Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
29 Март 2019, 19:43

ГӨБӨРГӘЙЕЛ – КЕШЕЛӘР…

Иғтибар! Түбәндә бирелгән һорауҙар “әллә ниндәй аңлайышһыҙ нәмәләр тураһында” тип уйлап ҡуймағыҙ. Бөтәһе лә күпкә ябай, әллә ҡасан сәйнәп төкөрөлгән, әммә һәр ваҡыт урап үтергә тырышҡан мәсьәләләргә бәйле.

Кем күпте теләй – әҙҙе ала,


кем әҙҙе теләй – бер нәмә лә алмай.

Иғтибар! Түбәндә бирелгән һорауҙар “әллә ниндәй аңлайышһыҙ нәмәләр тураһында” тип уйлап ҡуймағыҙ. Бөтәһе лә күпкә ябай, әллә ҡасан сәйнәп төкөрөлгән, әммә һәр ваҡыт урап үтергә тырышҡан мәсьәләләргә бәйле.
Кеше тормошон берәй ҡасан анализлағанығыҙ бармы? Нимәләр менән янып йәшәүен, хыялдарын, өмөттәрен? Ни өсөн кемдеңдер булғанына күнгәнен, ә икенсеһенең риза түгеллеген? Һәм иң мөһиме – уларҙың талаптары аҡланғанмы?
Балаларығыҙҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ? Ғөмүмән, тәрбиәләйһегеҙме? Әллә уларҙың ҡайһы бер ихтыяждарын ҡандырыу (ашатыу, кейендереү, йылы өйҙә йәшәү, яңы әйберҙәр алыу…) менән генә мәшғүлһегеҙме?
“Уҡытыусы – икенсе әсәй” тигәнгә ышанаһығыҙмы? Әллә мөғәллимәләребеҙ бөгөн “беренсе әсәй”ҙәргә әйләндеме? Балаға әсәйҙе “беренсе” һәм “икенсе”гә бүлеп күрһәтеү дөрөҫмө? (Шәхси фекерем: әсәй – берәү. Уҡытыусы нисек кенә яҡын күрмәһен, нисек кенә тәрбиәләмәһен – уҡытыусы.)
Хәҙерге күпселек студенттарҙың диплом алған көндән үк утыҙ мең тирәһе эш хаҡы алырға, ҡапылдан “йылы” урынға эләгергә, “түрә” булырға теләүе аҡланғанмы? Ни өсөн “йәш белгестәр”гә юғары хаҡ түләнергә тейеш? Уларҙың әҙерлек кимәлдәре һөнәр талаптарына ярашлымы? Бурыстарын теүәл үтәрлек тәжрибәләре бармы? Әллә бер аҙ кәмерәк эш хаҡы алып, ниндәйҙер ваҡыт өйрәнсек булып йөрөп торорғамы?
Йәштәребеҙҙең күпселегенең тик “аҡ яғалылар” эшен көҫәүе дөрөҫмө? (Был осраҡта “дөрөҫмө” урынына рустарҙың “разумно ли”һы урынлыраҡ булыр ине лә…) Ә кем төҙөүсе, тракторсы, комбайнер, машинист, сварщик, һатыусы, балта оҫтаһы, слесарь булырға тейеш? (Барыбер күптәр Вуз тамамлап шунда бара…) Ниңә береһе лә һалдат, летчик, космонавт, йәки бөтөнләй әҙ билдәле актуарий, веб-сайттар аудиторы, маркшейдер, стрингер, таксидермист һәм хед-хантер һөнәрен һайламай?
Яуап, бәлки, донъя үҙгәрешендәлер… Тирә-яҡ ҡатып ҡалмаған бит. Уның шарттары көн һайын алмашынып тора. Кемдер шуны тоя, кемдер – юҡ. Әммә был тәбиғи процесс, уны бер нисек тә инҡар итеп булмай. Ә ҡайһы берәүҙәр шундай хәлдә лә “элеккесә”, ҡасандыр өйрәнелгәнсә йәшәп маташа. Һаман балаларын филология, иҡтисад, юриспруденция факультеттарына оҙата. Хас та илебеҙҙә судлашып, саф таҙа телдә әрләшеп, түләйәсәк штрафтарҙы миллионлап иҫәпләүҙән башҡа шөғөл юҡ.
“Йылы урындар”, ғәфү итегеҙ, барыһына ла етмәй (етергә тейеш тә түгел!). Юғары эш хаҡын да эшкә алыусы баштан уҡ түләмәйәсәк. Ғөмүмән, һеҙгә күп түләүҙән уның берәй ере артып китә тип уйлайһығыҙмы? Киреһенсә, эшселәрҙе “ярым ас” хәлдә тотоу дөйөм эштең алға китешенә файҙалы икәнлеген һәр аҡыллы башлыҡ аңлай (Хужа Насретдин ишәген таяҡҡа бәйләнгән кишер артынан йөрөткән кеүек). Әлбиттә, күпселеккә һәр ваҡыт нимәлер саҡ-саҡ ҡына етмәйәсәк (үҙе үк башҡалар ҡорған тоҙаҡҡа шатланып барып ҡапҡас). Бүтәнсә мөмкинме һуң? Бары өмөттәр генә селпәрәмә…
“Өмөттәр” темаһына килгәндә: ысынбарлыҡта үҙ мөмкинлектәреңдән артыҡ нәмәгә өмөтләнеү, йомшаҡ итеп әйткәндә, иҫәрлеккә тиң. Кеше үҙе нимә атҡара ала, шуны ғына ҡаҙана. Ә булған мөмкинлектәреңде үҫтереү, яңыларын алыу – быныһы дөрөҫ. Тормоштағы иң ҡаты конкуренцияны йырып сығырлыҡ кимәлдә бул, ҡояшлы урын өсөн хоҡуғыңды иҫбатла. Магазиндағы тауар кеүек: сағыуыраҡ, сифатлыраҡ, күп функциялыраҡ (осһоҙмо-юҡмы – үҙегеҙ ҡарағыҙ). Былар эсенә шулай уҡ һауыраҡ, аҡыллыраҡ, алсағыраҡ, тырышыраҡ, ғәҙелерәк кеүек сифаттар ҙа инеп китә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы (бәлки, түгелдер ҙә), бөгөн элекке СССР заманындағы кеүек, теләмәгәндәрҙе көсләп эшләтеү, йәшәтеү юҡ. Кемдең хәленән килә – нимәлер уйлап таба, йәмғиәт синыфтарының береһенән икенсеһенә күсә, башҡаларҙы эксплуатациялай. Хөрриәт! Ҡартайған көнөңдә затлы карауатта ятаһыңмы, әллә подвалда йәшәйһеңме – яуаплылыҡ үҙеңдә генә. Сөнки бер кем дә һинең өсөн һис нәмә эшләргә тейеш түгел. Үҙең – баш, үҙең – түш. Йә, нисек, оҡшаймы ысынбарлыҡ? Көтөп тороғоҙ, хәҙер һүҙебеҙҙең башына әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ…
Балаларығыҙҙы тәрбиәләйһегеҙме, әллә ашатып-кейендерәһегеҙ генәме? Әгәр икенсе яуап икән – ҡотлайым, ҡартлығығыҙ киләһе рухһыҙ быуындың бурҙары, фәхишәләре, енәйәтселәре араһында үтәсәк. Ҡәберегеҙ ҡайҙа булыр – әйтеүе ҡыйын. Ғөмүмән, ерләнерһегеҙме икән? Берәй әмәлен табып “дөйөм соҡорҙар”ға тултыра башламаһалар… Һөйөү, ихтирам, ғәҙеллек, рух һәм ғәмде әсә һөтө менән ҡабул итмәгән бәндәләрҙән нимә көтөргә? Ә быларҙы бит ғаиләлә атай менән әсәй бирергә тейеш. Атай – улдарына мал табыу, көндәлек ихтыяждарҙы ҡандырыу алымдарын өйрәтеүсе, ысын ир-егеттең булмышын асып биреүсе миҫал, ә әсәй – үҙе үк “мөхәббәт”, “миһырбанлыҡ”, “йомшаҡлыҡ” кеүек төшөнсәләрҙең һынланышы булырға тейеш түгелме? Халҡыбыҙҙың “Алма ағасынан алыҫ төшмәй” тигән әйтеме тап шуға бәйләнгәндер. Ата-әсәһе ҡәҙерле балаһын үҙ миҫалында тәрбиәләһә, киләсәктә ҡулланырлыҡ универсаль әхлаҡи ҡағиҙәләрҙе, рух маяҡтарын бирһә, әлбиттә, вариҫтары ла шуларға таянып тормош көтәсәк.
Былар, аңлауығыҙса, шәхси фекерҙәрем. Теләһәгеҙ, ризалашығыҙ, теләмәһәгеҙ, юҡ. Ары киттем. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Мансур ҠАҘАҠАЕВ.

Актуарий – страховкалау белгесе. Ғүмерҙе страховкалауҙың тарифтарын ғилми нигеҙҙәргә таянып иҫәпләп сығарыусы.
Веб-сайттар аудиторы – сайттың эстәлеге маҡсатына тап килеүенә, уңайлығына, биҙәлеш сифатына баһа биреүсе эксперт.
Маркшейдер – махсус иҫәпләүҙәр ярҙамында ер аҫтында ориентир биреүсе белгес.
Стрингер – экстремаль шарттарҙа (массалы бәрелештәр, хәрби конфликттар, ғәрәсәт зоналары) эшләүсе штаттан тыш корреспондент.
Таксидермист – ҡош-хайуандарҙан толоб (чучело) эшләүсе.
Хед хантер – ҙур корпорацияға конкуренты фирмаһынан тәжрибәле һәм үҙ эшен яҡшы белеүсе эшсене килтереүсе.

Читайте нас: