Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
31 Октябрь 2019, 19:35

Ҡәһәрле ун һумдар

Ауылдан килгән танышымдың урам буйында күкрәк балаһын ҡосаҡлап ултырған ҡатын янында туҡтағас һиҫкәнеп киттем. Ул сумкаһынан аҡсаһын сығарған арала күңелде әллә ниндәй сәйер хис биләп алды. Берсә үҙемдең теге бисараны күрмәйенсә үтеп китеп барыуымдан уңайһыҙландым. “Тирә-яҡтағыларға битараф “асфальт кешеһе”нә әйләнеүем шулмы икән?” тигән уй мейемде телеп үтте. #Бәхәсалмаһы


Ауылдан килгән танышымдың урам буйында күкрәк балаһын ҡосаҡлап ултырған ҡатын янында туҡтағас һиҫкәнеп киттем. Ул сумкаһынан аҡсаһын сығарған арала күңелде әллә ниндәй сәйер хис биләп алды. Берсә үҙемдең теге бисараны күрмәйенсә үтеп китеп барыуымдан уңайһыҙландым. “Тирә-яҡтағыларға битараф “асфальт кешеһе”нә әйләнеүем шулмы икән?” тигән уй мейемде телеп үтте. Ләкин шул уҡ ваҡытта мин түгел, ә танышым хата эшләй кеүек тойолдо. Ни өсөн икәнен аңлата алманым. Күпмелер ваҡыт үткәс, Интернетта бер мәҡәләгә тап булдым, барыһы ла асыҡланды, шикелле...
Күп яҙалар был хаҡта: теләнселәү – донъяла иң яҡшы ойошторолған бизнес. Уның хаҡында күп һөйләйҙәр, хатта ҡулын һуҙып юлыңа сыҡҡан хәйерсене күрмәмешкә һалышып үтеү кәрәклеге аңыбыҙға һеңеп бара. Шулай ҙа берәүҙәр битараф уҙып киткәндә, икенселәр ваҡ аҡсаһын барлап кеҫәһен ҡапшай бирә, яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған бисараларҙы ҡыҙғана. “Ҡышҡы селләлә имсәк балаһы менән рәхәттән сығып ултырмағандыр... Минең хәлем яҡшыраҡ, Аллаға шөкөр, икмәк-һөтлөк бар. Уға аҡса нығырак кәрәк”, – тип уйлайҙар. Тегеһе иһә яуапҡа, көнөнә йөҙәр тапҡыр ҡабатланғандан мәғәнәһен юғалтҡан “Хоҙай һаҡлаһын үҙегеҙҙе. Рәхмәт” тигән һүҙҙәрен әйтеп ҡуя. Теле әйтә лә, күңеле буш... Эргәһенән өс метр китеп йығылһаң да, үлһәң дә – уға барыбер. Аҡса алынды. Эш хаҡы йыйыла... Ә һин кемгәлер тәңкә тотторғаныңдан күңелеңдә еңеллек тояһың. Мохтажға ярҙам иттем, бөгөн изгелек ҡылдым, тип уйлайһың. Ысынлап та шулаймы икән?..
Фекер өсөн веб-донъя яҙмаларының береһен килтерәм:
“...Хәйерсе ҡатын янынан бер ай уҙып йөрөнөм. Алдында ятҡан ике йәш самаһындағы сабыйҙы ҡыҙғандым, әммә бер тин дә бирмәнем. “Минең аҡсаға ниндәйҙер ҡәбәхәт үҙенә йорт һалмаһын әле”, – тинем. Әлбиттә, уның инде әллә нисә өйө барҙыр. Әммә мин бирмәгән аҡса арҡаһында сираттағы бер кирбесенә булһа ла етмәй ҡаласаҡ. Саҡ ҡына әҙерәк “тамһа” ла зарар булмаҫ. Асҡа үлмәҫлек. Был бизнес – яуызлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡҡа ҡоролған.
Янынан үткән һайын тәбиғи булмаған бер нәмәгә иғтибар итә инем: ҡулындағы балаһы бер ҡасан да иламай. Ул гел йоҡлай! Ике-өс йәшлек сабыйҙың көн дауамында йоҡлағанын, йә булмаһа тыныс ҡына ятҡанын күргәнегеҙ бармы?
Тегенең ҡаршыһында бер ни ҡәҙәр баҫып торғас:
– Ни өсөн ул гел йоҡлай? – тип һораным. “Меҫкен” минең аша ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлде. Ҡарашында аңлатып бирә алмаҫлыҡ битарафлыҡ һәм нәфрәт ине. Әйтерһең дә, ул – был донъя кешеһе түгел... Ирендәре менән генә “өс хәреф”кә оҙатты. Ярһый төшөңкөрәп:
– Ни өсөн бала гел йоҡлай? – тип ҡабатланым. Шул ваҡыт арттан килеп кемдер иңемә ҡулын һалды.
– Ниңә бәйләнәһең? Күрмәйһеңме ни, яҙмыш бисараны былай ҙа ҡыйырһытҡан? – тине урта йәштәрҙәге ағай. Ҡулдарына ҡарағанда завод эшсеһе ине, буғай. Бер ус тимер аҡсаларҙы хәйерсенең тартмаһына һалып, сығыу яғына китеп барҙы.
Икенсе көндө шул тирәлә тапанған милиция хеҙмәткәренә мөрәжәғәт иттем. Ул да “хәйерсе – меҫкен ҡатын” кеүегерәк яуап бирҙе. Ә бала йоҡлай ине...
Сегән халҡынан танышым бар. Шунан белештем: хәйерселәрҙе Киевта сегәндәр генә түгел, молдовандар ҙа, украиндар ҙа “тота” икән... Кемдер “һуғыш инвалидтары”нда махсуслаша. Кемдер “операцияға аҡса йыйыусы”ларҙы ҡуллана. Ситтән ҡарап торғанда, осраҡлы ғына тыуған бизнес бик яҡшы яйға һалынған!.. Йыйылған аҡса шунда уҡ “өҫкә” китә. Ябай кеше ни ҡәҙәр “өҫкә” икәнен белһә, һушынан яҙыр ине, моғайын. Танышым баланың ни өсөн гел тыныс булыуын да аңлатып биргәс, арҡамдан боҙло һалҡын йүгерҙе. Ә ул аптырамай ҙа ине... “Йә араҡы эсергәндәр, йә героин ҡаҙағандар. Бала “эшсегә” ҡамасауламаҫҡа тейеш. Эйе, күп осраҡта бәпестәрҙең организмы ул ҡәҙәр “доза”ға түҙмәй. Йыш үләләр. Ҡайһы ваҡыт “эш көнө” уртаһында. Ундай осраҡта “әсә” уны кискә хәтлем ҡосаҡлап ултырырға тейеш. Шундай тәртип”.
Киләһе көн баланың документтары менән ҡыҙыҡһынырға булдым. Тик ҡатында икенсе бала ине... “Тегеһе ҡайҙа?” – тип һорауыма, билдәле, яуап булманы. Уның ҡарауы, яҡында ғына кейем һатып тороусы апай “бисараға бәйләнгәнем өсөн” шелтәләй башланы. Уға бер нәмәгә лә битараф ҡалмай торған оло быуын вәкилдәре ҡушылды. Ахырҙа, ҡыуып ебәрҙеләр. Милицияға хәбәр итеүҙән башҡа сарам ҡалманы. Әммә патруль үҙе мине тапты. Тик иптәш сержант эште иң тәүҙә үҙемдең документтарҙы тикшереүҙән башланы. Журналист таныҡлығым булыуы ыңғай тәьҫир итте, шикелле, итәғәтле генә һөйләште. Теге ҡатын менән бала тураһындағы фекерҙәремде тыңлағас кемгәлер шылтыратырға китте. Бер нисә минуттан һатыусылар ҙа, хәйерселәр ҙә юҡ ине...
Кешеләр! Бала ҡосаҡлаған теләнсе янына туҡтап, аҡсағыҙға үрелгәнсе, ошо осраҡты иҫегеҙгә төшөрһәгеҙ ине. Бәлки, изгелек эшләйем тип, һеҙ, киреһенсә, енәйәтселәргә булышлыҡ итәһегеҙҙер? Был кәсеп аҡса килтермәһә, “бизнес”тары үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр һәм бер гонаһһыҙ сабыйҙар үлмәҫ ине...”
Ҡайҙалыр йыраҡ Украинала ябай бер журналистың күҙәтеүенә таянып яҙылған хәбәр яңылыҡ асманы. “Хужалар” тураһында ла, аҡсалар хаҡында ла күп тапҡырҙар ишеткәнебеҙ бар. Мине уның һуңғы һүҙҙәре генә тетрәтте. Был кәсеп кешенең яҡты хистәренә – ҡыҙғана белеү, мәрхәмәтлелек, миһырбанлылыҡҡа иҫәп тота. Уны юҡ итер өсөн ни бары хәйерсе тартмаһына хәләл аҡсаңды һалмаҫҡа ғына кәрәк! Ә балаларҙы ҡурсаҡ урынына файҙаланыуға юл ҡуйған закондарҙы, дәүләтте, проблеманан ситтә ҡалырға маташҡан полицияны күпме генә һүкһәң дә, уларға өлөш сығарыусылар булғанда, был бәлә бер ҡасан да үлмәйәсәк!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй Федерацияһында хәйерселәүҙе тыйыусы закондар юҡ. Енәйәт кодексының 151-се статьяһы буйынса “бәлиғ булмағандарҙы хәйерселәүгә йәлеп итеү өсөн” яуапҡа тарттырыу ҡарала. Әммә был статья сабыйҙарҙы яҡлай алмай. Сөнки унда ҡырын эштең мәғәнәһен аңлаған баланың, өлкәндәр тарафынан йәбер ителеүе генә күҙ уңында тотола. Ә башҡа осраҡтар был закон эсенә инмәй...
Ундай “әсәләр”ҙе яуапҡа тарттырыр өсөн тағы бер статья бар барлыҡҡа – 156-сы: “Бәлиғ булмаған балаларҙы тәрбиәләү бурыстарын тейешле кимәлдә үтәмәү”. Сөнки бәләкәстәр күп осраҡта ауырыу, талсыҡҡан була. Әммә был ҡанун буйынса бындай “әсә”гә ҡарата ниндәй ҙә булһа санкцияларҙы уның өсөнсө мәртәбә “эләккәненән” һуң ғына ҡулланырға мөмкин. Быныһы – ғәмәлгә ашмаҫлыҡ тиерлек. Йөҙ осраҡтың туҡһан туғыҙында, ике тапҡыр эләккәс тә, улар башҡа нөктәлә төпләнә, хатта икенсе ҡалаға күсеп китә.
Бында полиция хеҙмәткәрҙәре, теләктәре булған осраҡта ла, ярҙам итә алмай. “Ике мәртәбә тоттом, өсөнсөгә ҡаптырырға” тип һағалап йөрөмәҫтәр бит.
Элекке СССР илдәренән (күберәк Молдова, Украина, Тажикстандан) Рәсәйгә теләнселәргә эшкә кеүек киләләр. Ҡайһы ваҡыт хатта ауылдары менән күсенәләр. Метро, электричка, вокзалдарҙа ысынлап та мохтаж бер генә кеше лә юҡ. Сөнки уларҙы “нөктә хужалары” индермәй. Барыһы ла кәсепсе, айлыҡ килемдәре – 60-70 мең һум! Собханалла, эш аҡсаламы ни?! Ун һумдан берәү ҙә ярлыланып китмәй. Тик шул ун һум балаларҙы урлау, һатыу, ғәрипләү, үлтереүгә ҡоролған бизнесҡа булышлыҡ итә. Шуныһы аяныс.
Хәйерселәр Өфөнөң ер аҫты юлдарында ла йыш күренә. Ғәҙәттә, бер сабыйын ҡулына тотҡан булһа, 4-5 йәштәге икенсеһе янында урала. Күпме иғтибар иткәнем бар: ҙурырағы – үҙ милләтенән. (Уларҙы үлтермәҫкә тырышып үҫтерәләрҙер, күрәһең). Ҡатын-ҡыҙҙарҙың юлына арҡыры төшөп ҡулын һуҙа. Сабыйҙарса шуҡлыҡ та бар үҙендә, әммә күҙҙәрендә... Уҫаллыҡ. Улар сәңгелдәктән үк кешеләрҙең миһырбанлығында аҡса эшләргә мөмкинлекте белеп үҫә. Изге хистәрҙә уйнарға өйрәнә. Киләсәктә һөнәр алып, эшкә урынлашыу тураһында түгел, әлеге һөнәре буйынса мөмкин тиклем юғарыраҡ күтәрелеү, үҙенең хәйерселәрен булдырып байыу тураһындағы хыялы сағылалыр унда...
Шуныһы ғәжәпләндерә: үрҙәге әйтелгәндәрҙең береһе лә яңылыҡ түгел. Телевидение, Интернет, гәзит-журналдар даими рәүештә күтәрә был теманы. Бер уйлаһаң, кешеләр күптән береһенә лә аҡса бирмәҫкә өйрәнергә тейеш. Тик бирә шул. Ни өсөн? Берәүҙәр: “Биргән аҡсамдың ул балаға булмаҫын белеп торһам да, мөлдөрәп күҙемә ҡарағас, ҡыҙғанам шул” – тиһә, “Әллә ни ярҙам итә алмаһам да, битараф ҡына уҙып китә алмайым”, – ти икенселәр. Хатта сабыйҙарҙы һәләк итеүгә илткәнен аңлаған осраҡта ла кешеләрҙең миһырбанлыҡ, мәрхәмәтлек хистәре вайымһыҙлыҡ, битарафлыҡтан көслөрәк ҡала. Бында эш мәрхәмәтлектә генәме икән?..
Тағы бер Интернет хәбәре тураһында яҙыу урынлы булыр. Хәҙер һәр кемдең кеҫә телефонына видео яҙҙырып алыу мөмкинлеге бар. Тап шундай яҙмаларҙың береһендә метрола “Сессия тапшырырға ярҙам итегеҙ” тигән яҙыу ҡосаҡлап башын эйеп ултырған берәү төшөрөлгән. Эйе, “Асҡа үләм” дә тимәгән, “Әсәйем янына ҡайтырға аҡсам юҡ” та тимәгән... Шулай ҙа тегенең ҡумтаһына шалтырап тимер тәңкәләр төшә тора. Ҡағыҙҙарын һалыусылар ҙа бар. Был хәл “егет”те кемдер килеп ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып алып киткәнсе дауам итә – манекен икән дә баһа! Ә аҡса һалып китеүселәр иғтибар ҙа итмәгән.
Бында “изге эш”тең бер ҡыҫылышы ла юҡ. Бары тик кемдер үҙ-үҙен “яҡшылыҡ” эшләүенә ышандыра ла, күңеле тыныслана. Хатта теләнсенең “Хоҙай һаҡлаһын үҙеңде. Сәләмәтлек бирһен” тигән һүҙҙәренә лә мохтаж түгел булып сыға... Бер гонаһһыҙ сабыйҙар ғүмере бәрәбәренә бирелгән бындай “күңел тыныслығы” артыҡ ҡиммәткә төшмәйме?..
P.S. Интернетта уҡыған теге яҙманан һуң хәйерселәрҙең ҡулындағы сабыйҙарға иғтибарлыраҡ була башланым. Уйнағандарын, илағандарын күргәнем юҡ әле...

АЙЗИРӘК.

Һиндостандың донъяны шаулатҡан “Миллионер из трущоб” фильмын хәтерләһәгеҙ, унда нәҡ ошо “бизнес”ҡа бағышланған эпизод бар: ҡараусыһыҙ балаларҙы хәйер һорарға өйрәтәләр. Ә ваҡыты етеп тегеләр оҫтара төшкәс, махсус һуҡырайталар. Сөнки һуҡырҙарҙы нығыраҡ ҡыҙғаналар, аҡса мулыраҡ төшә. Бындай хәл кинола ғына була тиһегеҙме?..
Интернетта Егор исемле малайҙың тетрәндергес яҙмышы тураһында мәғлүмәт таралды. Ҡоллоҡтан ҡотолғас, үҙе һөйләгән. Сабый ғына сағында уны сегәндәр урлап алып киткән. Тәүҙә вагондан-вагонға “Балама операция кәрәк. Хоҙай хаҡына ярҙам итегеҙ!” тип йөрөп аҡса эшләгәндәр. Ә үҫә төшкәс, ҡулдарын өҙә сабып, үҙен генә һоранырға сығара башлағандар...
Бер баланы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ишеге төбөнән алып ҡасалар. Әсәһе ҡайғыһынан аҫылынып үлә, ғаилә башлығы аҡылдан яҙа... Икенсеһен кибет янынан... Өсөнсөһөн подъезд алдынан... Йыл һайын Рәсәйҙә 30 меңгә(!) яҡын бала юғала. Һәм уларҙың күпселеге “изгелек хаҡына” һалынған ҡәһәрле ун һумлыҡтар арҡаһында...
Читайте нас: