Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
29 Октябрь 2022, 12:05

ҠЫҘҒАНЫС КҮРЕНЕШТӘР... Наил ЮЛДАШБАЕВ

Бер ставканы аҙнаһына 18 сәғәт итеп билдәләү һауанан алып ҡуйылмаған. Көнөнә 3-4 сәғәт уҡытһа ғына, уҡытыусы сифатлы эшләй ала, тигән фекергә килә ғалимдар 1930-40 йылдарҙа. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: аҙнаһына 36 сәғәт алып барған уҡытыусының нисә сәғәте сифатһыҙ буласаҡ? Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

ҠЫҘҒАНЫС КҮРЕНЕШТӘР...     Наил ЮЛДАШБАЕВ
ҠЫҘҒАНЫС КҮРЕНЕШТӘР... Наил ЮЛДАШБАЕВ

ҠЫҘҒАНЫС КҮРЕНЕШТӘР...
...Мәктәптә эшләгән техперсоналдарҙың эш хаҡын 16-17 мең һумға еткерҙеләр. Әлбиттә, бөгөнгө көн өсөн ул сумма етмәй, һаман да улар өсөн ҡыуанам...
...Әйтергә кәрәк, ЮҒАРЫ категориялы уҡытыусыларға ла бер ставка (аҙнаһына 18 сәғәт) өсөн 16 мең һум түләнә. Тик айырма шунда: шул сумманы алыу өсөн тәүгеләре килә лә эшләй башлай; ә уҡытыусыларға 5 йыл уҡырға, категория юллап, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, асыҡ дәрестәр күрһәтергә (һ.б.) тейештәр. Ҡыҙғаныс, әлбиттә... Ә инде республика буйынса уртаса эш хаҡы алыу өсөн (38 мең һум) ике ставка һәм класс етәксеһе эшен алып барырға кәрәк була.
...Бер ставканы аҙнаһына 18 сәғәт итеп билдәләү һауанан алып ҡуйылмаған. Көнөнә 3-4 сәғәт уҡытһа ғына, уҡытыусы сифатлы эшләй ала, тигән фекергә килә ғалимдар 1930-40 йылдарҙа. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: аҙнаһына 36 сәғәт алып барған уҡытыусының нисә сәғәте сифатһыҙ буласаҡ?

 

Автор:
Читайте нас: