Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
11 Сентябрь 2020, 10:40

Сәсеү февралдә башланғанмы?

Ни өсөн улай?

Ҡулына диплом алған Рәлисте район гәзитендә ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар.
— Как раз бер кеше кәрәк ине, — тип уны ауыл хужалығы бүлегенә ултыртып ҡуйҙылар.
Бер нисә көндән районда яҙғы баҫыу эшен йомғаҡлау йыйылышы булды. Унда Рәлисте ебәрҙеләр.
— Иғтибар менән тыңлап ултыр, арыу ғына мәҡәлә яҙырһың, — тип мөхәррир ҡолағына киртеп ҡуйҙы.
Сығыш яһаусының һәр һүҙен блокнотына элеп ултырҙы егет. Айырыуса “Быйыл баҫыу эштәре былтырғыға ҡарағанда бер аҙнаға алдан тамамланды” тигән һүҙҙәрҙе Рәлис кәртәләп үк ҡуйҙы.
Редакцияға ҡайтҡас, элек нисегерәк яҙғандар икән тип, бынан алдағы тупланмаларҙы ҡараштыра башланы һәм йыл һайын сәсеүҙе теүәл бер аҙнаға алдан башлауҙары хаҡында белде.
Ултыра торғас, Рәлис шундай фекергә килде — быйыл сәсеү эштәре февраль айында уҡ бөтөргә тейеш була түгелме һуң?
Читайте нас: