Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
22 Июнь 2020, 16:05

Фатима туғайында сабый үкһей

Хәҙер инде беҙ дуҫ егет менән ҡаса башланыҡ, илаған тауыш артан ҡалмай, көслө ел менән килә.

Йылайыр районында, йәмле Һаҡмар буйында "Фатима туғайы" тигән бер ер бар. Бик матур ер инде барып төшһәң, киң туғай урман менән барып тоташа. Тарихы ғына үкенесле, элек ҡаҙаҡ менән башҡорттар дошман булып бер береһенә яу сапҡанда, ҡаҙаҡтар йәш кенә Фатима тигән ҡыҙҙы урлап алып китәләр. 3-4 йыл үткәс, ҡаҙаҡ далаларында Фатима бала таба, тыуған яғын һағыныпмы, әллә ҡаҙаҡтар ыҙалатҡанмы, ул йәш балаһын алып ҡасып китә. Ҡаҙаҡтар баҫтырып тоталар был ҡыҙҙы Һаҡмар буйында. Мәсхәрәләп, туҡмап балаһы менән ҡуша үлтереп, туғайға күмеп китәләр. Шунан ҡалған да инде Фатима туғайы тип.
Олатай колхоз ваҡытында йәйгеһен малдарҙы шул яҡта алып барып көтә торғайныҡ тей, төн етһә, шул туғайҙа гел бала иланы үкһеп үкһеп тип һөйләне. Әллә беҙ йәш булғанға ышанманыҡ, олатай ҡурҡыталар тип кенә ҡолаҡ араһынан үткәрә торҙоҡ.
Әрме сафына барып ҡайтылды, дуҫ егет м-н гәп һатышып ултырғанда шул тарих иҫкә төштө. Кискә ҡарай әйҙә барып тикшерәйек ысынмы, юҡмы тип йыйына башланыҡ. Палатка, сәйнүк һәм тәм том машинаға һалып алып юлға сыҡтыҡ.
Бик матур туғай, палатка ҡоролған. Шарт та шорт килеп утын яна, бызырлап сәй ҡайнай таған өҫтөндә, яр буйында осоноп былбыл һайрай. Кинәнеп һыу кереп алдыҡ, тирә яҡҡа һоҡланып сәй шөрпөлдәтәбеҙ. Моңайып ҡына тулыланып ай ҡалҡты. Дуҫ егет бер ваҡыт ялтыр шешә сығарҙы "для храбрости" тип. Һөйләшә һөйләшә шешәне бушата барабыҙ, нимәгә килгәнде онота ла башланыҡ инде. Дуҫ егет бер ваҡыт "Ишетәһеңме?" тигәнгә, ҡолаҡты локатыр һымаҡ итеп, тыңлай башланым. Эйе, урман ҡырында тауыш ишетелә ине. Бер беребеҙгә ҡарашып алдыҡ. Шайтан һыуы үҙенекен итте, барып ҡарарға булдыҡ. Фонарь тотоп торҙоҡ та, ай яҡтыһында былай ҙа һәйбәт күренә тип, алмаҫҡа булдыҡ. Икебеҙҙә лә күҫәк, яйлап барабыҙ, тауыш көсәйә, әйтерһең, берәү ер аҡтарамы ни! Сыйылдаған тауышҡа терт итеп ҡалдыҡ. Ҡыр сусҡаһы балалары менән ҡасып китте. Эй аллам, ер аҡтарып, морондары менән тамыр ашап йөрөгәндәр икен тип, бер-беребеҙҙән көлә-көлә торғанда, палатка эргәһендә бала илап ебәрҙе, тиҙ генә палатка менән усаҡ яғына ҡараныҡ. Усаҡ яҡтыһында шәүлә үтеп киткәндәй тойолдо. Илаған сабый тауышы тынмай, тик үкһей ныҡ итеп. Тоттоҡ та йүгерҙек усаҡ янына, барып етеү менән илаған тауыш алыҫлашты.
Урман яғында сыға бит. Шул ваҡытта ла араҡы үҙенекен эшләне, фонарҙы алдыҡ та йүгерҙек тауыш артынан. Беҙ баҫтырабыҙ, илаған тауыш шыла, урман араһына сытырык араһына инеп киттек, юҡ ҡыуып етеп булмай. Баҫтырып оҙаҡ ваҡыт үткәндер ташҡа эләгеп йығылдым, дуҫ егет тә туҡтаны. Тороп тирә-яҡты байҡаһаҡ, таштар тора ай нурында һерәйешеп.
Эйе, был борондан ҡалған зыярат ине, икебеҙ ҙә бер ваҡытта аңланыҡ дуҫ егет менән. Илаған тауыш тынмай, киреһенсә, яҡынлаша башланы. Ағас баштарынан көслө ел үтте. Аҫта ел юҡ, ә ағас баштары һынырҙай булып сайҡала башланы. Хәҙер инде беҙ дуҫ егет менән ҡаса башланыҡ, илаған тауыш артан ҡалмай, көслө ел менән килә. Туғай ҡырына килеп сыҡтыҡ, машина күренде. Йүгереп килгән ыңғайға машинаға һикереп ултырҙыҡ, беҙҙең ҡурҡыу машинаға ла күсте, буғай, тиҙ генә тоҡанып китте. Ҡуҙғалып киттек, дуҫ егеткә баҫ тип ҡысҡырам, машина һөрәмәй, ниңәлер ауыр машинаға тей. Мин ултырған яҡтан бер нимә килеп төкөгәндәй булды, машина сайҡалып китте. Юлға килеп сығыуыбыҙ булды, әйтерһең, ниндәйҙер көс машинаны ебәрҙе. Машинабыҙ саң борҡотоп урынынан тиҙ генә тиҙлек йыйып алға ырғыны.
Башҡа Фатима туғайына барманыҡ, палатка менән сәйнүк шунда ятып ҡалды. Ниндәйҙер тойғо, тағын барһаҡ, беҙҙе көтөп торған һымаҡтар....
Читайте нас: