Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
8 Май 2021, 22:10

"Их, ҡайҙа ҡалды шул сағым"

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҙҙән ир аварияла фажиғәле һәләк була.

Ир менән ҡатын кафела кофе эсеп ултыра. Йәш, сибәр ирен ҡатыны бик ярата. Әммә кәләшкә өҫтөндәге пальтоһы оҡшамай. Шуға ла ул кәмһенә, бер туҡтауыһыҙ мыжый.
- Был кафе йәмһеҙ, кофе бигерәк төҫһөҙ... Байыһаҡ, ресторандарҙа ғына йөрөрбөҙ әле. Өҫтөмә яҡшы әйбер генә алып кейермен.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҙҙән ир аварияла фажиғәле һәләк була. Ҡатын бик ҡайғырһа ла, ни эшләмәк кәрәк, тормош дауам итә. Биш йылдан ул яҡшы эшкә урынлаша. Хәҙер һәйбәт ресторандарҙа ла йыш була, яҡшы тун алып кейә. Әммә янында яратҡан ире генә юҡ. Ҡатын хәҙер элек бөтә әйбере лә булғанлығын, әммә шул ваҡытта быны баһаламауын аңлай. "Их, ҡайҙа ҡалды шул сағым" - тип йыш уфтана ул хәҙер.
Читайте нас: