Илебеҙ өсөн бик ябай булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ. 2022 йылдың 21 сентябрендә Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителде. Кемдәрҙер шунда уҡ үҙ теләктәре менән военкоматҡа юлланһа, үкенескә ҡаршы, бәғзеләр эшен ташлап, фатирын һатып, сит ил яғына ыңғайланы. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, сентябрь аҙағынан Рәсәйҙән миллиондан ашыу кеше һыпыртҡан.
Йәшерен-батырын түгел, хәҙерге көндә бәғзе егеттәр нисек тә армиянан ҡасып ҡалыу яғын ҡарай. Хеҙмәткә эләкмәҫ өсөн 27 йәшкә тиклем студент булып йөрөргә тырышҡандарҙы ла беләбеҙ. Бер йыллыҡ армиянан өрккән әҙәмдәрҙең “мобилизация” тигән һүҙҙән бөтөнләй ҡото осоуы аңлашыла, әлбиттә. Ҡулына повестка алмаҫтан алда уҡ илдән сығыу яғын ҡарағандар шуны раҫланы. Сентябрь аҙаҡтарында сиктәрҙә әллә нисә көнгә һуҙылған сираттар барлыҡҡа килде.
Бушлай белем алып, түләүһеҙ медицина ярҙамы менән ҡулланып, башҡа льготаларға дәғүә итеп йәшәп, илгә ярҙам кәрәк булғанда ҡасып китеүҙе нисек аңларға? Ҡасаҡтар — ул илебеҙҙе, власты тәнҡитләп, хәҙер үҙҙәренә илһөйәрлек күрһәтергә ваҡыт еткәс, боҫоусылармы? Телем, халҡым, тип күкрәк һуғып йөрөгәндәр, рухлы йырҙар башҡарғандар араһында һыуға батҡан таш һымаҡ юғалыусылар, өндәшмәй ҡалыусылар ҙа юҡ түгел. Халыҡ һөйөүен яулаған, дәүләттән юғары наградалар алған, байлыҡта һәм муллыҡта йәшәгән билдәле кешеләр сит илгә сығып, хөкүмәтте генә түгел, ябай халыҡты һүккәндәре айырыуса аптырата. Ҡыҙыҡ килеп сыға бит: дәүләт премия-наградаларын алғанда — улар, илде һаҡларға — ябай халыҡ.
Ҡасаҡтарҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында күп тәҡдимдәр яңғырай. Мәҫәлән, уларҙың һалым ставкаларын арттырыу, кире бөтөнләй индермәү, дәүләт биргән льготаларҙан яҙҙырыу, Рәсәй компанияларында әле ситтән тороп эшләүселәрҙе эштән бушатыу, дәүләт хеҙмәтендә эшләүҙе тыйыу. Дмитрий Медведев уларҙы хатта “халыҡ дошманы” тип иҫәпләргә тәҡдим итә. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин ҡасыусыларҙың кире ҡайтыуҙарына шик белдермәй, әммә иғтибарҙы илгә ауырлыҡтарҙа ярҙам итерлек, ташламаҫлыҡ шәхестәргә бүлергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Ауыр һәм һынылышлы осорҙа дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүселәр, һүҙҙәрҙән ары китеп эш күрһәтеүселәр, бәхеткә күрә, күпселек. Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов үҙ ирке менән Шайморатов батальонына ҡушылды. Бөтөн илдең ир-егеттәре повестка алғанда, берәү ҙә “ала” йәки “ҡашҡа” түгел. Азат Шамил улы үҙенең ҡарашын ошолай тип аңлата: “Мин батырлыҡ та ҡылмайым, минән “герой” яһауҙарын да теләмәйем, ә бары меңәрләгән замандаштарым кеүек ил алдындағы ирлек бурысымды ғына атҡарам”. Уның фекеренсә, йөрәгендә ялҡын, күңелендә рухи ҡомар һәм йәнендә илде һаҡлау теләге булған етәксе башҡа ир-егеттәргә “Әйҙәгеҙ!” тип әйтергә тейеш.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, тарих фәндәре кандидаты Марат Зөлҡәрнәев тә мобилизацияланғандар иҫәбендә. Сибай филармонияһының ир-егеттәре ил алдындағы бурыстан үтәргә йырлап китеүҙәре рух күтәргес күренеш булды!
Намыҫ, илһөйәрлек, яуаплылыҡ тигән төшөнсәләр юҡҡа әйләнгән заманда йәшәйбеҙ, күрәһең. Һәр кем үҙ мәнфәғәтен, үҙенең генә именлеген, кәҫәһен уйлап өйрәнгән. Был йәһәттән әсәләрҙең ҡаһарманлығы һоҡландыра. Бер кемдең дә ғәзиз балаһын юғалтҡыһы килмәй, әммә улар улдарын оҙатҡанда: “Ил күргәнде беҙ ҙә күрәбеҙ” , — тип ҡала...
Илдар Ғәбитов, публицист, иҡдисад фәндәре кандидаты, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы:
— Һуғышта ҡатнашыуҙан ҡасыусылар һәр ваҡыт булған. 1914 – 1916 йылдарҙа яҡынса 200 мең дезертир теркәлгән. Бөйөк Ватан һуғышында немец фашистары яғына сығыусылар менән бергә 1,7 – 2,5 миллион тирәһе кеше иҫәпләнә. 376,3 мең кеше дезертирлыҡ өсөн хөкөм ителгән, ә 212,4 мең дезертирҙы таба алмағандар.
Бөгөнгө мобилизациянан ҡасҡандар тураһында теүәл статистика булмаһа ла, ҡайһы бер мәғлүмәттәр табырға була. Бөгөн Ҡаҙағстанға – яҡынса 100 мең, Әрмәнстан менән Грузияға – 150 меңдән артыҡ, Евросоюзға 70 мең Рәсәй ир-егете ҡасҡан тип һанала. Грузия президенты мәғлүмәттәре буйынса, мобилизация башланғас, уларға яҡынса 700 меңдән ашыу кеше килгән. Ә Төркиәгә ярты миллион килгән, тиҙәр.
Владимир Путин үҙенең “Мәскәү. Кремль. Путин” тигән программаға биргән интервьюһында был ҡасаҡтарҙы аҡлап сыҡты, тиһәң дә хата булмаҫ. “Үҙен тыуған иленең патриоты итеп һанамаған кешеләр һәр дәүләттә бар. Улар иң тәүҙә үҙҙәренең мәнфәғәтен генә ҡайғырта”, тине ул. Тимәк, Президент бөгөнгө йәштәрҙәге илһөйәрлек хисенең булмауын яҡшы аңлай. Бында реформалар барышындағы Рәсәй дәүләтенең хатаһы ла ҙур бит. Икенсенән, был ҡасаҡтар араһында Путин шәхсән яҡшы белгән элита кешеләренең балаларының күп икәнен дә белә.
Ә Чечня етәксеһе Рамзан Ҡадиров был йәһәттән бик ҡырҡыу позицияла тора. Уның фекеренсә был ҡасаҡтарҙың үҙҙәренә әллә ниндәй һылтау табыуҙары мөмкин. Йәнәһе, ул Путин алып барған сәйәсәтте хупламай, уға риза түгел. Уға, йәнәһе, “һуғыш” тигән нәмә күңеленә бөтөнләй ятмай. “Тик һин бел: һин – тик ҡурҡаҡ йөрәк, һатлыҡ йән, икенсе сортлы кеше”, тип яҙҙы ул үҙенең сәхифәһендә. Был кешеләр үҙҙәренә кәрәк саҡта кеше хоҡуҡтарын яҡлаған Конституцияның икенсе главаһына һылтанырға ярата. Ә дәүләтебеҙгә кәрәк булһа, һин ни бары үҙеңдең туғандарыңды, дуҫтарыңды, өйөңдө, ауылыңды һатҡан хаин ғына. Был ҡурҡаҡтар өсөн ул ҡануниәттә яңы яза булдырырға тәҡдим итте. Ошо кешене бала саҡтан алып бөгөнгә тиклем ҡарарға киткән дәүләт сығымдарын ҡаплатырға кәрәк, тине ул. Шунан һуң уны окоп ҡаҙырға йәки снаряд ташырға ебәрергә. Ҙур штраф йәки биш йылға төрмәгә ултырытыуҙы ул хупламаны. “Башҡалар фронтта ҡан түкһен, ә был ҡурҡаҡ дәүләт иҫәбенә камерала ултырһынмы?” — тигән һорау ҡуйҙы Рамзан Ҡадиров.
Махсус хәрби операция йәмғиәттәге ыңғай һәм кире яҡтарҙы асыҡларға ярҙам итте. Кемдер үҙ теләге менән Украинаға барһа, кемгәлер дәүләт вәғәҙә иткән 195 мең һум ҡыҙыҡлы. Беренселәре үҙ аҡсаһына кәрәкле кейем-һалым һәм башҡаны һатып ала, ә икенселәрен яҡшы аҡсаға өмөт иткән ҡатындары ебәрә йәки алиментҡа мохтаж булған һөйәркәләре военкоматтарға уларҙың адресын бирә.
Ата-бабаларыбыҙ ғауға күтәрмәй яуға күтәрелгән бит. Афоризмдар оҫтаһы Ғәбит Садиҡов әйтмешләй “Башҡорт – остан, татар – төптән, урыҫ – уртанан берҙәм тартҡанда ғына шалҡанды йолҡорға була”.
Миләүшә Ҡаһарманова, яҙыусы, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире:
— Мобилизация — ул илдең хәрби көсө, иҡтисады, дәүләт органдары хәрби шарттарға күсә тигән һүҙ. Быға тиклем дә инде ярты йылдан ашыу ҡан ҡойош барҙы. Күреп тә күрмәмешкә, ишетеп тә ишетмәмешкә һалышып йәшәнек. Әллә күпме егеттәр ҡырылды... Әйтерһең, махсус хәрби операция тик ана шул уландары һәләк булғандар өсөн генә барҙы һымаҡ. Һәр береһе “был миңә ҡағылмай” тип уйлағандыр, әммә, күрәһегеҙ, һәләкәт барыбыҙға ла ҡағылырға уйлай. Иң беренсе булып повестканы медиктар, десантниктар, танкистар һәм артиллеристар алды.
Эйе, был тәңгәлдә илдәр араһындағы сәйәсәтте, башлыҡтарҙы, капиталистарҙы һәм тағы әллә кемдәрҙе әрләргә лә, ҡарғарға ла була. Тик был ғына ярҙам итмәҫ. Яу килә икән, ул ағын-күген, теләгәнен-телмәгәнен, йәшен-ҡартын айырмаясаҡ.
Беҙ ни эшләй алабыҙ? Илдән ҡасып китерлек хәлебеҙ юҡ (һәм ундай теләк тә юҡ), балалар беренсе разрядҡа инә торғандар рәтендә. Мәҫәлән, минең Ҡаһармановтарҙан ғына ла тиҫтәләгән егет-еләнебеҙ, шул иҫәптән кейәүем, беренселәр иҫәбендә. Ҡыҙым — медик. Мин уларҙы, әгәр була торған хәл булһа, бер нисек тә әрсәләй алмайым, бары тик ныҡлы рух һәм ҡыйыулыҡ ҡына теләй алам. Шулай уҡ бөгөн-иртәгә ут эсенә инәһе егеттәргә лә, әле яуҙа булғандарға ла иҫәнлек һәм ҡаһарманлыҡ, изге фәрештәләре йәндәрен аяп ҡына йөрөтһөн инде, тип теләйбеҙ ҙә ул, әммә күптәре башын һалырын беләбеҙ...
Бөгөн беҙгә талаш-тартыш, ыҙғыш-бәхәстәр йәки ғауға түгел, ә бөтөн рухты туплап нығыныу кәрәк, берләшеү кәрәк. Ир-егеттең борон-борондан яугир булыуын да, илде улар яҡламаһа-һаҡламаһа — кем ҡурсаларға тейеш икәнлеген дә аңыбыҙҙа уятайыҡ. Әлбиттә, мәрхәмәтлерәк киләсәккә өмөт итәбеҙ, әммә ғәрәсәт ҡубыр булһа, берәүҙеке эләгер ҙә, минеке ситтә ҡалыр ғына булмаҫ. Ошондай саҡта байрам-туйҙарҙы, бәйге-сараларҙы туҡтатып тороп, бөтөн мәҙәни һәм һүҙ көсөн илһөйәрлекте үҫтерергә йүнәлтергә ине.
Үҙебеҙ түгел, балалар өсөн борсолам…
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, журналист, яҙыусы:
— Быға тиклем ҡайҙалыр алыҫта, күҙ күрмәгән яҡта, белмәгән кешеләр алып барған махсус хәрби операция ете ят нәмә булһа, 22 сентябрҙән алып ул һәр бер өйгә инде. Кемдеңдер улы, ире, атаһы, ҡустыһы, еҙнәһе йә кейәүе булып, тап-таныш, яп-яҡын булып килеп инде һәм... йөрәктәрҙә ҡурҡыу, шом, хәүеф уятты... Алыҫта түгел, эргәбеҙҙә генә икән дә баһа был афәт!
Һәр кем үҙенсә аңларға, башҡаларға аңлатырға тырыша башланы был хәлде. Хатта урамдарға сығырға, ҡаршы митингылар ойошторорға өндәүселәр ҙә табылды.
Юҡ, урамға сығып ҡына махсус хәрби операцияны инде туҡтатыу мөмкин түгел! Сөнки инде ул беҙҙән генә, беҙҙең илебеҙҙең етәкселегенән генә тормай! Ил башлығы: “Бөгөндән ҡанҡойошто туҡтатырға! “ — тип әйткән көндә лә, бөтөн Европанан ябырылған илбаҫарҙар иртәгә беҙгә килмәҫ тип кем әйтә ала?! Был бит Украина менән Рәсәй араһындағы низағ ҡына түгел, был НАТО менән Американың Рәсәйҙе яулап алырға алып барылған күптәнге сәйәсәте! Әгәр ҙә беҙҙең илебеҙ тәү башлап баҫып инде бит, тип уйлайһығыҙ икән, был да дөрөҫ түгел. Беҙ тәүге аҙымды яһамаһаҡ, был көндә илебеҙ әллә булыр, әллә булмаҫ ине. Неофашистар итеге аҫтында БЕҘ ҡалыр инек! Шуға күрә хәҙер килеп ғәйеплене эҙләргә маташыу ҙа файҙаһыҙ!
Мин Владимир Путиндың сәйәсәтен дөрөҫ тип ҡабул итәм. Сөнки ул власҡа килгәнгә тиклем булған ауыр замандарҙы ишетеп түгел, үҙ иңемдә татып беләм. Иҫегеҙҙәлер: бөтөн завод-фабрикалар туҡталған, таланған ил, бөлгөнлөккә төшкән халыҡ. Буп-буш магазин кәштәләре. Ярты йыллап аҡса күрмәгән замандар. Өйҙә икмәк менән сәй-шәкәр булһа, күңел тыныс ине. Улары ла булмаған көндәр йыш ҡабатланды. Эшләнек, әммә аҡса ала алманыҡ. Эш хаҡы ла, балалар пособиеһы ла РНО менән түләнде. Ә уны алыр өсөн магазиндарҙа перловка менән араҡы ғына ине. Икеһен дә алабыҙ, перловканы инде ашап бүккәнбеҙ, күрге лә килмәй. Ә араҡыны, исмаһам, һатып була. Оят булһа ла әйтәйем, мин дә һаттым. Аптырағандың көнөнән. Балалар ауыҙҙарына алыр ризыҡ һатып алыр өсөн. Һәм был бит Бөйөк Ватан һуғышы йылдары түгел ине бит, ә 1990—2000 йылдар арауығы ине! Балаларҙы мәктәпкә уҡырға ебәрер өсөн портфель генә түгел, хатта дәфтәр-ручкаға ла аҡса булманы! Ҡыҙҙарым һаман да иҫләй: таяҡсалар (счетные палочки) урынына шырпы алып бара торғайныҡ тип, ә башҡаса нисек? Хатта шул иҫәп таяҡсалырана ла аҡса етмәгәс, нишләйһең?! Мин был саҡты онотманым! Һәм уның ҡабатланыуын теләмәйем! Емерек илде тергеҙеп, рэкетты бөтөрөп, завод-фабрикаларҙы йүнәтеп, киренән етеш тормошҡа ҡайтарыусы шул Путин түгелме ни?! Мең рәхмәтлемен уға!
Бөтөн Европаны үҙ йоҙроғона туплап, беҙҙең газ, нефть, алтын-көмөшөбөҙгә, ожмахҡа тиң еребеҙгә хужа булырға ынтылған АҠШ-тың ысын теләген аңламаған Украина етәкселегенә беҙ нисек яуап бирергә тейешбеҙ?! Митингылар менәнме ни?! Юҡ! Улай ғына туҡтатырлыҡ булһа, был ҡанҡойош башланмаған да булыр ине.
Эйе, мин дә әсәй, минең дә улдарым бар. Әле ҙурына бына армияға повестка көтәбеҙ. Минең дә йөрәгем һыҙлай! Һәр кемдең дә балаһы үҙенә ғәзиз! Әммә был осраҡта, был көндә – беҙ бары бергә тупланып ҡына был агрессияға ҡаршы тора алабыҙ! Элек “Мин янмаһам, һин янмаһаң, ул янмаһа – кем һуң ҡараңғылыҡты таратыр?!” тигән шиғыр юлдары модала булды. Бөгөн дә шул афоризм кеүек юлдарҙы аҙ ғына үҙгәртеп ҡабатлайым: минең улым бармаһа, һинең улың бармаһа, уның улы бармаһа – кем һуң илебеҙҙе һаҡлар?!
Илебеҙ, киләсәгебеҙ, тыныслығыбыҙ – ил һаҡсылары ҡулында. Тиҙ арала был ҡанҡойошто туҡтатып, барыһы ла шатланып, имен-һау әйләнеп ҡайтһын ғәзиз улдарыбыҙ! Беҙгә бары уларҙы хуплап, дәрт биреп, доғалар уҡып, изге теләктәр теләп, һәммәбеҙгә лә үҙ улдарын тере килеш ҡаршы алырға яҙһын!
Хәйерле юлдар һеҙгә, ил һаҡсылары! Имен-аман ҡайтығыҙ! Беҙ һеҙҙең менән!
Әнисә ТОТМАНОВА