Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
28 Август , 14:03

Йүнһеҙ кеше менән ҡоҙалашмайым...

– Атай, һуң Миләүшә бит яҡшы, тәртипле ҡыҙ. Атаһының ҡылығы өсөн  ул яуап бирмәй. Ә миңә унан башҡа ҡыҙ кәрәкмәй. Ҡабул итмәйһең икән, башҡа ҡайтмаҫбыҙ, – тине хәлдең былай килеп сығырын көтмәгән улы.

Йүнһеҙ кеше менән ҡоҙалашмайым...
Йүнһеҙ кеше менән ҡоҙалашмайым...

Әллә күмәк балалы ғаиләлә ҡусты-һеңлеләрен ҡарап үҫкәнгә, Шамил сабыйҙарҙы бигерәк ныҡ ярата. Шуға ла Сәлимә менән өйләнешкәс, бик ныҡ көттө бәпәйҙәрен, ләкин ай артынан ай үтте, балалары булманы.

Ярай, икеһе лә мәктәптә уҡыта, гөрләп торған класта дәрес биреүҙән, балалар менән төрлө саралар уҙғарыуҙан арып түгел, ә күңел ҡәнәғәтлеге алып ҡайталар. Тик өйҙәрендәге тынлыҡ ҡына күңелен болоҡһота Шамилдың. Ун йыл йәшәгәндән һуң, ҡатынына күңелендә йөрөгән күптәнге теләген – балалар йортонан сабый алыу ниәтен әйтте. Көтөп кенә йөрөгән һымаҡ, шунда уҡ ҡатыны ла ризалашты. Ҡысҡырып әйтмәһә лә, уның да бит ҡулына сабыйын алып яратҡыһы килә. Балалар майҙансығында уйнап йөрөгән бәләкәстәргә текәлеп ҡарап торғанын Шамил әллә нисә тапҡыр иғтибар иткәне булды.

Ир кешегә иптәш булыр тип, балалар йортонан бер йәшлек Айнурҙы алып ҡайттылар. Йорттарына йәм, ҡот инеп китте. Элек Шамил мәктәптә оҙағыраҡ булырға тырышһа, хәҙер дәресе бөткәнен саҡ еткерә. Ҡайтып инеү менән кескәй Айнурҙың шатланып ҡаршыһына йүгереүе йөрәгенә шул тиклем ҙур ләззәт бирә.

Яратып, ҡәҙерләп үҫтерҙеләр улдарын. Төплө белем, яҡшы һөнәр алһын өсөн аҡсаларын да, ваҡыттарын да йәлләмәнеләр. Өйҙә әрләшкән тауыш ишетмәй, матур тәрбиә алып үҫте малай.

Ғүмер аҡҡан һыу кеүек. Улдарының ҡулына диплом алыр мәле лә килеп етте. ”Дипломым менән бергә буласаҡ кәләшемде күрһәтергә алып ҡайтам” тигән хәбәр әйтте ул ата-әсәһенә яңыраҡ. Шуға был көндө айырыуса ҙур тулҡынланыу менән көттө Шамил менән Сәлимә.

Йәйҙең йәмле бер кисендә улдары йөҙгә һылыу, ипле генә ҡыҙ менән ҡайтып төштө.

– Таныш булығыҙ, был – Миләүшә. Күрше Шишмә ауылы ҡыҙы. Быйыл Башҡорт дәүләт университетын тамамланы. Беҙ өйләнешергә ҡарар иттек, – тине йөҙө ҡояштай балҡыған Айнур.

Һөйләшеү-танышыу табында дауам итте. Итәғәтле, белемле килендәре булыуына бик шатландылар, ләкин көтөлмәгән бер хәбәр Шамилдың күңелен түңкәрҙе. Күрше ауылдан тиҫтере Ғәлиҙең ҡыҙы булыуын ишеткәс, йөҙөн ҡара болот ҡапланы.

Тормошонан мәңгелеккә һыҙып ташлағайны Ғәлиҙе! Юҡ, ул әҙәм аҡтығы менән ғүмерҙә лә туғанлашмаясаҡ! Түҙмәйенсә, Шамил тын алырға тип, ихатаға сыҡты. Бынан бик күп йылдар элек булған күңел өшөткәс ваҡиға күҙ алдына килеп баҫты.

...Ике ауылдан булһалар ҙа, бер мәктәптә уҡынылар. Үҙҙәрендә һигеҙ йыллыҡ белем алғас, Шамил күрше ауылға юлланды. Ғәли бер класҡа юғарыраҡ ине. Һуғыш суҡмары, ҡанһыҙ егет булараҡ яманаты сыҡҡайны. Эргә-тирәһендә лә үҙе һымаҡтар йыйылған. Шамил уның менән аралашмаҫҡа тырышты. Үкенескә ҡаршы, бер мәл юлдары киҫеште. Әйбергә ҡытлыҡ заман. Ҡайҙалыр яҡшы тауар килтергәндәрен ишетһәләр, юл йыраҡлығына ҡарамай, сығып китәләр ине. Был юлы ла дуҫ малайҙарынан уҡырға йөрөгән ауыл магазинына магнитофон ҡайтҡанын белде Шамил. Бик күптәнге хыялы ине шул – магнитофонлы булыу! Йәйге каникулда эшләп йыйған аҡсаһына шуны алырға булды. Ата-әсәһе лә ҡаршы килмәгәс, эй һөйөндө!

Дәрестәре бөткәнен саҡ көтөп алып, магазинға юлланды. Мәктәптән йыраҡ булмаһа ла, юл бик оҙон булып тойолдо, ашҡынып барып инде егет. Хаҡы ярайһы ҡиммәт, шуға күрә һатып алыусы ла табылмағандыр. Магнитофонлы булыуына үҙе ышанмайынса, Шамил, уны һаҡ ҡына төрөп, сумкаһына һалды.

Бәхетһеҙлеккә, тап ошо мәлдә Ғәли ҙә магазинға килеп инде. Шамилдың магнитофон һатып алыуын күҙе ҡыҙып ҡарап ҡалды ул. Тиҙерәк өйгә ҡайтып етергә, магнитофонды уйнатып ҡарарға ашҡынды Шамил, ләкин хыялы тормошҡа ашманы. Ауыл осона етеүгә, Ғәли бер нисә дуҫы менән ҡыуып етеп, магнитофонын тартып та алды. Бирмәҫкә тырышты Шамил, ләкин һуғышып өйрәнмәгәс, ҡайҙан көсө етһен инде? Үҙенә лә ныҡ ҡына эләктерҙеләр, етмәһә, “ҡыҙҙар һымаҡ һөйләнеп йөрөһәң, башҡа ауылға керетмәйәсәкбеҙ” тип иҫкәрттеләр ҙә.

Бер башлағас, уҡыуын ташлағыһы килмәне. Шамил ата-әсәһенә “аҡсаны юлда юғалттым” тип алдашырға мәжбүр булды, ләкин күңелендә Ғәлигә ҡарата шул тиклем көслө нәфрәт тулышты. Йәйге каникулда эшләп бөртөкләп йыйған аҡсаһының әрәм булыуына көйҙө. Күп йылдар үткәс, Ғәлиҙең урамда һуғышып төрмәгә эләгеүен ишетһә лә, күңеле баҫылманы...

Мәктәп йылдарында булған ауыр хәтирә Ғәлигә ҡарата асыуын тағы яңыртты... Ғүмерҙә лә ғәфү итмәйәсәк һәм туғанлашмаясаҡ уның менән Шамил. Ныҡлы ҡарарын тәүҙә ҡатынына, унан улына әйтте.

– Өйләнеүеңә ҡаршы мин, улым. Йүнһеҙ кеше менән ҡоҙалашмайым. Был ҡыҙ менән башҡа тупһама баҫма, – тине ул, йән асыуы менән ҡырт киҫеп.

Атаһының был һүҙҙәренә ныҡ ғәжәпләнде Айнур:

– Атай, һуң Миләүшә бит яҡшы, тәртипле ҡыҙ. Атаһының ҡылығы өсөн  ул яуап бирмәй. Ә миңә унан башҡа ҡыҙ кәрәкмәй. Ҡабул итмәйһең икән, башҡа ҡайтмаҫбыҙ, – тине хәлдең былай килеп сығырын көтмәгән улы.

Ул менән атай араһында башҡа һөйләшеү булманы. Айнур менән Миләүшә иртәгәһенә баш ҡалаға юлланды.

Ҡатыны әрләп тә, үпкәләп тә ҡараны иренә, ләкин Шамил ҡарарында ныҡ торҙо.

– Һинең тәкәбберлегең арҡаһында улымдан баш тартаһым юҡ. Мин улар менән аралашасаҡмын. Улым һайлаған ҡыҙҙы ла ҡабул итәм, – тине әсә кеше.

Шул ваҡыттан ун йыллап ваҡыт үтте. Ҡайтманы Айнур атай тупһаһына. Ғаилә ҡороп, Себер яҡтарына бөтөнләйгә күсенеп китте.

Ҡыҙыулыҡ һуңғараҡ һүрелде. Улын һағыныуҙан Шамилдың йөрәге өҙгөләнде, ләкин быны күрһәтмәҫкә тырышты. Ҡатыны йыл һайын улында ҡунаҡта булып ҡайтты. Тиҙҙән ейәне һәм ейәнсәре тыуыуы тураһында ла ишетте.

Улы менән бәйләнеш өҙөлөүенә эстән һыҙыу бушҡа үтмәне, ике тапҡыр йөрәк өйәнәге менән дауаханаға ла эләкте. Әле яңы ғына етди операция ла үткәрҙе.

Тормош шундай ҡатмарлы – ҡасандыр дөрөҫ тип уйлаған фекерең дә йылдар үткәс, бөтөнләй кире яҡҡа үҙгәреп ҡуя. Шамил да үҙенең хатаһын ваҡыт үтеү менән аңланы. Күңеле ғәзиз улы менән осрашыуҙы көттө, ләкин был хаҡта әйтергә генә көсө етмәне. Улы ғәфү итмәҫ, тип уйланы.

Юбилейына туғандары йыйылышып киләбеҙ, тигәс, ҡатыны, ҙурҙан ҡубып, байрамға әҙерләнде. Ғүмер тигәнең тиҙ уҙа икән. Ошо йәшкә етерментип уйламаны ла. Ана, бит ағай-энеһе бер-бер артлы килеп тә төштө, мәктәп коллективы ла онотманы, килеп хөрмәт күрһәтте.

Ғүмер бушҡа уҙмаған тип тәрән уйҙарға бирелеп ҡарашын тәҙрәгә төбәне Шамил. Шул ваҡыт ҡапҡа эргәһенә ят бер машина туҡтаны. Тәүҙә ике бала һикереп төштө, мөләйем генә ҡатын сәскә гөлләмәһе тотоп алған. Уның артынса ҙур-ҙур сумкалар тотҡан ...улын күрҙе.

Күпме көттө бит Шамил был осрашыуҙы... Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Ул арала “Олатай, тыуған көнөң менән!” тип ихлас өндәшкән бәләкәстәрҙе күреп, күҙҙәренән йәш тәгәрәне. Балаларын ҡосаҡлап, ғүмерҙә булмағанса, туйғансы иланы ир-уҙаман.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас: