Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
22 Декабрь 2020, 22:15

ЯЗАҒА ТАРТТЫР ҺИН УНЫ!

"Мин уның ирлек көсөн тартып ала алам. Ул саҡта теге ҡатынға уның кәрәге бөтәсәк”,-тине

Тормош иптәшем уйламағанда беҙҙе ташлап икенсе ҡатынға сығып киткәс, минең өсөн донъя емерелгәндәй тойолдо. Баламды, үҙемде йәлләп бер туҡтауһыҙ иланым, шешә төбөндә лә йыуаныс таптым. Унан төрлө күрәҙәселәргә йөрөй башланым: кемдән кәрт һалдырам, кемдән ноҡот. Күптәре: “Иреңде сихырлап үҙенә ҡаратҡан бит!”-тине. Мин һаман баламдың атаһын ҡайтарыу уйы менән яна инем.
Интернет аша бер көслө күрәҙәсеме-экстрасенсмы ҡатынды таптым. Уның менән аралаша башланыҡ. Ул мине тынысландырып: “Ниңә һин ул тиклем ыҙалайһың? Теләһәң, иреңде язаға тарттырып була. Мин уның ирлек көсөн тартып ала алам. Ул саҡта теге ҡатынға уның кәрәге бөтәсәк”,-тине. Мин шул тиклем иремә асыулы инем, шуға күрә ризалаштым һәм: “Әйҙә, ярты ир булып йәшәп ҡара! Кемгә кәрәгерһең икән!”-тип үсәнем. Экстрасенс миңә бер нисә сиркәү шәмен һатып алырға, иремдең плавкиһын һәм фотоһын әҙерләргә ҡушты. “Барыһын да скайп аша эшләйбеҙ, тик төнгө ике менән өс араһында”,-тине. Мин иремә ошо этлекте ҡылырға уйлағанда янымда кемдеңдер мине әйҙүкләп, эткесләп алып йөрөгәнен тойҙом. “Шайтан ҡоторта” тигән һүҙҙәрҙең хәҙер буш һүҙ түгел икәнлеген аңлайым. Иремде аҡылға ултырта торған төндә йоҡламаҫҡа булдым. Тик күҙ йомолоп ҡына бара. Төнгө ике тула биш минутҡа уятҡысты ҡуйҙым да яттым. Уның тауышына уянып тороп ултырғайным, мине ниндәйҙер йылы болот уратып алды ла, кире карауатҡа этә башланы. Мейемдә: “Кәрәкмәй, эшләмә быны, һуңынан үкенерһең”,-тигән һүҙҙәр яңғыраны. Тик был минең уйым түгел ине. Йоҡоға талыр алдынан янымда ап-аҡ шәүләнең сайҡалып тороуын күрҙем. Иртәнсәк еңел тойғо менән уянып киттем. Экстрасенс ҡатынға башҡа мөрәжәғәт итмәнем. Дүрт йыл ваҡыт үтте, ә мин һаман да ҡара эштән ҡотҡарып ҡалған Юғары көстәргә рәхмәтлемен.
Гүзәл СӘЛИХОВА.
Читайте нас: