Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
29 Ғинуар 2019, 18:53

Тарих ни һөйләй…

Дәүләт эсендә күпме кеше йәшәгәнен иҫәпкә алыу - борон замандарҙа уҡ үткәрелгән сара. Маҡсаттары ла үҙ замандарына күрә аныҡ: ил етәкселәренә хәрби әҙерлекте контролдә тотоу, бола сығыу ихтималлығы юғары булған урындарҙы билдәләп, тиҙерәк “тынысландырыу” әмәлен күреү, һалымдарҙы көйләү һ.б. Һанай китһәң – сәбәптәрҙең иге-сиге күренмәй.

Дәүләт эсендә күпме кеше йәшәгәнен иҫәпкә алыу - борон замандарҙа уҡ үткәрелгән сара. Маҡсаттары ла үҙ замандарына күрә аныҡ: ил етәкселәренә хәрби әҙерлекте контролдә тотоу, бола сығыу ихтималлығы юғары булған урындарҙы билдәләп, тиҙерәк “тынысландырыу” әмәлен күреү, һалымдарҙы көйләү һ.б. Һанай китһәң – сәбәптәрҙең иге-сиге күренмәй. Боронғо Рим, Мысыр, Боронғо Ҡытай һәм Боронғо Греция кеүек иң ҡеүәтле ил хакимдары ла үҙ дәүләте сиктәрендә йәшәгән халыҡ иҫәбен барлауға ҙур иғтибар бүлгән.

Рус дәүләтендә беренсе тапҡыр халыҡ һанын иҫәпләү 1245 йылға ҡайтып ҡала. Рәсәй империяһы тарихына килгәндә, тәүге бөтә дөйөм халыҡ иҫәбен алыу сараһы 1897 йылда, ил менән император Николай II етәкселек иткән осорҙа уҙғарыла. Сираттағыһы (1920 йыл), илде Граждандар һуғышы солғап алыу сәбәпле, тамамланып өлгөрмәй. Һөҙөмтәлә, был халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы Бөтә Рәсәй тигән статустан мәхрүм ҡала.

1926 йылда Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу ойошторола. Ил менән большевиктар партияһы Үҙәк комитетының Генераль секретары Иосиф Сталин етәкселек иткән осорҙа Башҡорт автономиялы совет социалистик республикаһында 2 665 836 кеше (шуның 625 845 - башҡорт) йәшәгән була. Әйткәндәй, һүҙ 1920 йылда Башҡортостаныбыҙҙың Миңзәлә өйәҙе (157 000 башҡорт) - Татарстанға, Арғаяш кантоны (40 000-дән ашыу башҡорт) Силәбегә ҡуштырылғандан һуң алынған күрһәткестәр хаҡында бара.

Сираттағы халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары 1937, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989 йылдарҙа үтә. Һуңғыһының һөҙөмтәләре буйынса башҡорттарҙың һаны 1,449,000 тәшкил итә.

СССР тарҡалғандан һуң халыҡ иҫәбен алыу оҙаҡ ҡына үткәрелмәй тора. Һуңғы мәртәбә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бынан һигеҙ йыл элек - 2002 йылда уҙҙы. Уның йомғаҡтарына иғтибар итәйек әле:

* 1989 йылда уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыуҙан һуң Рәсәйгә 12 миллионға яҡын кеше күсеп килгән. 45 миллионға яҡын граждан ил эсендә йәшәү урынын алмаштырған.

* Илебеҙ халҡының күпселеге (73 процент) ҡалала, шуның 1/3 - эре мегаполис-миллионер ҡалаларҙа (бөтәһе - 13, был исемлеккә Өфө лә инә), ә 36 процентының халыҡ иҫәбе 100 меңде ашмаған район үҙәктәрендә йәшәүе асыҡланған. Шулай уҡ бәләкәй ҡалалар (халыҡ иҫәбе 100-250 мең) һаны ла арта төшкән: 1989 йылда ундайҙар 87 булһа, 2002 йылда – 93.

* Илебеҙ халҡының 60 проценты Үҙәк, Волга буйы һәм Көньяҡ федераль округтарҙа йәшәүе һәм, 1989 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда, Алыҫ Көнсығыш һәм Себер федераль округында йәшәүселәрҙең һаны 18 һәм 5 процентҡа кәмеүе асыҡланған.

* Тотош Рәсәй буйынса ауылдарҙың 8 процентының ташландыҡ хәлдә булыуы, шуға ҡарамаҫтан, уларҙың картала илебеҙ төбәктәре ауылдары реестрында иҫәптә тороуы асыҡланған. Был күренеш бигерәк тә Үҙәк һәм Төньяҡ-Көнбайыш төбәктәргә хас була.



Себеште көҙ һанайҙар… Халыҡты ла…


2010 йылдың октябрендә Рәсәйҙә сираттағы халыҡ иҫәбен алыу үтәсәк. Кеше тыуғанда, өйләнешкәндә һәм донъя ҡуйғанда ЗАГС бүлексәләрендә теркәлеп бара, шулай булғас, халыҡ һанын ҡабат-ҡабат иҫәпләү кемгә кәрәк икән тип аптыраусылар ҙа табылыр. Әммә был сараның әһәмиәтен иҫбатлар өсөн иң мөһим сәбәптәрҙең береһен генә телгә алып үтеү етә: дәүләттең социаль-иҡтисади сәйәсәтен көйләү, киләсәккә дөрөҫ йүнәлеш алыу өсөн мотлаҡ ул. Икенсенән, әлегә халыҡты иҫәпләүҙән дә тулыраҡ мәғлүмәт биргән сара уйлап табылмаған. Мәҫәлән, уның ярҙамында һуңғы ваҡытта киң таралған гражданлыҡ никахында йәшәүселәр һанын, кешеләрҙең белем кимәлен, йәшәү өсөн килем сығанағы, ғөмүмән, тормош шарттары һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәрҙе асыҡларға мөмкин.

Уйлап ҡарағыҙ, 2002 йылда үткән халыҡты иҫәпләү кампанияһы һөҙөмтәһе буйынса, ағымдағы иҫәпләүҙәрҙән айырмалы, илдә ике миллионға күберәк кеше йәшәүе асыҡланған. Һорау тыуа: дәүләттә нисә кеше йәшәүен белмәй тороп, дөрөҫ социаль-иҡтисади сәйәсәт ҡорорға, өҫтөнлөклө милли проекттар төҙөргә һәм тормошҡа ашырырға, демографик саралар ҡабул итергә мөмкинме икән? Юҡ, әлбиттә. Ошонан сығып, быйыл илебеҙҙә йәнә халыҡ һанын иҫәпләйәсәктәр. Әйткәндәй, уны тик бер Рәсәй генә ойоштора тип уйламағыҙ. Үткән йылда был сара Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан һәм Белоруссияла уҙҙы. Быйыл, беҙҙең илдән тыш, иҫәпләү кампаниялары Грузия һәм Тажикстанда үтәсәк, 2011 йылда - Әрмәнстан менән Украинала, ә 2012 йылда – Төркмәнстанда. Шуныһы: Рәсәйҙә һәм БДБ-ға ингән илдәрҙә уҙған һәм уҙасаҡ халыҡты иҫәпләү БМО тарафынан иғлан ителгән кампанияның сираттағы раунды сиктәрендә үтәсәк, ә һөҙөмтәләре туранан-тура дөйөм донъя халҡын барлауға булышлыҡ итәсәк.

Иҫәпкә алыу ниндәй шарттарҙа үтер, тигән һорау ҙа борсойҙор күптәрҙе. Был яуаплы эш тикшереүҙәр аша һайлап алынған кешеләр тарафынан алып барыласаҡ. Тәртибенә килгәндә, 14 октябрҙән башлап өйөгөҙгә мәғлүмәт алыусы киләсәк. Улар үҙҙәре менән Л, П һәм В типтарындағы ҡағыҙҙарҙы алып йөрөйәсәк. Илдә даими йәшәүселәр (шул иҫәптән билдәле йәшәү урыны булмағандар ҙа) Л формаһындағы ҡағыҙҙың 25 һорауына яуап бирәсәк.

П формаһындағы ҡағыҙҙа йәшәү шарттарына бәйле һорауҙар буласаҡ. Миҫал өсөн, торлаҡ төрө, ҙурлығы, бүлмәләр һаны, телекоммуникацияларҙың булыу-булмауы һәм хужаларҙың интернет селтәре менән файҙаланыу-файҙаланмауы хаҡында. Ғөмүмән, иҫәпләү проектының был бүлеге бөгөнгө Рәсәй кешеһенең тормош шарттарын асығыраҡ кәүҙәләндереү өсөн, БМО кәңәштәрен иҫәпкә алып төҙөлгән.

Зат, тыуған йыл, тыуған иле, Рәсәйгә килеүенең маҡсаты кеүек ете һорауҙан ғибәрәт булған В формаһындағы ҡағыҙ илебеҙҙә ваҡытлыса йәшәүселәр өсөн ҡаралған.

Иҫкәрмә: иҫәпләү ҡағыҙҙары унда ҡатнашыусыларҙың телдән генә биргән яуаптарына ҡарап тултырыла, бер ниндәй документ сығарып тороуҙы талап итмәй.



2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тәртибе

Илебеҙҙә халыҡ иҫәбен алыу 12 көн (14-25 октябрь) дауам итәсәк. Росстат белдереүенсә, төпкөлдәрҙә уны ваҡытынан алдараҡ ойоштороу ҙа күҙаллана. Мәҫәлән, Ямал-Ненец автономиялы округында ул апрелдә башланасаҡ.

Башҡортостанда бындай күләмле сараны тейешле кимәлдә ойоштороу өсөн 18 мең кешенең йәлеп ителеүе мәғлүм. Әйткәндәй, был сараны уҙғарыуға йәлеп ителгәндәрҙең эштәре көйлө барһын өсөн әленән ауылдарҙағы, район үҙәктәрендәге һәм ҡалаларҙағы өйҙәрҙең исемлектәре төҙөлгән, картографик материалдар аныҡланған.


Халыҡты иҫәпләү сараһына бәйле һорауҙарға Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәте етәксеһе Александр СУРИНОВ:

- Быйылғы халыҡ иҫәбен алыу барышында, уҙған йылдағыларҙан айырмалы рәүештә, ниндәй үҙгәрештәр көтә?

- Иҫәп алыу барышында, әлбиттә, иҡтисади көрсөк тыуҙырған шарттар иғтибарға алынасаҡ. Мәҫәлән, сараны үткәреү эшенә йәлеп ителеүселәрҙең һанын кәметәсәкбеҙ, һорау ҡағыҙҙары ла үҙгәрәсәк. Йәғни бланкыларҙа эшкәртеүгә ауыр бирелгән бер төркөм “ҡиммәтле” һорауҙар булмаясаҡ. Был һорауҙарҙың төшөп ҡалыуы халыҡтан алған мәғлүмәттәрҙе ярымавтомат режимында эшкәртеү мөмкинлеген бирәсәк. Ғөмүмән, ҡайһы бер һорауҙар ҙа үҙгәртелде. Миҫал өсөн, “Эшләгән урынығыҙ” тигән бүлеккә “Өҫтәмә эш урынығыҙ” тигәнен индерҙек. Бының менән беҙ бөгөнгө шарттарҙа халыҡтың етеш ғүмер итер өсөн ни тиклем өҫтәмә эш табырға тырышыуын асыҡлаясаҡбыҙ. Йәшәү шарттарына бәйле һорауҙар исемлеге лә киңәйҙе. Халыҡтың нисә проценты интернет менән файҙалына, ә кемдең әҙәми бәҙрәфе лә юҡ - һорауҙарҙың береһе лә ситтә ҡалмаясаҡ. Әлбиттә, нисә кешенең интернет менән файҙаланыуын асыҡлау тәүмәҡсат түгел. Алынасаҡ мәғлүмәттең халҡыбыҙға демографик һәм социаль-иҡтисади һүрәтләмәне асып биреүе мөһим.

- Һорауҙарға намыҫ менән яуап биреүселәрҙең хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлектәр күрелгәнме? Ысын иҫәп алыусы урынына яман уйлы әҙәмдең килеп инеүе лә мөмкин бит?

- Был мәсьәләгә айырыуса ҙур иғтибар бирәбеҙ. Әлбиттә, иҫәп алыу барышында илебеҙҙең бар төбәктәрендә йәмғиәт тыныслығын һаҡлау көсәйтеләсәк, мәғлүмәт туплаусыларҙың, яуап биреүсе граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары күреләсәк. Өйөгөҙгә ялған хеҙмәткәр килеп инмәһен тиһәгеҙ, бер нисә мөһим ҡағиҙәне иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Беренсеһе – иҫәп алыусы был сара өсөн билдәләнгән ваҡыттан бер көн алдараҡ йә бер көн һуңыраҡ борсоп йөрөмәйәсәк. Икенсеһе – һәр иҫәп алыусыға ялғанын яһап булмаҫлыҡ, махсус галограммалы танытма тапшырыласаҡ. Бынан тыш, уларҙың бөтәһе лә яндарында паспорттарын алып йөрөргә бурыслы. Кәрәк тип тапҡанда, паспорты менән танытмаһындағы белешмәләрҙе сағыштырып ҡарарға хоҡуғығыҙ бар.

Шулай уҡ һәр участкала кемдең ҡайһы участкала иҫәп алыу эше менән шөғөлләнәсәген хәбәр иткән листовкалар, плакаттар эләсәкбеҙ. Ғөмүмән, ысын иҫәп алыусыларҙан ҡурҡырға кәрәкмәй: уларҙың бөтәһе лә Эске эштәр идаралығы каналдары буйынса ентекле тикшереү үткән кешеләр буласаҡ.

- Халыҡтан алынған мәғлүмәттең хәүефһеҙлеге хаҡында ла әйтеп китһәгеҙ ине. Яуаптарҙың “өсөнсө” ҡулға эләгеү ихтималлығы бармы?

- Иҫәп алыу барышында тупланған бар мәғлүмәт етди конфиденциаллек, анонимлыҡ статусына эйә. Хәйер, бланкыларҙа яуап биреүсенең фамилияһы, исем-шәрифе тураһында һорау ҙа юҡ. Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тамамланғандан һуң мәғлүмәттәр беҙҙә, йәғни Росстатта, һәм хәүефһеҙлектең иң юғары талаптарына яуап биргән шарттарҙа (видеокүҙәтеү, махсус электрон һаҡлыҡ системаһы) һаҡланасаҡ. Хәтерегеҙҙә булһа, 2002 йылда үткән иҫәп алыуҙан һуң халыҡ араһында мәғлүмәттәрҙең һатылыуы тураһында юҡ-бар хәбәрҙәр йөрөгәйне. Нисәмә йыл үтте, ә улар һатыуға сығарылманы. Алдан уҡ иҫкәртеп ҡуям: һөҙөмтәләр бер ҡасан да һатылмаясаҡ.


“Перепись” газетаһын һәм

башҡа сығанаҡтарҙы файҙаланып,

Шамил ЯУБАҪАРОВ әҙерләне.
Читайте нас: