Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
20 Декабрь 2019, 18:15

Һутлы алманан – кипкән өрөккә

Бер ҡыҙ менән оҙаҡ ваҡыт дауамында осрашып йөрөгәндән һуң, ҡапыл ғына ташлашырға тура килде. Һүҙ юҡ, сибәр ине. Арабыҙҙа һөйөү осҡондары ла тоҡанғайны төҫлө. Әммә яҙмышыбыҙҙы уртаҡ итә алмауыбыҙға тамсы ла үкенмәйем. Сөнки айырылышыуыбыҙға уның тәмәке тартырға әүәҫләнеүе сәбәпсе булды. Һөйгәнемдең бындай ғәҙәте хаҡында белгәс аҡылдан яҙырҙай хәлдә инем.

Бер ҡыҙ менән оҙаҡ ваҡыт дауамында осрашып йөрөгәндән һуң, ҡапыл ғына ташлашырға тура килде. Һүҙ юҡ, сибәр ине. Арабыҙҙа һөйөү осҡондары ла тоҡанғайны төҫлө. Әммә яҙмышыбыҙҙы уртаҡ итә алмауыбыҙға тамсы ла үкенмәйем. Сөнки айырылышыуыбыҙға уның тәмәке тартырға әүәҫләнеүе сәбәпсе булды. Һөйгәнемдең бындай ғәҙәте хаҡында белгәс аҡылдан яҙырҙай хәлдә инем. Әммә үҙемде ҡулға алырға тырыштым. Был хаҡта уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә ҡарар иттем. Бындай юлға баҫыуының сәбәптәрен белештем. Алама ғәҙәтенән арыныуын үтендем. Тәмәке тартыуҙың ҡатын-ҡыҙ организмы өсөн ни тиклем зарарлы икәнлеген төшөндөрҙөм. Һылыуым барыһын да аңлаған ҡиәфәттә баш ҡаҡты. Ғәфү үтенде. Дуҫ ҡыҙҙары менән ҡыҙыҡ күреп кенә тарта башлауҙары хаҡында әйтте. Онотҡанда бер генә була торған хәл был, тип аҡланды. Күҙ йәштәре аша башҡса тәмәкене ҡулына ла алмаҫҡа һүҙ бирҙе. Мин ышандым. Әммә ул һүҙендә торманы. Саф хистәремде алдаҡҡа һәм тәмәке төтөнөнә уҡмаштырып, һөйөүемдең бәҫен төшөрөр хәлем юҡ ине. “Бындай ҡыҙҙы яратҡансы яңғыҙ ҡалыуың хәйерле”. Зиһенем шулай бойорҙо. Һәм мин уға буһондом.
Йыш ҡына шуға иғтибар итәм: тәмәке тартыусы ҡатын ҡыҙ тора-бара матурлығын юғалта. Йөҙөнөң ҡобараһы оса. Бите көл төҫөнә инә. Тауышы тупаҫлана. Тиереһе, тынаҡтары, тештәре һарғая. Хәлһеҙеҙләнә, күҙҙәре ялтырай, сырхау кеше ҡиәфәтен ала. Организмы ваҡытынан алда ҡартая. Былары тәү ҡараштан уҡ күҙгә күренеп торған тышҡы һыҙаттар ғына. Бынан тыш, никотиндың гүзәл заттың барлыҡ ағзаларын зәғифләүе, түлһеҙлеккә килтереүе иҫбатланған. Эйе, тәмәке төтөнө ир-егеттәр өсөн дә зарарлы. Әммә ҡатын-ҡыҙ организмы был ағыу алдында өс тапҡырға көсһөҙөрәк.
Еегеттәр тәмәке тартыусы ҡыҙҙарҙы еңел холоҡло тип ҡабул итә һәм үҙҙәрен улар янында иркен тота. Ә ҡыҙҙар, иҫәрлеге арҡаһында, үҙен көслө заттарға оҡшайым тип уйлай. Ысынында иһә, бындай ҡыҙ бары тик ваҡыт уҙғарыу өсөн генә кәрәк. Тимәк, һылыуҡайым, тәмәке тартып һин үҙ бәҫеңде төшөрәһең. Ә инде ошо рәүешле заманса булып күренәм тип фекерләһәң, бик ныҡ яңылышаһың. Шуны бел: һәр заманда ла тәмле еҫтәр бөркөгән, һау-сәләмәт, алмалай ҡыҙҙар модала булған. Бөгөн дә шулай.
Үткән дәүерҙәрҙә ғүмер кисереүсе ир-аттарға ни тиклем көнләшәм мин. Ата-бабаларыбыҙ гүзәл заттарыбыҙҙың бөгөнгө ише әшәке ҡылыҡтарын күреүҙән азат булған. Бындай ҡот осҡос күренештәр ете ятып бер төштәренә лә инмәгәндер. Хәйер, тәмәкегә ылығыу, спиртлы эсемлектәр менән мауығыу хаҡында ғына түгел әйтер һүҙем. Иң аяныслыһы - гүзәл заттарҙың үҙ тәбиғәтенә хыянат итеүе. Матурлыҡ, изгелек һәм нәзәкәтлелек алиһәһе булараҡ яратылған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙ ихтыяры буйынса оятһыҙ рәүештә тәғәйенләнешенә ҡаршы килә. Йәмһеҙ, яуыз, тупаҫ йән эйәһенә әүерелә. Билләһи, тим ошонан да ытырғанысыраҡ күренештең булыуы мөмкин түгел. Тормошҡа ҡот, бәрәкәт, һут өләшеү өсөн яратылған алмалай ҡыҙҙарыбыҙ сурышып кипкән өрөк хәленә ҡалмаһын ине. Аңыңа кил, башҡорт ҡыҙы! Үҙеңде бындай хурлыҡҡа төшөүрөҙән ҡурсала. Йәнә ҡабатлайым: бер генә ир-егет тә тәмәке тартҡан ҡыҙ менән тормошон бәйләргә ашҡынып тормай.
Минең фекерҙәр менән риза түгелһең икән, үҙеңдән өлкәнерәк тартҡан ҡатындарға күҙ һал. Уларҙың тышҡы ҡиәфәте һиңә оҡшаймы? Йәиһә үҙеңде тәмәке тартмаған йәштәштәрең менән сағыштырып ҡара. Айырманы мотлаҡ һиҙерһең.


Һөйөүен тәмәке төтөнән өҫтөн ҡуйыусы башҡорт егете.
Читайте нас: