Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
6 Октябрь 2023, 12:30

“Минән дә эшкинмәгән, йүнһеҙ кеше юҡтыр”

Һеҙ үҙегеҙҙе шулай әрләйһегеҙме?

“Минән дә эшкинмәгән, йүнһеҙ кеше юҡтыр”
“Минән дә эшкинмәгән, йүнһеҙ кеше юҡтыр”

Үҙеңде тәнҡитләргә кәрәкме?

     “Минән дә эшкинмәгән, йүнһеҙ кеше юҡтыр”, “Булмағас булмай инде”, “Ни эшләп шул тиклем булдыҡһыҙ икәнмен ул? Ни эшләп минән бер нәмә лә килеп сыҡмай?” Сығышым шул тиклем насар булды! Кеше алдында ояты ни тора!” Үҙегеҙҙе ошоноң кеүек һүҙҙәр менән әрләгән, тәнҡитләгән саҡтар йыш булалыр. Был беҙҙең һаулығыбыҙға зыян килтерә торған  иң насар ғәҙәттәрҙең береһе. Шуныһы тағы ҡыҙғаныс, унан арыныу еңел түгел икән. Әммә мөмкин. Бары теләк һәм тырышлыҡ кәрәк.

 

Сама кәрәк

     Үҙ-үҙеңде тотошоңа, ҡылығыңа анализ яһай белергә кәрәк, әлбиттә. Әммә саманы онотоп ебәрергә ярамай, сөнки һәр нәмәлә лә бизмән булырға тейеш. Сама белгәндә үҙ тәнҡит зыянлы түгел. Әммә  артһа,  үҙеңә ышаныс хисен бөтөнләй юҡҡа сығарыуы ла ихтимал. Был осраҡта нимә күҙ уңында тотола һуң?

Беренсенән, был хаҡта уйлап, үкенеп йәшәү.  Мәҫәлән, ниндәйҙер ваҡиғанан һуң, бер аҙ яңылыштым тип, бер мәртәбә анализ яһауҙың зарары юҡ. Ә яңылышыуыңды ҡат-ҡат хәтереңә төшөрөп, уфтаныу, шуны гел кешегә һөйләү йүнлегә илтмәйәсәк.

Саманан  артыуҙың икенсе билдәһе – ошо хаталарҙан сығып: “Мин – булдыҡһыҙ”, – тип һығымта яһау.

Урынлы тәнҡит ниндәй була һуң? Ул ихтыяр көсө уятырлыҡ булырға тейеш, ти белгестәр. Йәғни дөрөҫ эшләмәүеңде тойоу асыуыңды килтергән икән, был асыу алға барыу өсөн көс, дәрт бирергә тейеш.

Сәбәптәре

Белгестәр аңлатыуынса, теләһә ниндәй күренештең сәбәптәре була. Үҙеңде артыҡ тәнҡитләү ҙә күп факторға бәйле икән. Беренсе сиратта, әлбиттә, үҙеңде түбән баһалауыңа. Был үҙеңә ышаныс кәмеүгә килтерә, ул үҙ-үҙеңде тотошоңда, һөйләшеүеңдә сағыла.

Икенсе сәбәп – дөрөҫ булмаған тәрбиә. Әгәр өйҙә баланы маҡтап түгел, ә гел  әрләп, яманлап торалар икән, ул үҫкәс, үҙ-үҙен битәрләүҙән туҡтамаясаҡ.

Өсөнсө сәбәп – пессимист булыу. Пессимист ниндәй генә уңышҡа өлгәшһә лә, барыбер үҙенең кәмселеген таба.

Дүртенсе сәбәп – үҙеңә һәр саҡ юғары талаптар ҡуйыу. Арабыҙҙа шундай холоҡло кешеләр ҙә бар, башҡаларҙан әллә нимә өмөт итмәйҙәр, ә үҙҙәренә талапсан булалар.

Нимә менән тамамлана?

Үҙ-үҙеңде ашау нервы ауырыуҙары, психик тайпылыштар, ҡыҫҡаһы, бик күңелһеҙ тамамланырға мөмкин. Табиптар яман шештең дә кешенең үҙ ваҡытында  үҙен “ҡулға ала” белмәүенән күрә. Теге йәки был бәхетһеҙлектә үҙен ғәйепле һанау кешене үҙ-үҙенә ҡул һалыуға килтерергә мөмкин хатта. Эскеселек, наркоманлыҡ кеүек насар ғәҙәттәр ҡорбанына әүерелеү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ә иң мөһиме – был насар ғәҙәт кешенең рухи үҫешен тотҡарлай. Яңылышыуҙан һәм оятҡа ҡалыуҙан ҡурҡып, хәрәкәт итеүҙән туҡтайбыҙ һәм тотороҡло, тик бәхетһеҙ тормош менән йәшәй башлайбыҙ. Икенсенән, үҙ-үҙенде битәрләү менән шөғөлләнгән кешеләрҙең эшләргә теләге лә булмай, ти белгестәр.

Илаҡтарҙы бүтәндәр ҙә яратмай

Үҙ-үҙен тәнҡитләүселәргә йәшәү ҡыйын. Шул уҡ ваҡытта уның янындағыларға йыш ҡына ошондай аһ-зарлы һүҙҙәрҙе ишетеү тағы ла ҡыйын – кәйеф төшә, ҡулға эш бармай. Сөнки насар хис-кисерештәр бүтәндәргә лә күсә.

Беҙ бит эстән генә янмайбыҙ, хаталарыбыҙ хаҡында  бер туҡтауһыҙ һөйләйбеҙ, һаман бүтәндәрҙән йылы һүҙ, йыуатыу көтәбеҙ. Йыуатыу тигәндән, илаусынан бик туйған осраҡта ла, был кешене маҡтарға кәрәк, ти белгестәр. “Һин матур, көслө, булдыҡлы” кеүек һүҙҙәрҙе ҡыҙғанмағыҙ!

Нисек ҡотолорға?

Үҙ-үҙеңде ашауҙан нисек ҡотолорға кәрәк һуң? Беренсе сиратта был ғәҙәтте таный белергә тейешһең. Таныйһың икән, тимәк, туҡтата алаһың. Эйе, эйе, ябай ғына итеп: “Етте һиңә!” – тип.

Уйҙарыңды тәртипкә килтерергә һәм кәрәкле йүнәлешкә бороп ебәрергә кәрәк. Бының өсөн уңыштарыңды һанап сығырға йәки был яңылышлыҡтың һинең өсөн нимә менән тамамланырға мөмкин булыуын күҙ алдына килтерергә була. Ул тиклем ҡот осҡос һөҙөмтәләр күренмәй   икән, ниңә алдан ҡайғыртырға?

Ҡайһы берәүҙәр тормошта күп нәмәгә өлгәшә, әммә һаман үҙенән ҡәнәғәт була алмай.

Был үҙеңде яратмаумы?

Яратмаған кешенән ҡасып була, ә үҙеңдән ҡотолоп  булмай! Күҙ алдына килтерегеҙ – бер булдыҡлы артынан икенсе берәү аҙым да ҡалмай эйәреп йөрөй һәм бер туҡтауһыҙ тәнҡитләй, ти. Ике-өс көн эсендә ул уның тамам рухын һындырасаҡ. Ә беҙ, ҡыҙғаныс, үҙебеҙгә ҡарата ошо ҡырыҫ алымды ҡулланабыҙ.

Ә бит беҙҙең ниндәй шәхес булыуыбыҙҙы ниндәйҙер бер ваҡиға ғына түгел, ә башҡа күп ғәмәлдәр ҙә билдәләй. Башҡалар алдында һәр ваҡыт шәп күренеү тураһында уйлаған кеше иртәме-һуңмы үҙ-үҙен “яндыра”.

Үҙегеҙҙе битәрләү менән шөғөлләнергә ярамай, әммә башҡалар фекеренә ҡолаҡ һалырға кәрәк, ти белгестәр. Кемдер яңылышыуығыҙҙы күрһәтә икән, был уны дошман итеп һанарға нигеҙ бирмәй. Иң мөһиме – туҡтамаҫҡа кәрәк. Бер уңышһыҙлыҡ та һеҙҙе хәрәкәт итеүҙән туҡтатырға тейеш түгел. Эш – кәйефһеҙлектән иң яҡшы дауа.

Миңниә ВӘЛИЕВА, психолог, педагогия фәндәре кандидаты.

 

Һәр кемдең үҙ мөмкинселеге

Гөлдәр уҡытыусылар ғаиләһендә үҫте. “Һин отличник булырға тейеш” тигән талапты башланғыс кластарҙан мейеһеңә һеңдерҙе ата-әсәһе уға.  Бер ҡараһаң, баланы яҡшы уҡырға өндәү насар ҙа түгел һымаҡ. Һәр кем сабыйының һәйбәт өлгәшеүен теләүе бәхәсһеҙ.  Әммә белем алыу һәр кемгә үҙенсә бирелә. Берәүҙәр әллә ни көсәнмәһә лә, еңел өлгәшә, хатта ундайҙар үҙҙәренең уңышһыҙлығын, түбән билдәләр алыуын фажиғә тип ҡабул итмәй.

Гөлдәр  түбән, уртансы кластарҙа еңел уҡыһа ла, юғарыраҡ күтәрелә барған һайын физика, математика ауырыраҡ бирелде. Тора-бара  “дүртле” билдәһе алыу  ҡыҙ өсөн оло фажиғәгә әүерелде.  “Тырыш, һин кемдән кәм? Төшөп ҡалаһың бит!” тигән һүҙҙәрҙе атай-әсәй ҡыҙҙарына туҡып ҡына торҙо. Ҡыҙ урамда йәштәштәре менән уйнар ваҡытта йыш ҡына дәрес әҙерләп ултырҙы. Ҡыҙын уҡыу алдынғыһы итеп күрергә өйрәнгән атай-әсәй бер генә минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырманы, һин отличник булырға тейеш, тип ҡабатлап торҙолар. Гөлдәр мәктәпте уңышлы тамамлап, университетҡа физика факультетына уҡырға инде. Кеше менән әллә ни аралашмаҫ ҡыҙ бында ла бөтә көсөн уҡыуға бирҙе. Бүлмәләш ҡыҙҙары киноларға, театрҙарға йөрөнө. Ә Гөлдәр уҡыуҙан башҡаны белмәне, ятланы. Саҡ ҡына түбәнерәк билдә алһа, үҙен ашаны, әрләне. Атай-әсәһенең, кешенән кәм булма, тигән һүҙе уның бөтә булмышын биләп алғайны шул. 

 Үкенескә ҡаршы, дүртенсе курста ҡыҙыҡайҙың холҡонда сәйер күренештәр тойола башланы – ул ҡысҡырып көлә башлаһынмы,  тиктомалдан иларға тотонһонмо! Табиптар ҡыҙҙың мейеһенә көсөргәнеш килгән тинеләр. Аптырауға ҡалған атай-әсәһе Гөлдәрҙе ниндәй генә табиптарға, им-томсоларға күрһәтмәһен, файҙаһы булманы. Бөгөн ҡыҙ махсус интернатта йәшәй.

Һәр кем үҙенең мөмкинлегенән сығып тырышырға тейеш, ти белгестәр. Көсөргәнеш, Хоҙай биргәндән артыҡ тырышыу йүнлегә илтмәй шул.

                                                                         Гөлнәфис САБИРОВА.

Баланы маҡтау насармы ни?

Балаға бөтә сифаттар ғаиләнән, сабый саҡтан һалына. Ҡайһы берәүҙәр йыш ҡына, маҡтаныу кеүек булыр тип, үҙенең яҡшы яғы хаҡында уйламай. Хатта балаларында ла,  уңышына ҡарағанда, уларҙың яңылышлыҡтарына, хаталарына  нығыраҡ баҫым яһап тәрбиәләй.  Юҡҡа ғына уларҙы әрләйҙәр, ә маҡтарға, күңелен үҫтереп,  дәртләндереп ебәреүҙе  оноталар. Хатта беҙгә был камиллашыу, үҙ өҫтөңдә эшләү өсөн файҙалы кеүек күренә. Шулай итеп, саманан тыш үҙ тәнҡит бала саҡтан мейегә һеңә. Әммә бындай самаһыҙлыҡ психология күҙлегенән шаҡтай күңелһеҙ хәлдәргә илтеүе бар.  Шуға үҙегеҙҙең өҫтөнлөгөгөҙҙө, яҡшы яғығыҙҙы күрә белегеҙ, кире уйҙарға ҡаршы көрәшергә өйрәнегеҙ.

 

“Мин насар булмағанмын икән...”

Атайымдың бәләкәй саҡта беҙҙе маҡтағанын ишеткәнем булманы. Киреһенсә, фәләндең ҡыҙы шулай, һин шулай булдыра алмайһың, тигәне генә иҫтә ҡалған. Күршелә генә йәшәгән өләсәйем дә гел башҡалар менән сағыштырып кәмләр булды. Шуға ла үҙемде һәр ваҡыт тәнҡитләп, кешенән кәм тойор инем. Бала саҡта артист булырға теләнем. Башыма һеңдерелгән ошо һүҙҙәр, сәнғәт институтының тотҡаһына йәбешкәс, кире ябырға мәжбүр итте. Шулай ҙа башҡа юғары уҡыу йортона инеп, уны уңышлы тамамланым, бөгөн һәйбәт кенә эшләп йөрөйөм. Үҙемдең бүтәндәрҙән кәм түгеллегемде күптән тойһам да, бала саҡтағы тәрбиә һаман үҙ тәртәһенән бөтөнләй ысҡындырмай. Балаларҙы кесе йәштән үҙ баһаһын белеп үҫтереү мөһим.

                                                                               Сәриә МАЛИКОВА.

Фото: drestime.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: