Психолог кәңәше
“Ҡәйнәмде яратмайым. Улай ғына ла түгел, күрә алмайым. Һәр бер ҡылығы, һүҙе сығырымдан сығара. Йөҙөнә лә ҡарағым килмәй. Баштан уҡ яратманы мине. Хәйләкәр! Күҙгә инеп китә яҙып эс серҙәремде белеп алды, үтә яҡын булырға тырышты, хәлемде аңлаған кеше булып ҡыланды. Хәҙер белдем уның ысын йөҙөн, кем икәнлеген. Уға ҡарата күңелдә үпкә тулған. Шуғамы икән, улына ҡарата ла һалҡынайҙым. Юҡҡа ғына әрләшкем килә лә тора. Арабыҙҙа ниндәйҙер таш диуар барлыҡҡа килде. Ысын күңелдән бергә лә йәшәмәйбеҙ, айырыла ла алмайбыҙ”.
Ошондай миҫалдар тормошта бик күп. Ҡырҡыу мөнәсәбәттәр, үпкәләр арҡаһында ғаиләләрҙә ут йотоп йәшәү күренештәре йыш күҙәтелә. Кеше үҙен ысын мәғәнәһендә бәхетле тоя алмай.
Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәренең киҫкенләшеүенә нимә булышлыҡ итә? Ошо мәсьәләне психологик яҡтан асыҡларға тырыштыҡ.
Ҡәйнә кеше улының бәхетле булыуын теләй ҙә бит. Ләкин уның инде ҙур үҫеп етеүен, ир ҡорона инеүен ҡабул итеп етә алмай. Гел генә үҙен тыңлап йөрөгән улы уның көткәнен аҡламай ниндәйҙер ҡыҙҙы кәләш итеп алып ҡайтҡан! Бөтөнләй икенсе тәрбиә алған, башҡа төбәктә тыуып үҫкән ҡыҙҙы! Бер насар ҡылығы юҡтыр, әммә ғәҙәттәре башҡа, үҙҙәренекенә оҡшамаған. Етмәһә, ошо ят ҡатын өсөн улы өҙөлөп тора.
Ҡәйнә гел үҙенекен генә һүҙ итеп өйрәнгән кеше икән, киленде төрлөсә бөгөргә тырышасаҡ. Бында башҡаларҙың һайлауын ҡабул итә алмау сифаты ла ҡушылһа – бөттө баш. Уҫал, яһил ҡәйнә бына нисек барлыҡҡа килә.
Килен һүҙгә яуап ҡайтармаған, бик баҫалҡы булған хәлдә лә, барыһын да йотоп, эсендә һаҡлап йөрөйәсәк. Ҡайһы берәүҙәр ҡаршы әрләшә, асыуланыша, ә күптәр үпкә тойғолары менән йәшәй, һалҡыная. Бындай мөнәсәбәттәр ир менән ҡатын араһына шәүлә һала.
Тәжрибәле, өлкән ҡатын булараҡ был мөнәсәбәттәргә ҡарата ҡәйнәнең яуаплылығы ҙур, әлбиттә. Йәш киленде ниндәй йөҙ менән ҡаршы ала, ниндәй мөғәмәлә күрһәтә? Тәүге мәлдәрҙә һәр әйткән һүҙ, һәр бер ҡылыҡ, ҡараш иҫтә ҡалыусан. Сөнки, кешеләр әле бер-береһен һынай, ышанырға мөмкинме-юҡмы икәнлеген самалай. Ләкин, оло йәштә булыу әле аҡыл билдәһе тигәнде аңлатмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Әллә кем булыу, мин-минлек ғәләмәттәре сығып, үҙеңде баш, мөһим итеп күрһәтергә тырышып та ауыр һүҙҙәр әйтелә, уйланмаған аҙымдар яһала. Йортҡа яңы килен булып төшкән ҡыҙға бер ҡырын ҡараш та етә. Ғүмергә иҫендә ҡалдырасаҡ. Ни өсөн тигәндә, әле уның да тормошонда яңы ваҡиға. Ошоға тиклем килен булып ҡарамаған, сит ғаиләлә йәшәмәгән. Атай-әсәһе лә ауыр һүҙ әйтмәй тормағандыр, әммә улар ят кеше түгел, башҡаса тәьҫир итә.
Шулай уҡ ҡайһы бер ҡәйнәләр килен баш булыр, бар донъяны үҙ ҡулына алыр, улымды насар яҡҡа үҙгәртер, беҙҙе эшкә һанамаҫ тип ҡурҡа. Ошо шик-шөбһәне баҫыр өсөн дә үҙен сәйер итеп тотоуы ихтимал. Киленде баштан уҡ баҫырға, үҙенең кәм, сит кеше икәнлеген күрһәтергә тырышыу башлана. Юҡҡа ғынамы ни, халыҡта “килен кеше – кәм кеше” мәҡәле киң таралған.
Тормошта ҡәйнәһе өсөн өҙөлөп торған килендәр ҙә күп. Һөйләшә, һораша торғас, уларҙың мөнәсәбәте баштан уҡ арыу булғанлығы асыҡлана. Тәүге көндән киленде матур итеп ҡаршы алғандар, ауыр һүҙ әйтмәгәндәр, мөмкин булмаҫтай талаптар ҡуймағандар. Ғәҙәттә, бындай мөғәмәлә комплекстары, хәүеф-хафалары булмаған кешеләр тарафынан күрһәтелә.
“Атта ла, тәртәлә лә бар” мәҡәле күҙлегенән сығып та ҡарарға кәрәк, әлбиттә. Буласаҡ иренең ата-әсәһенә килгәндә үҙен бәйһеҙ, сәйер тотҡан, дискотекаға барырға әҙерләнгәндәй биҙәнгән, асыҡ-ярыҡ кейенгән һылыуҙар ҙа була. Олоно оло итеп ҡабул итеү, итәғәтле һөйләшеү бер кемгә лә ҡамасауламай. Кире осраҡта, ҡәйнәлә аҡыллы, тәрбиәле улы өсөн хафа, ҡурҡыу тойғолары барлыҡҡа килә. Йәштәрҙең араһына төшөүе, бергә булыуҙарына ҡамасаулауы ла ихтимал.
Мөнәсәбәттәр өлкәһе шул тиклем нескә. Был йәш быуын менән өлкән быуынға ҡағылһа – бигерәк тә. Ә килен-ҡәйнә аралары элек-электән ҡатмарлы мәсьәлә һаналып килә.
Психологтар ябай ғына бер нисә кәңәш тәҡдим итә. Киленгә лә, ҡәйнәгә лә берҙәй тап килгән ҡағиҙәләр улар.
Уны нисек бар – шулай ҡабул итергә. Бер кем дә беҙ көткәнсә, беҙ теләгәнсә була алмай. Һәр кемдең үҙенсәлектәре, етешһеҙлектәре бар.
Нимә күңелгә ятмай, ярап етмәй икәнлеген әйтер өсөн телебеҙ бар. Тел беҙгә юҡҡа ғына бирелмәгән. Ләкин әрләшеп, ғәйепләп әйтмәйбеҙ. Ни өсөндөр, күптәребеҙ оҡшамаған нәмәне тик әрләшеп, тауыш күтәреп белдерергә кәрәк тип аңлайбыҙ.
Ғәйепте башҡанан эҙләмәйбеҙ. Үҙебеҙгә һорау бирәбеҙ. Был кеше минең ниндәй сифатымды сағылдыра? Миңә ниндәй сифатымды яҡшыртырға кәрәк?
Килен-ҡәйнәләребеҙ араһы имен булһын. Улдарыбыҙ, ирҙәребеҙ ике ут араһында янмаһын.
Айлина КИЛДЕБАЕВА.
Фото: