– Кредит алырға. Ә һин ҡайҙан киләһең?
Өфө урамында ирекһеҙҙән ошондай һөйләшеүҙең шаһиты булырға тура килде. Махсус тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Рәсәй халҡының 25 проценты самаһы үҙ ғүмерендә биш һәм унан да күберәк тапҡыр, йәнә шул тиклеме өс-дүрт мәртәбә кредит алған. Ҡайһы берәүҙәр бер юлы биш-алты кредит түләргә мәжбүр. Бөгөнгө көндә айына 15 мең һум эш хаҡы алып, уның 10-12 меңен банкыларға түләй барған кешеләр әҙ түгел. Өҫтәүенә, көнөнә ике(!) процент менән 10-50 мең һум тәҡдим итеүсе төрлө конторалар күбәйҙе. Йылына 730 процент килеп сыға түгелме һуң? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында ла һәр ваҡыт кеше күп, берәүҙәр сараһыҙҙан, икенселәр финанс мәсьәләләрендә тома наҙан булыуы арҡаһында килә. Кредит алмайынса мөмкин түгел икән, эргәләге банкылар йылына 17-24 процентҡа аҡса бирергә әҙер бит!
2013 йылдың июненә Рәсәй халҡының банкылар кредиттары буйынса бурысы 8 триллион һум самаһы тәшкил итә ине, йәғни һәр кредит алыусыға уртаса 130 мең һум тура килә икән.
Ә бөтөнләй кредит алмай йәшәүҙе ғәҙәт итһәң тағы ла яҡшыраҡ, әлбиттә. Ипотекаға фатир юлларға мөмкин әле, сөнки уны һатып алырлыҡ аҡсаны пенсияға тиклем эшләргә кәрәк. Өҫтәүенә, фатирҙың хаҡы артып тора, кеше индереп кредит аҡсаһын шулар иҫәбенә түләп торорға ла була. Ә бына өйҙөң ярты стенаһын биләп торған плазмалы телевизор ни бысағыма? Тәүге биш көн ҡыуанып, аҙаҡ йыл буйы тапҡан-таянғаныңды тулыһынса банкыға илтеп түләр өсөнмө? Машина менән дә шул уҡ хәл. 500 мең һумлыҡ машина 650-700 йә уныһынан да күберәк меңгә төшәсәк, ә өс-дүрт йылдан, йәғни кредит түләп бөткәс һатырға уйлаһаң, уның хаҡы 350 мең һумдан артмаясаҡ бит. Айына 15 мең һум кредит түләргә әҙерһең икән, ниңә шул аҡсаны ай һайын һалып бармаҫҡа? Өс йылда кәрәкле сумма йыйыласаҡ та. Өҫтәүенә, ай һайын банкыға процентҡа һалып бар әйҙә. Әлбиттә, банкылар йылына 7-10 проценттан артыҡ табыш вәғәҙә итмәй, әммә аҡсаны инфляциянан да, үҙең тотоноуҙан да һаҡлай алаһың.
Мәктәптә беҙҙе күп фәндәр буйынса уҡыталар, әммә финанс йәһәттән белемле булырға өйрәтмәйҙәр. Ә телевидение, урамдарҙағы реклама яҙыуҙары, кредит ал, һин бит шул әйбергә эйә булырға лайыҡлы, бәхетең яныңда ғына, тип психикаға һуҡтырыуын белә. Һуңғы аҡсаға, юҡ, ҙур проценттар менән ҡайтарып биреү шартына килешеп бирелгән банк аҡсаһына ҡиммәтле сит ил машинаһы алыу, Голливуд йондоҙҙары көнләшерлек туйҙар, юбилейҙар үткәреү һ.б. ғәҙәткә инде. Йәнәһе, беҙҙекеләрҙе күрегеҙ, кешенән кәм түгелбеҙ. Быуындары ла ҡатып етмәгән йәш спортсыға 200 килограмлыҡ штанга күтәртеү кеүек була был. Даны бер көнлөк, яралары тиҫтә йылдарға етерлек.
Беҙҙә көндәлек аҡса сығымын иҫәпләп барыу ғәҙәте юҡ. Яңы эшләй башлаған егеттәрҙең күңел асыуға, тәмәке һәм һыраға, ҡыҙҙарҙың кәрәккән-кәрәкмәгән кейем-һалымға киткән аҡсалары эш хаҡының ҡот осҡос ҙур өлөшөн урлай бит! Ҡыҙыҡ өсөн генә ике-өс ай һәр тотонолған һумды иҫәпләп ҡарағыҙ әле, һуңынан бик фәһемле һығымталарға килергә мөмкин.
Үҫешкән сит илдәрҙә иһә, ғәҙәттә, ҡиммәтле әйберҙәрҙе һуңғы аҡсаға түгел, артҡан аҡсаға алалар, күптәр табыш һәм сығымдар буйынса көндәлектәр тултырып бара. Өлкәндәр генә түгел, кисә генә хеҙмәт юлын башлаған йәштәр ҙә ай һайын эш хаҡының кәмендә 10 процентын банкыға һалып ҡартлығын лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнә. Бер ни тиклем сумма йыйылғас, уға акция һатып алалар, капиталдарын төрлөсә арттырыу хәстәрен күрәләр.
