Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
7 Ғинуар 2021, 22:20

"Бай булыу өсөн ни эшләргә кәрәк?"

Хатта төндә лә эшләйһең.

Кескәй ҡыҙым берәй әйбер һораһа, ғәҙәттә: "Ярай, байыҡҡас алырбыҙ әле", - тип яуаплайым.
Көндәрҙең береһендә ул:
- Атай, ә бай булыу өсөн ни эшләргә кәрәк? - тимәһенме!
- Күп эшләргә, егәрле булырға!
- Күп эшләргә? - тип ғәжәпләнеп, ҡабатлап һораны ҡыҙым. Унан бергә уйнаған әхирәтенең атаһы менән әсәһен иҫенә төшөрҙө. - Ана, Мансаф ағай ҙа, Зәлиә апай ҙа күп эшләй, Мансаф ағай өйҙә лә тормай. Хатта ҡайтҡас та эшләй. Кисә генә берәүҙәргә мунса мейесе һала ине. Ни эшләп бай түгелдәр һуң? Гел беҙҙән аҡса алып торалар... Үҙең дә өйҙә торғаның юҡ, хатта төндә лә эшләйһең. Бер тапҡыр ҙа диңгеҙгә барғаныбыҙ юҡ...
Ҡыҙымдың һорауҙары уйға һалды. Көнө-төнө өйгә йоҡмай эшләп тә әллә ни йәлсей алмағандарҙың булыуы, ысынлап та, ғәжәп бит... Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: