Күңелеңә ятҡан һөнәр буйынса эш табыу – ҙур бәхет. Ғүмерҙең күп өлөшө ана шунда үтә бит. Яратҡан эшеңә ашҡынып барыу һәм илһамланып хеҙмәт итеүгә ни етә?! Әммә тормошта барыһы ла беҙ теләгәнсә ал да гөл булмай шул. Яҙмамдың геройҙары шуны дәлилләй.
Нисек ҡармаҡҡа эләкмәҫкә?
Был ҡыҙ менән Өфө ҡалаһының “Үҙәк баҙар” туҡталышында осраҡлы танышҡайныҡ. Ул эскәмйәгә ултырған да үкһеп-үкһеп илай ине. Һүҙ ҡушҡас, миңә ҙур ҡара күҙҙәрен тултырып баҡты ла, үҙенең бәләһе тураһында һөйләй башланы. 20 йәшлек Айгизә Ейәнсура районынан. Ике ай элек баш ҡалаға килгән икән.
– Өфө – ҙур ҡала. Бәхетемде бында табырмын, тип уйлағайным. Магнитогорск дәүләт университетының II курсында уҡый инем. Ҡышҡы сессияны бирә алмағас, уҡыуҙан ҡыуҙылар. Ауылға ҡайтыуҙан фәтүә тапманым. Атайым эскесе, әсәйемә яңғыҙы 3 бәләкәс туғанымды ҡарауы былай ҙа ауыр. Етмәһә, ауылдаштарымдан оят ине.
Күп уйлап торманым, Өфөгә юлландым. Килгән көндө үк бер кафеға официант булып урынлаштым. 10 мең һум эш хаҡы вәғәҙәләнеләр. Шундағы ҡыҙҙар аша йәшәргә бер бүлмә таптым. Барыһы ла көйләнгән кеүек тойолдо. Иртә ҡыуанғанмын. Эш еңелдән түгел ине, көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөргә тура килә, йыш ҡына төнгө сменаға ҡалдырҙылар. Ҡайһы бер клиенттарҙың оятһыҙ ҡыланыштары етмәгән, хеҙмәттәштәрем дә мине һәр ваҡыт йәберләне. Унда күргән михнәттәрҙе һөйләп бөтөрлөк түгел! Бер көндө кафе хужаһына (ул ҡара халыҡ вәкиле) мине урлаша тип ошаҡлағандар. Тегеһе күп һөйләшеп торманы, кафенан китеүемде талап итте. Хатта эш хаҡымды еткерә бирмәне. Биргән аҡса фатир өсөн түләүгә лә етмәне... Ә бөгөн торлаҡ хужаһы ҡыуып сығарҙы. Бына әле кеҫәмдә һуңғы 45 һумым ҡалды... Ҡайҙа барырға, нимә эшләргә лә белмәйем. Теләһәң үл, теләһәң урам сатына тороп баҫ... – тине ул күҙ йәштәренә быуыла-быуыла.
Айгизәнең киләсәге хаҡында уйлап ҡот осто. 20 йәшлек сәскәләй ҡыҙ фәхишәлек юлынан китергә күп уйлап тормаҫ, йә дыуамал баштан үҙ-үҙенә ҡул һалһа... Башымдан бер-бер артлы ҡурҡыныс уйҙар йүгереп үтте.
– Ә эшләгән урыныңда хеҙмәт килешеүе төҙөгәйнегеҙме?
– Юҡ.
– Өфөлә дуҫтарың, туғандарың бармы?
– Юҡ.
– Их, һин, баш ҡаланы еңел генә яуларға теләгәйнеңме? Киттек минең менән, – тип автовокзалға юлландыҡ. Ҡыҙҙың бәхетенә автобус шул тарафҡа юлланырға тора ине. Билет тотторғас, Айгизә йылмайып:
– Ә мин барыбер берәй ҡасан Өфөгә кире киләсәкмен, – тине.
Килер. Һөнәр алғас, аҡыл ингәс, ныҡлы аяҡҡа баҫҡас килер. Мостай Кәримдең яратҡан геройы Кендеккә лә баш ҡалала шунда уҡ аҡ ҡалас тәтемәгән бит.
Тағы бер осраҡ. Өфөнөң бер уҡыу йортонда ситтән тороп уҡыған Лена бер сауҙа нөктәһенә һатыусы булып урынлаша. Шәхси эшҡыуар ҡыҙға: “Бер ай һынау ваҡытын үткәс, һинең менән хеҙмәт килешеүен төҙөрбөҙ. Эш хаҡын да шунан арттырырбыҙ. Ә әлегә һәр һатылған әйбер хаҡының 5 процентын ғына аласаҡһың, – ти. – Донъяла төрлө хәлдәр була, мин һатыусыларға ышанмайым” тип Ленаның паспортын ала.
Ҡыҙ, аҙнаһына бер көн генә ял итеп, иртәнге 9-ҙан киске 8-гә тиклем бил бөгә. Магазин хужаһы бер ниндәй ҙә ризаһыҙлыҡ белдермәй. Бер айҙан ул ревизия үткәреп, кассала ҙур ғына сумма аҡса етмәүен хәбәр итә. Уны һатыусының елкәһенә “аҫалар”. Лена ай буйы тир түгә, етмәһә бурыслы булып ҡала.
Эш биреүсе: “Ҡараҡ, недостачаны ҡапламаһаң, паспортыңды бирмәйем. Полицияға ғариза яҙам, һиңә енәйәт эше асыласаҡ”, – тип ҡурҡыта. Лена бәләһенән баш-аяҡ тип, “бурысын” ҡайтара. Ә яуыз сауҙагәр яңы һатыусы эҙләй башлай. Һәм тағы ла шул уҡ схема...
Бына шулай бер ҡатлы һатыусыларҙы, официанттарҙы оятһыҙ шәхси эшҡыуарҙар анһат ҡына ота. Эш хаҡы ла, һалым да түләргә кәрәкмәй. Бушлай хеҙмәт көсө менән рәхәтләнеп кеҫәһен ҡалынайталар.
Ошондай хәлгә тарығандарға ҡайҙан ярҙам эҙләргә? Намыҫһыҙ эш биреүселәрҙең ҡармағына нисек эләкмәҫкә? Ошо һорауҙар менән Сибай ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Фәнил МОРТАЕВҡа мөрәжәғәт иттек.
– Бындай күренештәр, үкенескә, йыш осрай. Закондарҙы, үҙ хоҡуҡтарын белмәгән йәш ҡыҙ-егеттәр генә түгел, тәжрибәле ололар ҙа эш биреүсенән отолоп ҡуя. Шунан улар суд, прокуратура тупһаһын тапай башлай. Әммә йыш ҡына ҡулдарында шул ойошмала эшләгәнен раҫлаусы документ – хеҙмәт килешеүе булмай. Был проблеманы хәл итеүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Айгизә менән Лена эшкә урынлашҡас та хеҙмәт килешеүе төҙөһә, ундай күңелһеҙлеккә осрамаҫ ине.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Кодексына ярашлы, биш көндән һуң ойошма етәксеһе эшсе менән хеҙмәт килешеүе төҙөргә тейеш. Был эш хаҡын, льготаларын, компенсацияларын, юридик хоҡуҡтарын һ.б. гарантиялай. Әгәр ҙә етәксе рәсми документ төҙөүҙән баш тартһа, был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына еткерергә мөмкин.
Айгизәгә эш биреүсе менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡас та, прокуратураға ғариза яҙырға кәрәк булған. Материал туплағас, (шаһиттар фекере бында мөһим) суд кафе етәксеһенән Айгизәнең хеҙмәт кенәгәһенә яҙыу индереүҙе, уға тулы эш хаҡы түләүҙе, шулай уҡ уны ваҡытында бирмәгән өсөн компенсацияны, Пенсия фонды иҫәбенә аҡса күсереүҙе талап итеп ҡарар сығарыр ине. Һәр факттың үҙ нескәлектәре бар, уларҙы айырым ҡарарға кәрәк.
Лена үҙенең аҡылһыҙлығының ҡорбаны булған. Беренсенән, Рәсәй Федерацияһының Административ Хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 19.17-се статьяһына ярашлы паспортты бер ҡайҙа ла залогка ҡалдырырға ярамай. Бының өсөн штраф ҡаралған. Икенсенән, ҡыҙ эш биреүсе менән хеҙмәт килешеүе төҙөмәгән, тимәк ул материаль яуаплы түгел. Магазин хужаһының дәғүәләре урынһыҙ. Лена шул ваҡытта закон әһелдәренән ярҙам һораһа, үҙ хоҡуҡтарын яҡлай алыр ине.
Әгәр ҙә һеҙ шундай хәлгә тарыһағыҙ, йәшәгән урынығыҙ буйынса прокуратураға йәки Башҡортостан Республикаһында Хеҙмәтте һаҡлау инспекцияһына (адресы: Өфө ҡалаһы, Оло Граждандар урамы, 24) мөрәжәғәт итегеҙ.
Шәхси ойошмаларға бил бөгөүселәрҙе дары мискәһендә ултырыуға тиңләргә мөмкин. Һатыусы-консультант, официант кеүек һөнәр эйәләренең киләсәге тотороҡло булыр, тип аныҡ әйтеүе ауыр. Минеңсә, дәүләт эшендә хеҙмәт итеүселәрҙең иртәгәһе күпкә ышаныслыраҡ. Барыбыҙ өсөн дә аяҡ аҫтындағы ерҙең ныҡ булыуы мөһим бит.
Гүзәл Бикмәтова.