Ә ниңә, Америкала барыһы ла кредитҡа йәшәй, йорттарын күбеһе 15-30 йылға ипотекаға ала, тиер ғәрсел уҡыусы. Шулайын шулай ҙа ул, тик АҠШ-та 2012 йылда инфляция 1 процент тәшкил итһә, фатирҙы ипотекаға йылына 3-3,5 процент менән бирәләр. Хәҙер беҙҙәге һандар менән сағыштырайыҡ. 2012 йылда Рәсәйҙә инфляция 6 процент тәшкил итһә, иң ҡеүәтле дәүләт банкы – “Сбербанк” беҙгә фатир һатып алыуға кредитты йылына 15 процент менән бирә. Әгәр банк ҡуйған талаптарға тура килмәйһең икән, рәхим итеп ҡулланыу кредиты ал, уныһының кимәле – 20-24 процент! Көпә-көндөҙ аҡыртып талау түгел тип кем әйтә ала быны.
Ил халҡының 24 проценты самаһы ғына бөтөнләй кредит алмай. Банкыларҙы байытырлыҡ артыҡ аҡсам юҡ, юрғаныма ҡарап аяғымды һуҙам тигән фекерҙе улар тормош ҡағиҙәһе итеп алған.
Халыҡтың 30 процентының ғына һаҡлыҡҡа һалып ҡуйған аҡсаһы бар.
Аҡсаны таба белгән түгел, тота белгән бай, тигән хәҡиҡәтте хеҙмәт эшмәкәрлеген яңы башлаған йәштәр һәр саҡ хәтерҙә тотһон ине.
Башҡорт йәштәре араһында аҡсаны һаҡсыл тотоноуға ҡараш нисек һуң?
– Төп шөғөлөм умартасылыҡ булғас, килем дә йылына ҡарап төрлөсә. Бер йылды илле умартанан 500 мең һумлыҡ бал һатып, аҡсаһын банкыға һалып ҡуйҙым. Әле ай һайын 5 мең һумлыҡ проценты килеп тора. Төрлө урында эшләп алған аҡсаны ла ҡушһаң, ғаиләне аҫрарға етә.
– Бергә йәшәгән егет дингә тартыла башлағас алама ғәҙәттәрҙән ҡотолорға булды. Тәмәке тартҡыһы йәки һыра алып эскеһе килгән ваҡытта бер ҡап тәмәкелек, һыралыҡ аҡсаны айырым һала барҙы. Бер йылда 15 мең һум аҡсаһы йыйылды бының.
– Эш хаҡым – 20 мең һум. Өс йыл элек ай һайын 4 мең һумды банкыға депозитҡа һала башланым. 200 мең һумға яҡын аҡса йыйылды. Хәҙер проценттары ғына йылына 20 мең һумлап өҫтәлеп тора. Ҡартлыҡты дәүләттең өс бөртөк пенсия аҡсаһына ышанып түгел, миллионер булып ҡаршыларға кәрәк. Тотонолған аҡсаның һәр тиненә тиклем иҫәпләйем, ай үткәс, сығымдарға анализ яһайым. Был артыҡ аҡса түкмәҫкә өйрәтә.
– Ай буйы эшләп алған 15 мең һумдың 4 меңе – фатирға, 6 меңе кредит түләүгә китеп тора. Шәп тун һатып алғайным. Ниндәйен аҡса йыйыу ти ул, айҙыҡын айға еткереп булмай. Атай-әсәй ярҙам итеп тормаһа, күптән астан аяҡ һуҙыр инем. Бай кейәүҙә йәки “Урал-лото”ла бөтә өмөт. Әйткәндәй, берәй өйләнмәгән министрҙы белмәйһегеҙме?
– Үткән аҙнала ҡалымда йөрөп 5 мең һум аҡса эшләнем. Тыуған көндө үткәрергә таман булып ҡалды. Һалып ҡуйған аҡсаң бармы, тиһеңме? Слушай, брат, ҡарап тороуға иҫәр кешегә оҡшамағанһың, күҙлегең дә бар. Һуң, кисә һалып ҡуйған аҡса бөгөнгә тиклем нишләп ятһын? Таң тишегенән матур ғына араҡы шешәһенә йә закускаға әүерелеп алға килеп ултыра бит ул.
Сығымдарҙы һәр көн иҫәпләп бар.
Эш хаҡының кәмендә 10 процентын айырым урынға йәки банкыға һала кил.
Ныҡ мохтажлыҡ кисергән әйберҙәрҙе генә ал.
Аҡса йыйыу өсөн алдыңа ҙур маҡсаттар (миллионер булыу йәки фатир алыу һ.б.) ҡуй.
Ай һайын бер үк суммаға йәшә.
Аҡсаны күҙ алдынан алып ҡуй.
Пластик карта менән магазинда иҫәпләшмәҫкә тырыш, аҡсаны үҙ ҡулыңдан бирмәгәс, уны күберәк тотонаһың.
Көнөнә күпме аҡса эшләүеңде иҫәпләп сығар. Нимәлер һатып алыр алдынан уның өсөн нисә сәғәт, көн, аҙна эшләйәсәгеңде уйла.