Ә бында артистар уҙып барышлай түгел, бушлай концерт ҡуйырға тип махсус килгән ине…
− Был ауыл халҡын ҡарунлыҡта ғәйепләү бик дөрөҫ булмаҫ. Оялғандарҙыр. Ҡала кешеләрен, бигерәк тә артистарҙы ҡунаҡ итеү өсөн ябай ғына табын әҙерләп булмай бит. Һөтлө сәй, ҡаймаҡ та икмәк менән генә һыйлауҙы килештермәгәндәрҙер, − тине ауылда тыуып үҫкән, бар ғүмерен ҡалала үткәргән бер яҙыусы. Әйтәм бит, тамыры ауылдан булған кешеләр уны һағына, матур итеп күрергә теләй. Хыялында шулай күҙаллай. Тик ауылдарыбыҙ күптән башҡа инде.
Концерт барышында хайран ҡалдырған тағы ла бер күренеш булды. Клуб хеҙмәткәрҙәре нисек булдыра ала, шулай йылытҡан бинаға халыҡ ишекте ҡайырып асып инде. Түҙмәй: “Һыуыҡ инә бит, ишекте ябығыҙ”, − тиеүемә, бер апай: “Өшөһөндәр әле!” − тип көлә−көлә, махсус асып ҡалдырып китте. “Үҙегеҙ өшөрһөгөҙ”, тигәнгә иһә: “Беҙ ауылда өйрәнгән инде”, − тип яуапланы. Уларға бушҡа концерт күрһәтергә килгән артистар өшөргә тейеш булып сыҡты…
Ауыл менән ҡала араһында ярыш элек−электән килгән ул. Ҡалала әленән−әле “Абау, ауылса кейенгәнһең”, “дерёвня” тигән һүҙҙәр ишетелә. Ә ауылда ҡаланыҡылар ғүмер баҡый “ялҡау”, “ҡылансыҡ” булды. Тик һәр ике оста ла тишек йыртыҡтан көлә булып сыға түгелме һуң? Бөгөн ҡайһы бер ҡылансыҡтарға ҡайтып ауыл кешеһенән кейенергә өйрәнергә кәрәк.
Затлы тунына тап килтереп затлы башлыҡ кейһә лә, күптәр концертҡа 50−100 һумын йәлләй. Клубҡа берәй әйбер алып булмаҫмы тип, байрамға 15−20 һумлыҡ хаҡ ҡуйғанға ла, халыҡ йөҙ һүҙгә етә ауылда. “Лучшы йылы өйкәйҙәремдә телевизор ҡарап ултырам мин”, ти. Хәҙер элекке кеүек 2−3 канал ғына түгел, һәр йорт ҡыйығында “тәрилкә” тора. Уныһына аҡса тапһалар ҙа, концертҡа һуңғы аҡсаларына барғандай һөйләнәләр. “Лутсы, бер буханка икмәк алып ашайым”, тигән булалар.
Ауылдар бөтә, эсеп юҡҡа сыға, тип уфтанабыҙ. Эх, эсеп кенә үлһәләр икән ул. Исмаһам, барыһына ла хәмер ғәйепле, ул ғына бөтөрҙө ауылҡайҙарыбыҙҙы тиер инек. Ә бында рухи хәйерселектән бөрөшкән күңелдәрҙә йәшәү дәрте һүнә…
− 16 йәштән клуб мөдире булып эшкә тотондом. Ул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрһәм, йөрәктәр һыҡрап ҡуя. Ултырырға урындар юҡ, клуб һалҡын. Клубтың бер башында һуҡыр лампа яна. Уныһының да кәрәсине булһа әле. Ҡайҙандыр тимер мейес таптыҡ, әммә яғырға юҡ. Фермала һыйырҙар ашап туйғас, ергә ҡойолоп ҡалған һаламды алып килеп яға инек. Шулай ҙа клубты асыуым була, йәштәр йырлашып, матур итеп килә башлайҙар. Бергәләшеп бейейбеҙ, уйнайбыҙ. Ҡул ҡаушырып ултырманыҡ, зарланманыҡ та. Ай һайын концерт ҡуя инек. Мине лә ҡатнаштырығыҙ әле тип йәштәр үҙҙәре килә ине, − тип һөйләй Нәсимә апай Авзалова. − Ә хәҙер клуб хеҙмәткәрҙәре “ҡатнашығыҙ инде” тип, йәштәр артынан инәлеп йөрөй.
Был тәңгәлдә инде яңы клубтар, социаль−мәҙәни үҙәктәр төҙөү ҙә, мәҙәни−ағартыу училищеһын тамамлаған йәш белгестәрҙе ауылдарға ҡайтарып “бәйләү” ҙә, артистарҙың теҙелешеп ҡайтыуы ла ярҙам итә алмаясаҡ. Ауыл халҡы йыр−моңдан айырылмай йәшәргә теләй икән, ул шулай йәшәйәсәк. Ә халыҡ − бер, клуб мөдире икенсе яҡҡа баҫып “оборона тота”, ауыл түрәләре шуны ситтән күҙәтә икән, өҫтәүенә, район мәҙәниәт бүлектәре, хакимиәт башлыҡтары быны белә тороп, бер сара ла күрмәй икән, тимәк, улар бергәләп ауылдың ғүмерен ҡыҫҡарта. Ә теге “артистар ауылға ҡайтмай” тигән һүҙҙәр асыу килгәндән, ғәйеплене ситтән эҙләү ғәҙәтенән арына алмағанлыҡтан ғына әйтелгән булып сыға. Клубтар ниндәй генә сәбәптән ябылһа ла, һөҙөмтә бер буласаҡ − ауыл ысынлап та мәҙәниәтһеҙ бер төбәккә әйләнәсәк. Шуныһы борсоуға һала: “Изге урын бер ҡасан да буш булмай”, тигәндәй, йыр−моң, илһам тултырырға тейешле күңел бушлығына нимә “оялар”?...