Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
7 Ғинуар 2021, 22:45

Был ҡатын ниңә илай?

Ниндәй хәсрәткә батҡан?

Берәү, мине һайлаһағыҙ шуны эшләремен, быны хәл итермен тип йөрөп-йөрөп тә депутатлыҡҡа үтә алмай. Дуҫы осратып хәл-әхүәлен һорашҡас:
– Ҡуй, һорама ла инде, насар, ти.
– Нисек инде насар? Эшләгән эшең һәйбәт, һаулығыңа ла зарланырлыҡ түгел шикелле.
– Депутатлыҡҡа үтә алманым бит, – ти ул күҙ йәштәрен һөртөп. – Депутат булып китһәм, балаларҙы ҡарармын, фатир һатып алырбыҙ тип уйлағайным, килеп сыҡманы, үтә алманым, – тип хәсрәтен һөйләй.
Бер нисә йылдан был ханым барыбер депутатлыҡҡа һайланды…
Читайте нас: