Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
6 Февраль 2022, 14:56

Эттәме ғәйеп, кешеләме?

Урам буйында өйөрө менән йөрөгән ас, кешегә өйрәнмәгән, үҙ ҡануны менән йәшәгән эттәр өсөн кем яуап бирә?

Эттәме ғәйеп, кешеләме?
Эттәме ғәйеп, кешеләме?

Ҡала үҙәгендәге ҙур ғына магазин. Аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары алып, юлымды дауам итеү ине иҫәбем. Әммә ишек тапҡырында быҙау ҙурлыҡ эт тора. Ҡарашында миһырбанлыҡ юҡ, тештәрен ыржайтып ырылдауы ла яҡшылыҡ вәғәҙәләмәй. Хужаһы магазиндалыр тип уның сығыуын көтөргә булдым. Ул арала 7 – 8 кеше йыйылып китте. Бер кем дә эткә ҡаршы барырға баҙнат итмәй. Күрәһең, сауҙа йорто хеҙмәткәрҙәре өйрәнеп киткән – бер ҡатын оҙон таяҡ тотоп сыҡты ла этте ҡыуа башланы.
– Аҙнанан ашыу ошо берәҙәк тынғылыҡ бирмәй. Ҡайһы бер кешеләр алған аҙыҡ-түлектән күстәнәс биреп киткәндер, юғиһә, ныҡлы эйәләшмәҫ ине. Күреп ҡалһаҡ, һатып алыусыларҙы ҡаршы сығып алабыҙ. Күрмәһәк, улар инә алмай, икенсе магазинға китә. Был юлдан балалар ҙа, ҡарт-ҡоролар ҙа йыш үтә, уларға ташланмаһа ярай ҙа бит. “Ашатмағыҙ”, тип иғлан элеп ҡуйҙыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға иғтибар итеүсе юҡ, – ти магазин директоры.
Уларҙың мөрәжәғәте яуапһыҙ ҡалыуын белгәс, кәрәкле инстанцияларға үҙем шылтыратып ҡарарға булдым. Участковый телефонын алманы, райондың коммуналь хужалыҡ бүлеге Ҡаланы төҙөкләндереү буйынса махсус автохужалыҡ номерын бирҙе. Асыҡланыуынса, әлегә уларҙың етерлек күләмдә техникаһы ла, хеҙмәткәрҙәре лә юҡ икән. Ҡыҫҡаһы, алдағы 2 – 3 сәғәттә килеп етергә тырышырбыҙ, тинеләр.
Бындай күренеш йыш күҙәтелә. Ҡайһы саҡта иғтибар ҙа итмәйбеҙ, шикелле. Тик апрель айында Учалы районында булған хәлдән һуң проблеманың бик тәрән икәнен күптәр аңланы. Дүрт йәшлек сабый эттәр өйөрөнән таланып, йән бирҙе.

Хайуан бит ул...

Эттәр (берәҙәк кенә түгел, хужалылары ла) күптән инде йәмғиәт проблемаһына әүерелде. Ихатала ғына түгел, урамға сығып абалаусыларға хат ташыусылар, саҡырыу буйынса килгән хеҙмәткәрҙәр, урамдан үтеүселәр йыш зарлана. Ә дәғүә белдереүселәргә хужаларҙың яуабы бер: “Ул тешләшмәй!” Ауыҙлыҡланмаған “дуҫ”ын йәмәғәт транспортында йөрөткән, парктарҙа саф һауа һуларға алып сыҡҡан кешеләр ҙә башҡаларға ҡурҡыныс тыуҙырғанын аңламай. Яратҡан, ҡулынан ашатҡан хужаһын ул, бәлки, тешләмәйҙер. Хатта ауыр саҡта ярҙам итеүенә лә ышанам. Әммә ят кеше өсөн ул барыбер хайуан булып ҡала. Йылдар буйы бәйҙә йәки бикле торған эттең иреккә сығыуы икеләтә ҡурҡыныс. Тағы ла һуғышсан тоҡомло эттәрҙең асыуы, көсө, абайһыҙлығы һәм йыртҡыслығы ябайҙарҙан өсләтә артыҡ була, ти белгестәр. Был турала онотмаһаҡ ине.

Берәҙәктәрҙең дә
ҡасандыр хужаһы булған бит

Урам буйында өйөрө менән йөрөгән ас, кешегә өйрәнмәгән, үҙ ҡануны менән йәшәгән эттәр өсөн кем яуап бирә? Учалы районы Сәфәр ауылында булған фажиғә республиканы ғына түгел, бөтә илде тетрәтте. Берәүҙәр, хужаһыҙ эттәрҙе үлтерергә, тип петицияларға ҡултамғалар йыя, икенселәр дүрт аяҡлы дуҫтарҙы яҡлауҙы дауам итә. Кемдәрҙер, баланы яңғыҙ урамға сығарып ебәргән, тип ата-әсәйҙе әрләй. Тәфтишселәр Сәфәр ауыл хакимиәте башлығын иғтибарһыҙлыҡта ғәйепләй. Улар фекеренсә, тап уның ғәмһеҙлеге арҡаһында бала берәҙәк эттәрҙән таланып үлгән. Халыҡтың күпселеге, хакимиәт башлығын аҡлап, бының менән риза түгел.
Әммә проблеманың тамыры шул кешеләрҙең үҙендә түгелме?! Урам буйындағы эттәр юҡтан ғына килеп сыҡмай бит. Шул уҡ кешеләр уларҙы ҡыуып сығара. Ҡартайған, ауырыған эт күптәргә кәрәкмәй (йән дуҫы тип һанап, һуңғы көндәренә тиклем тәрбиәләгәндәр, ҡарағандар бар, әлбиттә), улар урынына йортто һаҡлар өсөн ажғырып торғанын алып ҡайталар. Нәҫелһеҙләндереү ҙә артыҡ сығымдар талап итмәй. Шулай ҙа яңы тыуған көсөктәрҙе ҡала йәки ауыл ситенә, урмандарҙа ҡалдырып китеүҙе уңайлыраҡ күреүселәр йыш осрай. Әйткәндәй, эттең ҡарыҡҡан ваҡыты иң ҡурҡыныс мәл булыуын онотмаҫҡа кәңәш итә белгестәр. Бындай саҡта улар хатта хужаһын да тыңламауы ихтимал.
Эт – үрсемле хайуан. Ул уртаса ун йыл йәшәй. Ә йылына өс тапҡыр 5 – 9 көсөк менән нәҫел килтерә ала. Ә көсөктәр һигеҙ айҙа енси яҡтан өлгөрөп етә. Берәҙәктәрҙең йылына күпмегә артыуын ошо һандар менән дә күҙаллап була. Эттәрен бәйҙә тотмаған йәки урамға сығарып ебәргән хужаларҙың яуапһыҙлығы, еренә еткереп эшләнмәгән закондың йомшаҡ яҡтары арҡаһында дөйөм йәмғиәт зыян күрә.
Хайуандарҙың билдәле бер урында йыйылыуына үҙебеҙ ҙә булышлыҡ итәбеҙ. Ҡайҙа етте шунда ашарға биреү ярамай! Магазин, кафе йәки йорт янында аҙыҡ йәки аш-һыу ҡалдығы биреү уларҙы эйәләтә, күбәйтә. Бөгөн ул үҙе генә килһә, иртәгә өйөрө менән хасил буласаҡ. Сүп-сар контейнерҙары асыҡ булһа ла, эттәр өсөн байрам.

Законға күҙ һалһаҡ

Элегерәк хужаһыҙ йөрөгән эттәргә ағыу бирергә, бик булмаһа, уларҙы атырға мөмкин ине. 2018 йылда Хайуандар менән яуаплы эш итеү тураһындағы 498-се яңы Федераль закон ҡабул ителеп, 2020 йылдың 1 ғинуарынан ул тулыһынса үҙ көсөнә ингәндән һуң, хәлдәр үтә ҡырҡыулашты. Финанс яҡтан нығытылмаған яңы законға ярашлы, хужаһыҙ эттәрҙе үлтерергә ярамай. Кеше уларҙы күрһә, ҡала йәки ауыл хакимиәтенә заявка бирә, ә улар, үҙ сиратында, килешеү төҙөгән подрядсы ойошмаға тапшыра. Подрядсылар эттәрҙе тотоп, вакциналарға, чип ҡуйырға, стерилләргә һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң (зарарһыҙландырылғас) кире шул урынға ебәрергә тейеш. Тағы ла бер юл бар – изге күңелле кешеләр уларҙы үҙенә ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтар бик һирәк күҙәтелә. 20 көн буйына әҙерҙе ашаған, йылыла йәшәгән этте кире урамға сығарып ташлау гуманлыҡҡа инәме һуң? Ни өсөн гуманлыҡты алға һөрөп, атыуҙы, үлтереүҙе тыйған закон сығарыусылар, эко яҡлаусылар мәсьәләнең икенсе яғын уйламанылар икән?
Подрядсы ойошмалар һәр район-ҡалала бар тип әйтеп булмай. Тағы ла бер нисә әтнәкәһе бар был законда: заявкалар тик эш ваҡытында ғына ҡабул ителә, документта эттәрҙе тотоу ваҡыты аныҡ яҙылмаған. Тимәк, кис йә төн һөжүм итәләр икән, тейешле ойошманан ярҙам көтөргә кәрәкмәй. Ә айырым граждандар тик шәхси йорттағы йәнлектәр өсөн генә заявка тапшыра ала. Ауыл һәм ҡалалар өсөн тик муниципалитет яуап бирә. Закондың иң аңлашылмағаны: кешегә ташланған биркалы, йәғни хужалы, йәнә быға тиклем ваҡытлы приютта булған этте подрядсыларҙың алып китергә хоҡуғы юҡ. Кире осраҡта улар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Әйткәндәй, эттең кешегә зыян килтергән осрағы ла, уларҙы тотоу мәле лә видеояҙмаға төшөрөлөүе шарт. Махсус хеҙмәткәрҙәр эт артынан камера менән йүгерергә тейешме? Эт ташланған осраҡта кеше үҙ-үҙен һаҡлаһынмы, әллә һөжүмде төшөрһөнмө? Сәфәр ауылында ярҙамға килгән күрше ҡатыны яҙма эшләгәне өсөн интернет селтәрендә күпме кеше уны ғәйепләне! Имеш, ярҙам итер урынға ул видеоға төшөргән. Аҙаҡ асыҡланыуынса, енәйәт эше ҡуҙғатыуға тик ошо яҙма ярҙам иткән дә инде. Сәфәр ауылы хакимиәте башлығын ҡулға алыу ҙа законға ҡаршы килә кеүек. Сөнки, яңыһы буйынса, ҡарауһыҙ хайуандарҙы тотоу һәм аҫрау буйынса саралар үткәреү хакимиәт башлығының бурысы түгел, ә бары тик хоҡуғы ғына.
Ас һәм асыулы эттәр урамдарҙы, ауылдарҙы, хатта урмандарҙы баҫып бара. Зоояҡлаусылар күбәйҙе, депутаттар араһында ла лоббистары бар. Эттәрҙең хоҡуҡтарын яҡлап бөтә донъяға яр һалып ҡысҡыралар, тик проблеманы хәл итеү өсөн бер юл да тәҡдим итмәйҙәр. Хатта, бөгөн йәмғиәттә кеше хоҡуҡтарынан эттеке өҫтөнөрәкме әллә, тигән уйҙар ҙа килеп ҡуя. Әйткәндәй, закон проекты әҙерләнгән саҡта күп белгестәр ҡаршы сыҡты, сөнки һүҙ алып барғанда, зоояҡлаусылар йыш ҡына ғаилә ағзаһы дәрәжәһендә йөрөгән аҡыллы, тыңлаусан йәнлектәрҙе күҙ уңында тотто. Ысынбарлыҡ күпкә ҡатмарлыраҡ: йыртҡыс дәрәжәһенә еткән берәҙәк эттәр ҙә бар. Икенсенән, улар йоғошло ауырыуҙар сығанағы икәнен дә күҙ уңынан ысҡындырҙылар, шикелле. Бөтә донъяны тетрәндергән коронавирус инфекцияһының йәнлектәр аша күсеүе иҫбатлана ҡалһа? Һөҙөмтәләр хаҡында уйлауы ла ҡурҡыныс.
Тағы ла законға күҙ һалайыҡ. Кешегә эт йәки башҡа йорт йәнлектәре ташланған саҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан ярҙам көтөү файҙаһыҙ. Федераль закондың 2015 йылдағы төҙәтеүҙәренә ярашлы, хужаһыҙ йәнлектәр менән мөрәжәғәт итеү эшмәкәрлеге муниципалитеттарға тапшырылған.
Хужаһыҙ эттәр өсөн приюттар төҙөү мәсьәләне, бәлки, хәл итергә ярҙам итер ине лә бит, ләкин бюджеттан бүленгән аҡса уларҙы аулауға, зарарһыҙландырыуға, стерилләүгә лә етмәй. Башҡортостандың ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин әйтеүенсә, йыл һайын берәҙәк хайуандар менән эш итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан 63 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Ә тотолған эттәр һәм бесәйҙәр һаны уртаса 40 мең тирәһе. Бер эткә 1575 һум килеп сыға. Тик уны төбәктәр буйынса бүлеү схемаһы ла аптырата: мең кеше йәшәгән ҡасабаға ике эт өлөшө бирелә. Йәғни, 3,1 мең һум тирәһе. Был суммаға приют хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы, транспорт, дауалау һәм нәҫелһеҙләндереү, 20 көн ашатыу һәм йәшәтеү, приютты тотоу сығымдары ингәнен дә онотмайыҡ. Хәйер, Рәсәйҙә эттәргә генә түгел, кешеләргә лә аҡса етмәй. Һәр ваҡыттағыса: аҡса юҡ, ә талаптар ҡаты. Ҡараусыһыҙ эттәргә приют асырға теләгән һәр кемгә рөхсәт тә бирелмәйәсәк. Бының өсөн унда:
– хеҙмәтләндереүсе һәм техник хеҙмәткәр-ҙәрҙән тыш, кинолог, ветеринар штаты ла булдырылырға;
– хайуандарҙы ташыу өсөн рәшәткәле урын бүленгән махсус техника;
– приют биләмәһе 2 метрлыҡ кәртә менән уратып алынырға, унда карантин өсөн айырым урын, йәнлектәрҙе йөрөтөр өсөн 30 кв.м-ҙан кәм булмаған майҙансыҡ, ветеринар пункты;
– вольерҙар ябыҡ һәм йылытылған (7 градус йылынан түбән булмаһын), уларҙың һәр йәнлек төрө өсөн айырым бүлексәһе булырға тейеш.
Приют ҡасабала йәшәүселәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа, еҫкә һәм тауышҡа ялыуҙар булһа, уны ябыуҙары ла мөмкин. Ябыуы тиҙ, ә асырға теләүселәрҙән һаман да сират теҙелмәй.

Статистика мәғлүмәттәре


Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылда Башҡортостанда ғына 6 меңдән ашыу кеше эттән тешләнгән. Быйылғы өс айҙа уларҙың һаны 1200-ҙән артҡан. Былары медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткәндәре генә. Рәсәй буйынса иһә зыян күреүселәр һаны 300 меңдән ашып китә. Был статистикаға ҡурҡыу сәбәпле психик зыян күреүселәрҙе лә индерһәк, һандар бермә-бер артасаҡ.
Рәсәйҙә барлығы 114 мең башҡа иҫәпләнгән 461 ҡараусыһыҙ йәнлектәр приюты эшләй. Уларҙың бары тик 16-һы ғына дәүләт ҡарамағында. Ҡалғандары шәхси йәки йәмғиәт ойошмаһы булып теркәлгән. Илдә яҡынса 660 мең берәҙәк эт булғаны билдәле. Бынан тыш, бесәйҙәр барлығын да оноторға ярамай. Тимәк, приюттар һанын арттырыу зарур. Бәлки, бөгөнгө хәл-ваҡиғаларҙы, етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, законды үҙгәртергә кәрәктер?

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: