Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
12 Февраль 2023, 11:13

Бер кемгә лә бирер хәлдәрем юҡ Илдар ҒӘБИТОВ

Ватсапта көн һайын тиерлек аралашҡан бер танышым ярты йылға юғалып торҙо. Яңыраҡ осратып, хәл-әхүәлен һораштым. Баҡтиһәң, уның тормошонда мине хайран иткән ваҡиғалар булған икән.

Бер кемгә лә бирер хәлдәрем юҡ  Илдар ҒӘБИТОВ
Бер кемгә лә бирер хәлдәрем юҡ Илдар ҒӘБИТОВ

Ватсапта көн һайын тиерлек аралашҡан бер танышым ярты йылға юғалып торҙо. Яңыраҡ осратып, хәл-әхүәлен һораштым. Баҡтиһәң, уның тормошонда мине хайран иткән ваҡиғалар булған икән. Ике балалары булған, мин быға тиклем өлгөлө тип иҫәпләп йөрөгән ғаиләһе тарҡалған. Был, ҡатынынан айырылып, икенсегә өйләнгән булып сыҡты. Әлеге яңылыҡты ишетеп, шаҡ ҡаттым: айырылышыу афәте фән докторҙарын да урап үтмәй икән. Быға тиклем икенсе бер танышымдың балаларын йәлләп, ҡатынын түҙеп йәшәгәнен күреп-белеп, күҙәтеп йәшәнем. Уның йәшерәк саҡта ошо хатаны эшләмәүе арҡаһында бөгөн үҙенең яратҡан ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, ҡатыны менән сөкөрҙәшеп йәшәүҙәренә шатланып бөтә алмайым. Был ике яҙмыш быға тиклем айырылышыу тураһында туплап йөрөгән фекерҙәремде журнал уҡыусыларына тәҡдим итергә этәргес көс бирҙе, сөнки улар башлыса йәштәргә ҡағыла.

 
 
 
Статистика буйынса, теркәлгән никахтарҙың яртыһынан күбеһе тарҡалып тора. 2016 йылда никахтарҙың 61,7 %-ы айырылышыу менән тамамланған. Былтыр йәмғеһе 985 мең никах теркәлһә, айырылышыу бәләһе 608 мең ғаиләгә ҡағылған. 2014–2015 йылдарҙа был процент түбәнерәк булған: 2014 йыл — 57,7 %, 2015 йыл — 52,67 %. Айырылышыуҙың һуңғы йылдарҙа киң таралыуы беҙҙе ҡурҡыта башланы – был бәғзеләрҙе ғаилә ҡороу аҙымынан туҡтатып та ҡуя. Теркәлгән ғаиләләр һаны йылдан-йыл кәмей бара. 2014 йылда 1,2 млн яңы ғаилә теркәлгән булһа, 2015 йыл – 1,16 млн, ә былтыр – миллиондан да кәмгә төштө. Быйылғы статистика әҙерәк оптимизм өҫтәй: Башҡортостанда туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса былтырғыға ҡарағанда 2 105-кә күберәк яңы ғаилә теркәлгән, айырылышыу осраҡтары ла кәмей биргән: барлығы 11 539 ғаилә тарҡалған.
 
Әйтергә кәрәк, ғаилә институтының кризисы бөтә донъя өсөн хас күренеш. Көнбайыш дәүләттәрендә ул яңғыҙ йәшәүҙе өҫтөн күргәндәрҙең бермә-бер артыуына алып килде. Мәҫәлән, Швецияла тик бер кешенән генә торған хужалыҡ (домохозяйство) 2008 йылда 48 % тәшкил итһә, бөгөн уның кимәле 56 %-ҡа барып етте. Тиҙҙән йәмғиәт өсөн ғаилә тигән төшөнсә реликтҡа әйләнеүе мөмкин. Беҙҙең Рәсәй айырылышыу буйынса донъя “чемпионы” булып тора икән. Быны күреп, һуңғы йылдарҙа дәүләт төрлө саралар ҡабул итте. Уларҙың төп асылы башлыса айырылышыу процедураһын ҡатмарлаштырыуға йүнәлтелгән.
 
Айырылышыу ғалимдар тарафынан ярайһы уҡ яҡшы тикшерелгән проблема. Төрлө белгестәр уның социаль, демографик, иҡтисади аспекттарын даими күҙәтеп, анализлап бара. Был тикшереүҙәр башлыса уның сәбәптәрен асыҡлауға ҡайтып ҡала. Эксперттар был сәбәптәр араһында төрлөсә классификация үткәреп, иң мөһимдәрен билдәләргә тырыша. Улар түбәндәге исемлектән тора:
 
  •   Көнләшеү һәм хыянат
  •   Бер-береңә иғтибар һәм ихтирамдың кәмеүе
  •   Романтика етешмәүе
  •   Эскеселек, ҡул күтәреү
  •   Бер-береңә булған ышаныстың кәмеүе һәм бөтөүе
  •   Енси проблемалар
  •   Бер-береңде аңламау
  •   Көнкүреш ауырлыҡтары
  •   Бала тәрбиәләгәндә ҡараштарҙың тап килмәүе
  •   Финанс ҡатмарлыҡтар
  •   Физик форма һәм тышҡы ҡиәфәт
  •   Ҡәйнә менән мөнәсәбәт.
 
Был исемлекте бер нисә ҡабат ентекләп барлап сыҡтым да (һеҙгә лә тәҡдим итәм), түбәндәге фекергә килдем. Был факторҙарҙың араһында ысын, төплө сәбәп булырлыҡтары юҡ тиерлек, башлыса үҙ-үҙеңде аҡлау өсөн һәм һылтау булырлыҡ ҡыналар. Ғаиләне ғүмерлеккә тип ышанып төҙөгән һәр кем бында минең менән ризалашыр. Әгәр ҙә кешенең ғаиләһен һаҡлап ҡалайым тигән маҡсаты һәм тырышлығы булһа, сәбәпкә торошлоларын булдырмау өсөн һәр кемдең хәленән киләлер, тип ышаныслы әйтә алам. Бына айырылышҡан иптәшем үҙенең төп ике хатаһы тураһында үкенеп әйтеп ҡуйҙы. Беренсенән, аҡсалыраҡ эш тип, ҡатынын бер банкка эшкә урынлаштыра, икенсенән, ҡатынының яңы хеҙмәттәштәренең күпселек яңғыҙ ҡатын булыуҙары арҡаһында, уларҙың насар йоғонтоһона бирелгән. “Үҙ ҡатыныңдың ундай “йомшаҡлығын” белгәс, һин уны, айырылышыу маҡсатында, ошо эшкә урынлаштырғанһыңдыр”, – тип шаяртһам, танышым быны инҡар итте. Был йәһәттән һәр ир, һәр ҡатын донъялағы ошо “кәртәләрҙе”, хәүефтәрҙе алдан күрә белергә, бер-береңә уларҙы ситләтеп урап үтергә ярҙам итергә тейеш һәм бурыслы. Шул саҡта ғына был ғаилә ысын бер бөтөнгә әйләнәсәк. Был турала Светлана Сөләймәнова дөрөҫ яҙа:
Бер кемгә лә бирер хәлдәрем юҡ,
 
Үҙ өлөшөм хәләл үҙемә!
 
Ян-яғына ялтаңланмай ғына
 
Йәнәш бара ҡарап күҙемә.
 
 
 
Бергенәм, ти миңә, яндарында
 
Ҡурсаҡ кеүек ҡыҙҙар булһа ла.
 
Алдарына сығып өлтөрәшеп,
 
Тәрилкәләр тотоп торһа ла.
 
 
 
Бер кемгә лә бирер хәлдәрем юҡ,
 
Үҙем уны алдым әүәләп.
 
Был тормошта әле бер кемгә лә
 
Бирмәгәндәр ирҙе әҙерләп.
 
 
 
Әсәйҙәр бит бары ул үҫтерә,
 
Ир итәбеҙ уны үҙебеҙ.
 
Әҙер бешеп, әҙер төшкән тиеп,
 
Алданмаһын әле күҙегеҙ.
 
Шул уҡ ҡәйнә менән килен мөнәсәбәтен генә алып ҡарайыҡ. Үҙ балаһын 20–25 йәшкә тәрбиәләгән әсәй кеше менән уның улын үҙенә ир иткән килен араһында конфликт булыуы бик мөмкин. Әммә буласаҡ ғаиләлә ир менән ҡатындың бер бөтөнгә әйләнергә тейеш икәнен һәр кемгә лә аңларға һәм аңлата белергә кәрәк. Ир менән ҡатын үҙҙәренең ғүмеренең күберәк өлөшөн (40–60 йыл) бергә йәшәйәсәктәр бит. Тимәк, әсәһе биргән тәрбиә менән килененә тура килгәне бер-береһенә тап килмәһә, өҫтөнлөк килен яғында булырға тейеш. Был турала күп һүҙ сурытып тороуҙың кәрәге юҡ. Күпмелер тормош тәжрибәһе булған һәр кеше был турала яҡшы белә, аңлай. Шуға ҡарамаҫтан, айырылыуҙар дауам итә, бөтә ғаләм буйлап “триумф менән алға бара”.
 
Бында минең өсөн бер парадокс ҡыҙыҡ булып тойолдо. Ғаилә төҙөү, башлыса, ҡатын-ҡыҙ инициативаһынан тора: улар кейәүгә сығырға ашҡынып тора. “Кейәүгә сыға алмау – донъялағы иң ҙур оят булыр ине”, – ти был турала мин һорашҡан ҡатындар. Бында теүәл статистика таба алманым, әммә гүзәл зат кейәүгә сығырға ир-егеттәрҙең кәләш алыуға ынтылыуына ҡарағанда нығыраҡ тырыша тиһәм, хата булмаҫ. Был аҙымға уны тәбиғәт тә, йәмғиәт тә, йәштең үтә барыуы ла ныҡ этәрә (Был баҫымға ҡаршы тороу һәр кемдең дә хәленән килмәй). Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ халыҡ күҙлегенән ниндәйҙер етешһеҙлек менән ҡабул ителә. Бигерәк тә ауыл ерендә. Бәлки, шунлыҡтан күп ҡыҙҙар ҡалаларҙа йәшәүҙе хуп күрә.
 
Парадокстың икенсе яғын статистика менән иҫбатлап була. Айырлышыуҙың күпселеге ҡатындар инициативаһы менән башлана. Уртаса 68–75 процент осраҡта айырылышыу процедураһын ҡатындар башлай. Белгестәр быны төрлө сәбәптәр менән аңлата. Улар араһында совет осоронан һаҡланып килгән “яңғыҙ ҡатын” статусын биргән өҫтөнлөктәр (төрлө пособиелар, ташламалар һ.б.) бар. Икенсенән, ҡатын кеше айырылышыу стресын еңелерәк һәм тиҙерәк кисерә. Быға ирҙәр өсөн уртаса 1,5–2 йыл кәрәк булһа, ҡатын-ҡыҙ бер йыл эсендә стрестан арына.
 
Был парадокстың сәбәбе булып хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙар араһында кейәүгә сығыуҙы ғаилә төҙөү өсөн түгел, ә башлыса кеше һүҙенән ҡотолоу өсөн генә атҡарылған “проект” тип ҡабул иткәндәренең күбәйеп китеүе торалыр. “Кейәүгә сыға алмаған”, “Бала таба алмаған” тигән кеше һүҙе был ҡатын-ҡыҙҙы “кейәүгә сығара” ла инде. Исем өсөн бер нисә йыл никахта йәшәп алып, тейешле “алиби” булдырғас, төрлө һылтау табып (бында башлыса ир ғәйепле), айырылалар ҙа, үҙ иркенә “рәхәтләнеп” йәшәүен дауам итәләр. Сөнки бөгөн ҡатын-ҡыҙ өсөн ирҙең кәрәге юҡ. Ирҙең эскесе, алама холоҡло булыуы бар. Уның артынан ҡарап этләнгәнсе, яңғыҙ йәшәүең яҡшыраҡ. Кемдер тыныс ҡына көн күрә, бәғзеләре үҙ сафын тулыландырыу өсөн ғаилә тарҡатыу эшенә тотона. (Бер актер (исем-шәрифтәрен әйтеп тормайым) был ҡатын-ҡыҙ кейәүгә сығырға тейеш түгел, сөнки ул кәмендә ике кешенең – иренең, балаһының – тормошон боҙа, тине). Ошо ҡатын-ҡыҙҙың, үҙенең әҙер булмауына ҡарамаҫтан, нисек тә булһа кейәүгә сығыуы, шунан һуң “никахтың уның көткәненә, хыялланғанына тура килмәүе” айырылыуҙың төп сәбәбе булып тора ла инде. Юғарыла әйтеп үтелгән сәбәптәр күп осраҡта һылтау ғына булып ҡала. Иғтибар итегеҙ: был сәбәптәр башлыса ирҙәрҙе генә ғәйепләүгә ҡоролған. Ә ғаилә төҙөйөм тип кейәүгә сыҡҡан гүзәл зат, бер ауырлыҡтарға ҡарамай:
 
Үҙем генә беләм әмәлдәрен –
 
Ҡасан майлап, ҡасан яйларға.
 
Бүре булып олор хәлдәрҙә лә
 
Һандуғастар булып һайрарға.
 
 
 
Үтә матур ҡойғанмындыр, ахыры,
 
Төшмәҫ ине, юҡһа, күҙегеҙ.
 
Һөймәҫтәйҙе һөймәлекле иттем,
 
Һеҙ шул саҡта ҡайҙа инегеҙ?!
 
 
 
Бер кемгә лә бирер хәлдәрем юҡ –
 
Үҙ бишмәтем таман үҙемә!
 
Эт ҡайышы кеүек шымартылған
 
Үҙем генә кәрәк үҙенә! –
 
тип, башҡаларҙы һоҡландырып, туғандарын ҡыуандырып, дошмандарын көнләштереп, бәхет усағын төҙөй, гөрләтеп йәшәй.
 
Автор:
Читайте нас: