Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
12 Апрель 2021, 22:00

Күк аҫтында ҡалған бала саҡ

Һәләкәт тураһында Советтар Союзы гәзиттәре бер юл да яҙмай, радио һәм телевидение бер һүҙ ҙә әйтмәй. Ә 16 сәғәттә Мюнхендан “Азат Европа” радиостанцияһы түбәндәге хәбәрҙе тапшыра: “Балтфлот диңгеҙ авиацияһының “АН-24” хәрби-транспорт самолеты өс сәғәт элек Светлогорскиҙағы (Калининград өлкәһе) балалар баҡсаһына ҡоланы. Һәләк булыусылар араһында – алты йәшкә тиклем балалар, тәрбиәселәр һәм самолет экипажы, барлығы 30 кеше”.

1972 йылдың 16 майында көпә-көндөҙ Светлогорск ҡалаһындағы балалар баҡсаһына самолет ҡолай. Төшкө аш ейеп ултырған тәрбиәселәр өҫтәл артынан тора, балалар уйынсыҡтарын ҡабат ҡулына ала алмай. 35 кеше һәләк була.
Светлогорск фажиғәһе тураһында оҙаҡ йылдар бер кем бер һүҙ өндәшмәй, хатта яҡындарын юғалтыусылар ҙа. Әлегә ҡәҙәр энциклопедияларҙа ла һәләк булыусыларҙың һаны дөрөҫ күрһәтелмәгән, барыһына ла летчиктар ғәйепле тип иҫәпләнелә, йәнәһе, уларҙың ҡанында алкоголь табылған.
Үлем юлы
16 майҙа Светлогорскиҙа көн аяҙ һәм елһеҙ була. Төшкә табан офоҡта СССР Балтика флоты авиацияһы 263-сө авиатранспорт полкының “АН-24” самолеты күренә. Парктағы шайтан ҡуласаһына саҡ теймәй стадионды урап оса, һул ҡанаты менән бейек ҡайындың осон ҡырҡып төшөрә. Уны беренсе булып паркта ял итеүселәр һәм ҡала стадионында физкультура дәресен тамамлаған уҡыусылар күрә.
– Беҙ балалар баҡсаһы янынан һалынған һуҡмаҡтан мәктәпкә ҡайтып бара инек, – тип хәтерләй Николай Алексеев. – Баштарыбыҙға ҡолаған самолетты күреп, аптырап ҡалдыҡ, кемдәрҙер ҡасмаҡсы булды. “Туҡтағыҙ!” – тип ҡысҡырҙы уҡытыусыбыҙ. Урындарыбыҙҙа ҡатып ҡалдыҡ, турбиналарының эҫеһе менән беҙҙе ҡойондороп, бейеклеген юғалып, баш особоҙҙан уҙып киткән идараһыҙ самолетты күҙәттек.
Өлкән класс уҡыусылары Таня Ежова менән Наташа Цыганкова – беренсе осраҡлы ҡорбандар. Ҡыҙҙар балалар баҡсаһына етеп килә, көтмәгәндә...
– Балалар баҡсаһына барып етергә бер нисә аҙым ҡалғас, беҙ кәрәсиндең эҫе парҙары аҫтында тороп ҡалдыҡ, – тип хәтерләй Татьяна Ежова. – Бер нәмә лә аңламаныҡ, күҙ асып йомған арала сәстәребеҙгә, кейемдәребеҙгә ут ҡапты. Ҡурҡыуҙан һәм түҙеп торғоһоҙ ауыртыуҙан шаңҡыныҡ. Тирә-йүндә бер кем дә юҡ, ут ялмап алған урам уртаһында беҙ генә...
Ә самолет шыршылар араһында ултырған балалар баҡсаһына табан осоуын дауам итә. Баҡса “Светлогорск” шифаханаһыныҡы, ведомство ҡарамағындағы учреждениеларға хас булғанса, бында балаларҙы тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған, эш хаҡы юғары. Баҡсаға түрә-ҡара – милиция начальнигы, ГАИ начальнигы, комсомол ҡала комитетының беренсе секретары, Светлогорск суды хеҙмәткәрҙәре, баш табип балалары йөрөй. Берҙән-бер төркөмдә – өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар.
Тышта уйнап ингәндән һуң, балалар төшкө ашҡа үҙ урындарына ултыра. Ашханаға ҡайнар аш еҫе тарала. Ашнаҡсы Тамара Янковская, моғайын, ғәҙәттәгесә, әкрен генә өҫтәлдәр араһынан үткәндер, балаларҙың ашыҡмай ашауҙарын күҙәткәндер, ҡалаҡты дөрөҫ тоторға өйрәткәндер.
Тәҙрәгә күҙ һалғас, тәрбиәсе Валентина Шабашова-Метелица улы Андрейҙы күрә. Был көндә малай өләсәһе Нина менән ҡалала йөрөй. Балалар баҡсаһы янында Нина Сергеевна күршеһен осрата. Гәпләшергә туҡталалар. “Өләсәй, мин әсәйем янына барып киләм”, – тип һорай Андрей. Валентина уға ҡаршы сыға. Әсә менән ул ҡосаҡлашырға ғына өлгөрә...
Бер аҙҙан балалар баҡсаһы бинаһын көслө бәрелеү тетрәтә. Ҡолағанда ике ҡанатын һәм шассийын юғалтҡан, яртылаш ҡалған фюзеляж юғары тиҙлектә икенсе ҡатты төкөй, бөтәһен дә үҙенең ҡалдыҡтары аҫтына ерләй. Бәрелгәс, яңы көс менән гөлтләгән кәрәсин күҙ менән ҡаш араһында барыһын да ялҡын менән солғап ала.
Балалар баҡсаһының быҫҡыған емереклектәре янында юлда самолет кабинаһы ята. Унда, штурвалға тотоноп, үлгән летчик ултыра. Икенсе пилот та юлда аунай. Ел ундағы ялҡынды йә кәметә, йә яңы көс менән елберләтә.
– Бер кем дә бер биҙрә һыу ҙа һипмәне, – тип хәтерләй күршелә йәшәгән ҡарсыҡ. – Уның янына барырлыҡ түгел ине.
Таныу хатаһы
Был тамуҡта бер кем дә иҫән ҡалмағандыр һымаҡ. Шулай ҙа бөтәһе лә һәләк булмай. Урам яғынан тәҙрә һөртөүсе няня Анна Незванова ҡот осҡос үлемдән ҡотола. Шартлау тулҡыны уны бер нисә метр ситкә ырғыта. Һушына килеү менән, Анна Никитична быҫҡып ятыусы емереклектәргә ташлана. Унда – балалар баҡсаһының харабалары аҫтында – улы Ваня. Ҡайғыһынан аҡылдан яҙыр сиккә еткән ҡатын, балаһын эҙләп табырға ынтылып, үҙе лә ялҡында саҡ үлмәй ҡала...
Ул көндә төрлө сәбәптәр арҡаһында өс тәрбиәләнеүсе балалар баҡсаһына бармай. Фажиғә булыр алдынан Ирина Голушко грипп менән ауырый. 16 майҙа әсәһе уны баҡсаға алып барырға йыйына, ләкин кире уйлай.
– Мин дауаханаға бөйөрөм ауыртып эләктем, – тип хәтерләй Олег Саушкин (ул саҡта уға алты йәш). – Бер мәл тотош дауахананың ығы-зығы килгәне иҫемдә ҡалған. Барыһы ла йүгерергә тотондо, машиналар ҡайҙалыр китте, табиптар һәм шәфҡәт туташтарының күҙендә – юғалып ҡалыу, ниндәйҙер ҡот осҡос нәмә билдәләре. Һуңынан әсәйем миңә күҙ йәштәренә төйөлә-төйөлә беҙҙең садикта ни булғанын һөйләне...
– Фажиғә булыр алдынан ғына минең аңҡау биҙен алып ташланылар, – тип һөйләй Ольга Коробова. – Өйҙә ултырыу минең өсөн ғазапҡа әйләнде. Ул көндә әсәйем: “Әйҙә, йыйын, баҡсаға барабыҙ”, – тине. Тиҙ генә кейендек. Ишекте асыуыбыҙ булды, көслө шартлау яңғыраны. Шул тиклем көслө булды, хатта ер тетрәне. Әйткәндәй, әсәйем ул баҡсала няня булып эшләй ине. Тимәк, ҡот осҡос үлемдән уны Хоҙай һаҡлаған булып сыға.
Аллаһы Тәғәлә ошо баҡсала тәрбиәләнеп сыҡҡан Валерий Роговты ла һаҡлай. Һаҡлап ҡына ҡалмай, фажиғә тураһында иҫкәртә.
– 1972 йылда мин беренсе класта уҡый инем, – тип һөйләй Валера. – Төндә төш күрҙем. Үҙебеҙҙең садиктағы малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы ап-асыҡ күрҙем, барыһын да ялҡын ялмап алған. Ут ғәҙәттәгесә түгел – ысын сираҡ. Иртән һалҡын тиргә батып уяндым. Төшөмдө әсәйемә һөйләнем. Беҙ уға әллә ни әһәмиәт бирмәнек, ләкин мин мәктәпкә башым ныҡ ауыртып киттем. Төш көнө садикка барҙым һәм... Ғөмүмән, фажиғә урынына беренселәрҙән булып барып эләктем. Тирә-яҡта ярҙамға килгән кешеләр ни эшләргә лә белмәйенсә йүгерешә. Ҡайҙалыр ҡыуаҡтар араһында, бәғерҙәрҙе телеп, янған эт ҡурҡыныс итеп олой...
– Был хәл булғанда төш ваҡыты ине, – тип хәтерләй Светлогорск эске эштәр бүлегенең элекке хеҙмәткәре (1972 йылда – ОБХСС инспекторы, милиция лейтенанты) Леонид Балдыков. – Өйҙә тамаҡ ялғап ултыра инем. Өйөм балалар баҡсаһынан йөҙ метр алыҫлыҡта ғына. Күргәндәребеҙ беҙҙе, аяҡтарында ныҡ баҫып торған ирҙәрҙе лә, таң ҡалдырҙы. Ҡоторонған ут стенаһы, ватыҡ бактан асфальт буйлап аҡҡан яғыулыҡтан сыҡҡан түҙеп торғоһоҙ һөрөм...
Бер үк ваҡытта тиерлек фажиғә урынына милиция нарядтары, янғын һүндереүселәр, күршеләге хәрби частар хеҙмәткәрҙәре һәм Балтфлот моряктары килә. Һанаулы ғына минуттарҙа өс рәт саф ҡуйыла. Ҡоралланған һалдаттар, бер-береһенең ҡулдарына ныҡ тотоноп, балалары һәләк булған ҡот осҡос утҡа ынтылыусы бәхетһеҙ әсәләрҙе көскә тыйып тора. Уларҙы хәүефһеҙ урынға ебәреү ҡыйынға төшә.
– Сафтың беренсе рәтендә ағайым, мичман Валентин Константинович та булған, – тип хәтерләй Олег Саушкин. – Уның һүҙҙәре буйынса, емерелгән балалар баҡсаһы янында торған офицерҙарға, мичмандарға, матростарға бөтәһенән дә нығыраҡ эләгә. Күптәрҙең, шул иҫәптән уның да, тельняшкаһы йыртыла, ҡайғынан аҡылдан шашҡан ҡатындар, саф аша үтергә тырышып, биттәрен тырнай...
Юл буйлап, һөрөмдән ҡарайған газонға, хәрбиҙәр аҡ япмалар йәйә. Ҡотҡарыусылар харабалар араһынан сығарылған балаларҙың ҡалдыҡтарын шунда һала башлай. Күптәр, түҙмәйенсә, күҙҙәрен ҡаплай, ситкә борола. Кемдер һуштан яҙып йығыла.
– Һауаны тетрәткән ул ҡот осҡос олоуҙы ғүмергә онотасағым юҡ, – тип хәтерләй Валерий Рогов. – Кешеләр иланы, ҡысҡырҙы, үкһене, кемдер истерикаға бирелде...
Махсус транспорт һәләк булыусыларҙың ҡалдыҡтарын алып китә алһын өсөн, ҡотҡарыусыларға һәм янғын һүндереүселәргә тар урамдағы кирбестәрҙе һәм самолеттың емерек фрагменттарын төрлө яҡҡа ташырға тура килә. Асфальт ҡан һарҡырап торған яраларҙы хәтерләтеүсе күп һанлы бураҙналар менән ҡаплана. Шунда уҡ брезент носилкалар тотҡан һалдаттар күренә. Ике һалдат янған летчиктың кәүҙәһен алып китә. Шунан – икенсеһен, өсөнсөһөн. Кемдер Валерий Роговтың ҡулынан эләктереп ала. Малай артына боролғас, илаған ҡатындарҙы күрә. Уларҙың береһе, быҫҡып ятҡан емереклектәргә күрһәтеп, уға ҡысҡыра: “ Ни өсөн улар унда, ә һин бында?! Һин улар менән бергә булырға тейеш инең! Һинең әсәйеңә, һин улар менән, тинеләр!..”
Ғәҙәттән тыш хәл
Курортлы Светлогорскиҙа 24 сәғәткә ғәҙәттән тыш хәл индерелә. Кешеләргә ҡаланан китергә, хатта өйҙәренән сығырға рөхсәт итмәйҙәр. Электр утын һәм телефондарҙы өҙәләр. Һуңынан кешеләр самолеттың электр сымдарын өҙөүен күрә. Ҡала тымып ҡала, кешеләр, һуғыш ваҡытында убежищелағы кеүек, ҡараңғы фатирҙарҙа ултыра. Кистән яр буйҙарында милиция нарядтары һәм дружинниктар дежур итә: һәләк булыусыларҙың туғандары батырға уйлар, тип ҡурҡалар. Харабаларҙы таҙартыу, һәләк булыусыларҙың кәүҙәләрен эҙләү ҡара төнгә тиклем дауам итә. Емерек ҡалдыҡтарын, аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡала янындағы сүплеккә ташыйҙар. Һуңынан унда балаларҙың янған китаптары һәм уйынсыҡтары, ғәскәри кәрәк-яраҡтар табыла...
Ҡалдыҡтар тейәлгән һуңғы машина ҡаланан сығыу менән, балалар баҡсаһы торған урынды, үртәлгән ергә кәҫ түшәп, тигеҙләйҙәр. Сит күҙҙәрҙән фажиғә эҙҙәрен йәшереү өсөн, ул урында ҙур клумба эшләйҙәр.
– Иртәнгә балалар баҡсаһы, әйтерһең, бер ваҡытта ла булмаған – уның урынында клумбалар сәскә ата ине, – тип хәтерләй Андрей Дмитриев. – Ата-әсәләр үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанманы. Үртәлгән ер ҡырып алынған, кәҫ түшәлгән, ҡыҙыл кирбестәрҙе ватып юлдар һалынған. Һынған һәм янған ағастар ҡырҡылған. Танауҙы ҡырҡыу кәрәсин еҫе яра. Еҫ тағы ла ике аҙна аңҡыны әле...
Светлогорск фажиғәһе эҙемтәләре ҡот осҡос: 24 бала (рәсми сығанаҡтарҙа күрһәтелгәнсә 23 түгел), 1 тәрбиәсе һәм 8 экипаж ағзаһы тереләй яна. Тағы ла бер бала ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Баҡтиһәң, ҡыҙҙарҙың береһенең атаһы алыҫҡа йөҙөп йөрөү капитаны булған икән. Уға судноға ҡайғылы телеграмма һуғалар. Яуабында ул ҡыҙын туғандар ҡәберлегенә ерләмәүҙе, үҙенең ҡайтыуын көтөүҙе үтенә. Шуға күрә ҡыҙҙы иҫәпкә алмайҙар...
Тәндәре ныҡ бешкән балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре Тамара Янковская, Антонина Романенко һәм уны осраҡлы ғына күрергә ингән әхирәте Юлия Ворона хәрби госпиталгә килтерелә. Уларҙың яҡындары дауаханаға көн дә килеп йөрөй, КГБ хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалмай: артығын һөйләй күрмәһендәр! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Романенко һушына килә алмай шунда уҡ үлә, Янковская ярты йылдан һуң вафат була, ә Ворона иҫән ҡала.
Һәләк булған балаларҙы һәм тәрбиәселәрҙе тимер юл станцияһы янындағы туғандар ҡәберлегенә ерләйҙәр. Ул көндө ҡаланы Калинград менән тоташтырыусы юлда хәрәкәт сикләнә. Бер үк ваҡытта Калининградтан курортҡа килеүсе пассажирҙарҙы ташыусы поездар туҡтатыла. Рәсми версия – юлдарҙы ашығыс ремонтлау, рәсми булмағаны – авиаһәләкәт тураһындағы хәбәрҙе ситкә таратмау. Матәм саралары менән бәйле ваҡытлыса сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, зыяратҡа ете меңдән ашыу кеше йыйыла.
КГБ хеҙмәткәрҙәре фотоға төшөрөүҙе тыя, ә кем төшөрөп өлгөргән, уларҙың таҫмалары яҡтыртыла. Ләкин һәләк булыусыларҙың яҡындарының бер нисәһе барыбер фотоға төшөрөп өлгөрә.
Йәшерен тикшереү
Светлогорскиҙағы авиаһәләкәт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылмай. Оборона министры приказы менән генә сикләнәләр, уға ярашлы 40-ҡа яҡын хәрби вазифаһынан бушатыла.
Шул саҡта уҡ төп версия барлыҡҡа килә: ҡандарында алкоголь табылған летчиктар ғәйепле. Ошо сәбәп арҡаһында һәләк булған балаларҙың һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең яҡындары летчиктарҙы “уларҙың ҡорбандары” янында ерләүҙе тыя. Ошо уҡ сәбәп арҡаһында храм-часовнялағы дөйөм исемлектә экипаж ағзаларының исем-шәрифтәренә урын табылмай.
Сиркәү священнигы фажиғәгә ҡағылышлы ҡайһы бер архив документтарын үҙендә һаҡлай. Ләкин иң мөһиме – бында отрядтан диспетчерҙар, бортмеханиктар, летчиктар килә. Күптәр тәүбәгә итә... Нимә һөйләгәндәр һуң? Тәүбәгә килеү сере священникка һөйләргә ҡушмай. Уның ҡарауы, инана: экипаждың бында ғәйебе юҡ.
Башҡа һыймаҫлыҡ версиялар ҙа була. Кемдәрҙер летчиктар бурысты үтәүгә насар әҙерләнгән тип раҫлай. Пляжда ҡыҙыныусы нудист ҡыҙҙарҙы ла онотмайҙар (алты градус йылыла!), йәнәһе, летчиктар диңгеҙ өҫтөндә сираттағы тапҡыр түбәнәйгәндә уларҙы күрергә теләгән. Экипаж башбаштаҡланып осҡан, тип яҙалар. Ысынбарлыҡта иһә сәбәп бейеклек үлсәгестә...
– Беҙгә яҡын скандинав күршеләр йыш ҡына һауа киңлектәрен боҙорға ынтылды, – тип һөйләй 263-сө айырым транспорт авиация полкы хеҙмәткәрҙәренең береһе. – Ҡайһы берҙә боҙҙолар ҙа. Улар хәрби самолеттар түгел ине. Бер моторлы, түбәндән осоусы, һәүәҫкәр пилоттар йөрөткән спорт самолеттары. Сит ил летчиктарының сикте нисек тотҡарлыҡһыҙ үтеүен асыҡлау өсөн, совет командованиеһы Башфлот диңгеҙ авиацияһы көстәре менән яр буйҙарын күҙәтеүсе радиолокация станциялары яуаплылығындағы зонала һынау осоштары үткәрергә ҡарар итә. Ул ҡәһәрле көндә капитан Вилор Гутниктың экипажы “АН-24”-тә заданиены үтәргә оса. Юғарынан килгән күрһәтмә буйынса, “АН-24”-кә “ИЛ-14”-тең бейеклек үлсәгесе ҡуйыла. Приборҙың эшкә һәләтлелеге тейешенсә тикшерелмәй. Ул ваҡытта бейеклекте үлсәгестең яңы самолетта үҙен нисек эшләрен бер кем дә күҙ алдына килтерә алмай.
Һуңынан һөйләүҙәре буйынса, капитан Гутниктың экипажы шартлы маҡсат, йәғни һауа киңлектәрен боҙоусы самолет, ролен үтәргә тейеш була. Локатор күҙ күремендә самолет күккә күтәрелергә, ситкә китергә, шунан “бөтәһен дә күреүсе” контроль аҫтынан сығыу өсөн кинәт түбәнәйергә тейеш. Түбәнәйгәндә станция операторын алдау өсөн уңға-һулға боролорға. Гутник талап ителгәндең барыһын да намыҫ менән башҡара.
Самолет Храбровонан 12 сәғәт 15 минутта һауаға күтәрелә. Осошҡа дөйөм етәкселекте авиация контроль пункты дежурныйы подполковник Ваулев тормошҡа ашыра, ул заданиены үтәргә рөхсәт бирә. Диңгеҙ өҫтөндә боролғас, “АН-24” Таран моронона йүнәлә. Операторға минут һайын осош бейеклеген хәбәр итәләр, ә уныһы, экипажға самолеттың күренәме әллә юҡмы икәнен әйтеп, планшетта билдәләп бара. Ныҡ түбәнәйгәс, локатор самолетты күрмәй: ул күҙ күременән сыға. Тап бына шуның өсөн фажиғәне күҙ уңында тотоп булмай ҙа инде. Экипаж һуңғы секундҡа ҡәҙәр яр менән элемтә тота, әммә диңгеҙ өҫтөндә ҡалын томан ята.
Беренсе бәрелеш самолет осҡандан һуң 14 минут 48 секундта була. Борттағы ҡара йәшник бейеклек үлгәстең күрһәткестәрен теркәй: диңгеҙ бейеклегенән 150 метр. Ғәмәлдә иһә текә яр итәгенән ҡайын осона тиклем – 85 метрҙан артыҡ түгел.
Командирға бер нисә секунд ҡына етмәй. Томандан сыҡҡас, ул барыһын да аңлай һәм рулде үҙенә тарта. Әммә “АН-24” истребитель түгел.
Ни өсөн бейеклек үлсәгес алдаған һуң? Һуңынан үткәрелгән тикшереүҙәр “ИЛ-14”-тән “АН-24”-кә күсереп ҡуйылған бейеклек үлсәгестең 60 – 70 метрға яңылышыуын күрһәтә.
Һәләкәт тураһында Советтар Союзы гәзиттәре бер юл да яҙмай, радио һәм телевидение бер һүҙ ҙә әйтмәй. Ә 16 сәғәттә Мюнхендан “Азат Европа” радиостанцияһы түбәндәге хәбәрҙе тапшыра: “Балтфлот диңгеҙ авиацияһының “АН-24” хәрби-транспорт самолеты өс сәғәт элек Светлогорскиҙағы (Калининград өлкәһе) балалар баҡсаһына ҡоланы. Һәләк булыусылар араһында – алты йәшкә тиклем балалар, тәрбиәселәр һәм самолет экипажы, барлығы 30 кеше”.
Немец станцияһының оперативлығын аңлатыу еңел – Борнхольм утрауында НАТО-ның радиокүҙәтеү станциялары эшләй, улар беҙҙең хәрбиҙәрҙең һөйләшеүҙәрен эләктереп ала.
Фажиғә алдынан
Летчиктарҙың ҡанында алкоголь табылмай. Ләкин ҡырҡ йыл буйы өндәшмәгән шаһит бар. Ул – ҡолаған самолеттың бортмеханигы Михаил Андреевич Слободчиков. 2014 йылда Беренсе каналдың “Пусть говорят” програмаһында үҙ версияһын һөйләй.
Фажиғә алдынан 23 сәғәттә экипаж ике аҙналыҡ командировканан ҡайта. Икенсе пилоттың үтеп киткән тыуған көнөн билдәләргә булалар. Ваҡыт 23 сәғәт 30 минут.
– Командир, штурман, радист һәм бортинженер өйҙәренә ҡайтып китмәне, ә икенсе пилотҡа байрамды билдәләргә барҙылар, – тип хәтерләй Михаил Андреевич.
Бортмеханик эсмәй, ҡайтып китә. Иртән Слободчиков биш летчиктың махмурҙан интегеүен күрә. Ләкин экипажға задание бирәләр.
– Экипаж командиры, спирт ал да, беҙ осор алдынан медосмотр үттек, тигән белешмә килтер, тине. Мин бер шешә спирт алдым да санчасҡа майорға, беҙҙең полктың табибына барҙым. “Экипаж махмурлай. Беҙ комиссия үтә алмайбыҙ. Бына бер шешә спирт”, – тинем. “О! Мин дә махмурҙан сирләйем”, – тине ул. Мин шешәне бирҙем, ә ул белешмә яҙҙы. Фажиғәнең сәбәбен шунда тип уйлайым: төнө буйы эскәс, уларҙың реакцияһы булмаған. Мин таныуҙа булдым, комиссия рәйесе, әгәр алкоголь тураһында яҙһам, летчиктарҙың балаларына пенсия түләмәйәсәктәр, тине.
Слободчиковтан яуап алған генерал-полковник экипаж хаҡында ҡырҡ йыл буйы һөйләүҙе тыйған.
Михаил Андреевич иҫән ҡала, сөнки осорға 30 минут ҡалғас, полк командиры уға урынбаҫарының машинаһын ремонтларға ҡуша. Слободчиков урынына самолетҡа икенсе бортмеханик ултыра.
Бында ҡапма-ҡаршылыҡ килеп тыуа. Летчиктарҙы юҡҡа ғәйепләге килмәй. Ләкин, икенсе яҡтан, Михаил Андреевичҡа үҙенең элекке коллегаларына яла яғыу нимәгә? Бәлки, олоғайғас, күңелен еңеләйтергә теләгәндер?
* * *
Фажиғә урынында 1994 йылда һәләк булыусылар иҫтәлегенә часовня ҡуйыла. Ул 2016 йылда яңыртыла. Хәрби хакимиәт яңы һәйкәл өсөн бер тин дә бүлмәй. Ғүмерҙәре фажиғәле өҙөлгән балалар һәм өлкәндәрҙең ҡәрҙәштәре йыл да һәйкәлгә килә, ә һуңынан зыяратҡа бара, йыназа уҡыла. Сәскәләр тотоп хәрбиҙәр ҙә килә.
Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.
Читайте нас: