Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
17 Ғинуар 2021, 21:45

"Ул минeң бaлa түгeл..."

Барыһы ла яйлы ғына кеүек ине лә бит. Бөтә мәхшәр фермаға яңы зоотехник килгәс башланды. Урыҫ милләтенән булған был ир бисәләр менән сыуалыусан булып сыҡты.

Рауил йомоҡ, бәләкәйҙән өндәшмәҫ булды. Әллә бик иртә әсәйһеҙ ҡалыу сәбәпсе булдымы быға... Береһенән-береһе бәләкәй биш балаһын ҡалдырып, ауыр сирҙән йәшләй баҡыйлыҡҡа күсте шул әсәләре. Иң өлкән ағалары саҡ өйләнеп, айырым донъя көтә башлағайны ул ваҡытта.

Әсәләре үлгәс, аталары бер нисә тапҡыр өйләнеп ҡараны, әммә дүрт балалы бәләкәй генә йортта донъя көтөп, баҫылып йәшәп китергә теләүсе булманы. Ҡатындар аҙыраҡ тора бирҙе лә ҡайтып китеү яғын ҡараны. Булмаған бәхет артынан ҡыумайым тип, ир ҙә төңөлөп, балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы.

Башҡалары үҙ парҙарын табып, ояларын ҡорҙо, тик өндәшмәҫ Рауил ғына өйләнмәй йөрөй бирҙе. Мыҡты кәүҙәһе, бөҙрә сәстәре, зәңгәр күҙҙәре ҡыҙҙарҙың һушын алырлыҡ та бит, тик бына шул йомоҡлоғо...

Ахырҙа ауылдаштарының береһе күрше райондан Мәрзиә исемле тәпәшәк кенә буйлы, ҡараҡай ғына етем ҡыҙҙы димләне. Был икәү төп йортта бергәләп донъя көтә башланы. Ҡарт аталары ла, балаларымдың барыһын да башлы-күҙле иттем тип, тынысланып, оҙаҡ та тормай теге донъяға китеп барҙы.

Йыуаш Мәрзиә артыҡ уңғанлығы менән маҡтана алмаһа ла, һәүетемсә тормош алып барҙылар. Низағлашып киткән ваҡыттары ла булманы түгел, йыш ҡабатланмаһа ла, ир ҡул да күтәргеләне. Шулай ҙа терәлер терәге булмағас, ҡатын түҙҙе. Рауилдың туғандары ла ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты – телевизор килтерһендәрме, йорт йыһазы ташыһындармы. Бар теләктәре был икәүҙе бергә йәшәтеү ине. Ваҡыт үтә торҙо, тормош алға барҙы, ғаиләлә ҡыҙ менән малай тыуҙы. Ирле-ҡатынлы икәүләп колхозда тир түкте: Раүил - мал ҡараусы, Мәрзиә һауынсы булып эшләне.

Барыһы ла яйлы ғына кеүек ине лә бит. Бөтә мәхшәр фермаға яңы зоотехник килгәс башланды. Урыҫ милләтенән булған был ир бисәләр менән сыуалыусан булып сыҡты. Күҙен майландырып Мәрзиә эргәһендә урала башланы. Эш урындары бер ерҙә булғас, йыуаш ҡатын быға артыҡ әһәмиәт бирмәне. Тегенең шаяртыуҙарына ла шаярыу менән генә яуап бирҙе. Яман телле кешеләр Рауилға быны еткерҙе, йәнәһе, ҡатының урыҫ менән сыуала. Был хәбәр ирҙе сығырынан-сығарҙы. Көнләшеүҙән күҙе аларып, ҡатынын ишетергә лә теләмәне. Уйнашсы тип тәгәрәтеп туҡмап, урамға сығарып ырғытты. Был ваҡытта Мәрзиә өсөнсөгә балаға уҙғайны...

Бынан ары ғаиләлә тыныс көндәр бөттө. Ҡатынын ғәфү итмәне Рауил, баланы ла минеке түгел тине. Ахырҙа айырылышып ҡуйҙылар, суд, ҡатындың йорто юҡ тип, ике баланы атайҙа ҡалдырҙы. Яңы тыуған сабыйын үҙ фамилияһына яҙҙырып, ауылдан сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы ҡатынға...

...Йылдар үтте. Рауил хәҙер пенсия йәшендәге ир, башҡа бер ваҡытта ла өйләнмәне. Ауылда яңғыҙы үҫтергән улы ҡарамағында йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙы ғүмерһеҙ булды, мунсала башына еҫ тейеп, ун бер йәшендә генә әрәм булды.

Мәрзиәнең яҙмышы ла аяныслы тамамланды. Күрше районда ғына йәшәне ул, яңынан кейәүгә сыҡты. Бәхете бер булмағас, булманы... Йүнһеҙ генә, донъя көтөүгә барымһыҙ әҙәм булып сыҡты ире, етмәһә, эсергә яратты. Һөҙөмтәлә ҡатын да уға эйәреп эскелек һаҙлығына батты, унан сыға алмай, ғүмерен өҙҙө.

Ҡасандыр атаһы баш тартҡан ҡыҙ үҫеп, хәҙер үҙе әсәй булған, кейәүгә сығып, матур донъя көтә. Атаһын кисерә алмай ул, ә бына ағаһы менән осрашҡандар. Шуныһы ғәжәп, Рауилдың үҙе менән ҡалған балаларынан айырмалы, ҡасандыр минеке түгел тип ҡыуып сығарған ҡыҙы үҙенә шул тиклем оҡшаған, һуйған да ҡаплаған... Күсермәһе кеүек оҡшаған ҡыҙын күрһә, ни уйлар ине икән? Ҡасандыр үҙенең иҫәрлеге арҡаһында емерелгән яҙмыштар өсөн үкенәме икән Рауил?..
Читайте нас: