ҠОМАҠТАР БАТШАҺЫ ЙӘКИ НИСЕК БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ АШАЙБЫҘ
Донъяла бер нәмәгә ғәжәпләнергә ярамай тиҙәр. Сөнки аптырағаның үҙеңә төшәсәк, йәнәһе... Шулайҙыр. Бәхәс урынһыҙ. Әммә шаҡ ҡатырырлыҡ нәмәләрҙе күреп ни эшләргә? Бер вариант – һоҡланырға. Кешеләрҙең аңһыҙлығы, ғәмһеҙлеге, ҡомһоҙлоғо һәм башҡа сифаттары менән. Бына был юлы ла сираттағы “һоҡланыу” сәбәбе – Интернет селтәрендәге билдәһеҙ авторҙың түбәндәге мәҡәләһе.
Рәсәйҙә урынлашҡан әлеге ижтимағи тәртип “Ҡомаҡтар батшаһы” тигән алым ярҙамында булдырылған. Уның төп маҡсаты – йәмғиәт төҙөлөшөнөң төп нигеҙҙәрен емереү, тарҡаулыҡ атмосфераһы тыуҙырыу, бөтәһен дә бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу һәм “дуҫ” йәки “туған” тигән төшөнсәне юҡҡа сығарыу. Быға өлгәшер өсөн әхлаҡи ҡиммәттәрҙе ҡаҡшатырға кәрәк, шул саҡта дуҫтар – дуҫтарының, туғандар туғандарының баштарын ашай башлай.
Был алым юҡҡа “Ҡомаҡтар батшаһы” тип аталмай, сөнки тап кимереүсе хайуандар миҫалында уның ысынбарлыҡтағы һынланышын күҙәтеү уңайлы. Сөнки ҡомаҡтар кешеләр кеүек үк иң ҡаты шарттарҙа тере ҡалыу, “йәмәғәт”тәргә берләшеп үҙ-ара ярҙам итеү сифаттарына эйә. Аҙыҡ табыу, нәҫелдәре хаҡында хәстәрлек күреү, дошмандарҙан һаҡланыу һәм мәғлүмәт алышыу кеүек һыҙаттары буйынса ла улар әҙәм балаларына тартым. Иң ҡыҙығы шунда: ғалимдар ҡомаҡтарҙың был ҡылыҡтары шәхси именлек өсөн түгел, ә әхлаҡи принциптарға нигеҙләнеп йәмәғәт мәнфәғәттәре өсөн башҡарылыуы хаҡында әйтә.
Ҡомаҡтарға ҡаршы көрәштең иң һөҙөмтәле алымы – уларҙың “ижтимағи һаҡланыу” механизмдарын боҙоуҙы күҙ уңында тота. Тимәк, икенсе төрлө был алымды “ҡомаҡтарҙы аҙҙырыу” тип тә атарға мөмкин. Бер юлы бөтә өйөрҙө лә юлдан яҙҙырып булмай, шуға күрә был эш айырым вәкилдәр менән башҡарыла. Яйлап ҡына. Көндән-көн... Иң мөһиме: хайуандың тормошонда рациональ логика төп баһа булырҙай шарттар тыуҙырыу һәм “беренсе аҙым” яһатыу.
Мәҫәлән, ҙур, сәләмәт һәм көслө ҡомаҡты ситлеккә бикләп, бер нисә көн ас тоталар, һыу эсермәйҙәр. Аҙыҡ итеп үлгән ҡомаҡтарҙы ғына ташлайҙар. Әлбиттә, тәүҙә тотҡон үҙенең “туғандарын” ашауҙан баш тарта, ләкин бер аҙҙан аңлай: тиҙҙән астан харап буласаҡ, ә тегеләр – былай ҙа үлгән. Уларға бөтәһе лә барыбер... Тимәк, үҙе тере ҡалыу хаҡына әхлаҡ принциптарынан ситкә тайпылып торорға тура килә. Шулай итеп, буласаҡ “батша” мәйеттәр менән туҡланырға өйрәнә.
Икенсе этап: теге ҡомаҡты тағы ас интектерәләр һәм ваҡыты еткәс, эргәһенә үлеп барған хәлһеҙ, көсһөҙ, әммә тере “туғандарын” ташлайҙар... Баяғы хәл ҡабатлана. Тотҡон тәүҙә шикләнә, тере йән эйәһен ашарға ярамай бит тип уйлай. Бер аҙҙан тағы рациональ логика эшкә тотона: улар барыбер үләсәк, тимәк, йәшәү хаҡына ашарға кәрәк. Беренсе һәм икенсе этап араһындағы айырма – ҡомаҡтың үҙ принциптарының боғаҙына баҫыуға киткән ваҡыт ҡына ҡыҫҡара...
Өсөнсө этап: тотҡонға һау-сәләмәт, әммә үҙенән көсһөҙөрәк ҡомаҡтарҙы ташлайҙар. Был юлы иһә теге уйланып та тормай, асығыу тойғоһо тыуыу менән үк ҡорбандарын кимерә башлай. Шул ваҡыттан алып ул тик логикаға таянып эш итә: йәшәр өсөн ашарға кәрәк. Шулай итеп “ҡомаҡтар батшаһы” әҙер. Уны азат итергә лә мөмкин. Сөнки ошо көндән башлап ул “туғандары”ның итенән башҡа аҙыҡ еймәйәсәк.
Иғтибар: һәр этапта тотҡонға “үҙе аша атлар” өсөн талап ителгән ваҡыт арауығы ҡыҫҡара бара, ә логика баҫымына түҙмәгән зиһендең әхлаҡһыҙлығы арта. Бер аҙҙан ул бөтөнләй уйланмай башлай, бары төп инстинкты булған асығыу тойғоһон ҡандырыу менән мәшғүл: кемгә көсө етә шуның менән туҡлана. Әхлаҡи нигеҙҙәре емерелгән, томошҡа ҡарашы үҙгәргән. Ул хәҙер йәмғиәт мәнфәғәте хаҡында уйланмай, ә бары нәфсеһен хәстәрләй.
Был ҡомаҡ азат ителеп, элекке өйөрөнә ҡайтҡанда, башҡалар уның кемлеген белмәй һәм кире ҡабул итә. Сөнки тышҡы ҡиәфәте менән береһенән дә айырылмай... Ә каннибализм сирен йоҡторған хайуан аҙыҡ табыр өсөн башҡаса көс түгергә теләмәй. Бына бит: “тәмлекәс”тәр эргәһендә йөрөп ята, көсөң еткәнен тот та аша. Тик асыҡтан-асыҡ ҡыланыу хәүефле. Шуға күрә аң һәм аҡылын ҡулланырға, башҡаларға үҙенең кемлеген мөмкин тиклем белдермәҫкә тырыша. Шулай итеп, ҡомаҡ көтөүе яйлап юҡҡа сыға башлай.
Тағы бер ҡыҙыҡ күҙәтеү: ҡомаҡтар араларында “әүермән” барлығын белеп ҡалһа – уйлап та тормай йәшәгән урындарынан ҡаса, ти. Сөнки, беренсенән, каннибалды үлтереү ижтимағи тормоштарына һәм төп инстинкттарына ҡаршы килһә, икенсенән, “ҡомаҡтар батшаһы”на ҡаршы һуғышта “иң-иңдәр”е ҡатнашасағы һәм шулай уҡ “туған” ҡанын тәмләйәсәге билдәле. Тимәк, ҡотолорға теләгән ауырыуҙары кемгә булһа ла тағы йоғасағын аңлайҙар. Бындай шарттарҙа ҡасыу – ысынлап та, берҙән-бер дөрөҫ юлдыр...
Ошоларҙы кешеләр йәмғиәтенә күсереп ҡарағанда шуны күрергә мөмкин: әҙәми “ҡомаҡтар батшаһы” кеше итен үк ашамаһа ла, йәмғиәттең паразитына әйләнә, урлаша, коррупция менән шөғөлләнә, төрлө боҙоҡлоҡтар ҡыла. Сөнки ҡасандыр уның да әхлаҡи принциптары һындырылған, иҙеп тапалған. Миҫал итеп бюджет малдарын бүлеү өлкәһендә эшләүсе саф күңелле һәм урлашмаған йәш белгесте алырға мөмкин. Ул тәүҙә ысынлап та ғәҙел, башҡаларға файҙа килтереп йәшәргә теләйҙер ҙә, әммә көндән-көн тирә-яҡтағылары “майлы ҡалъя” эләктереп ҡалырға тырышыуын, асыҡтан-асыҡ урлашыуын, тотолһалар, “баллы ҡалаҡ төртөп” ҡотолоуҙарын, артабан тыныс йәшәүҙәрен күрә. Ә үҙенең торорға ни йүнле фатиры, ни кейергә әйбере юҡ. Тимәк киләһе мөмкинлеге тыуған саҡта ул да сәлдереп ҡаласаҡ. Сөнки нәфсеһе шулай ти: “Барыбер урлап бөтөрәсәктәр, исмаһам өҫ-башыңа алырһың. Һиңә кәрәк бит. Ғаиләң ҡараулы, фатирлы, машиналы, дачалы һ.б., һ.б. булыр. Улар – намыҫһыҙ бәндәләр, ә һин – мохтаждар иҫәбендә...” Шулай итеп, көндән-көн рациональ логика баҫымы аҫтында әҙәмдең әхлаҡ принциптары, ҡараштары үҙгәреш кисерә.
Әҙәми “ҡомаҡтар батшаһы”ның һынланыш апофеозы – туғанын туған тип белмәгән, ата-әсәһен танымаған йәнһеҙ һам ҡаты бәндә. Ул үҙ мәнфәғәттәре өсөн бар донъяны һатырға, һатып алырға әҙер. Бер кемдең дә зарын ишетмәй. Саф эгоист. Донъяны һыу баҫһа ла ярай, бары үҙе генә яҡшы йәшәһен. Башҡалар өсөн бармаҡ ҡыбырлатыу ҙа – түбән эш. Урлашыу, алдашыу, үлтереү – әгәр үҙ маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итһә – яҡшы ғәмәл.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәт тормошонда “норма” тигән төшөнсә бар. Ул – күпселектән ғибәрәт. Йәғни йәмғиәттә ниндәй күренештәр күпселекте тәшкил итһә, тимәк, шул “норма” булып һанала. “Ҡомаҡ батшалары” ла самаһынан артыҡ күбәйеп китһә, был – йәмғиәт өсөн “норма”ға әйләнә. Тимәк, уларҙың ҡанундары, ҡағиҙәләре башҡаларға ла тулы кимәлдә ҡағыла башлай. Бигерәк тә “демократик” дәүләт шарттарында. Хәҙер, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, “үҙ туғанын ашау” күренеше булған ришүәттәр, һалымдарҙан ҡасыу, ҡара бухгалтерия, коррупция кеүек нәмәләр ҡәҙимге хәл тип ҡабул ителә башланы түгелме? Тиҙҙән уларҙы ҡануни нығытыу хаҡында дәүләт думаһына тәҡдим индерһәләр ҙә аптырамаҫбыҙ... Йәл, ә ысынлап та ғәҙел тормошта йәшәп ҡарағы килә ине бит, әй!!!