Ир кеше була тороп, шундай хәбәр яҙған, тип ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Яҙыр алдынан бик оҙаҡ уйланым. Әммә ябай бер нәмә өсөн 20 йылдан ашыу булған ғаиләмде тарҡатыр хәлгә еткәс, яҙырға булдым.
Ҡатыным Мәғниткә барып иренен ҙурайтып ҡайтты. Әлбиттә, алдан әйтеп йөрөнө ул “ауыҙым бәләкәй, ҙурайтыр кәрәк ине” тип. Мин ул шаярталыр тип уйланым. Тик кәләш көн-төн шулайтып мыжый башланы. Телевизор алдына ултырыр хәл юҡ, һәр актрисаға, алып барыусыға төртөп күрһәтеп: “Күрәһеңме, ул ирендәрен тултырттырған! Шуға ауыҙы матур ғына булып бүлтәйеп тора”,-тип ҡысҡыра, ярһый башланы.
Ә инде бергә йөрөгән әхирәте иЕгерме йыл үҙемде бәхетле ғаилә башлығы тип һанап йәшәнем. Әммә ҡырҡтан үткән ҡатыным 20 йәшлек ҡыҙ булып күренәм тип алйотлана башлағас, барыһы ла юҡҡа сыҡты. рендәрен шулайттырып ҡайтҡас, миңә бөтөнләй көн бөттө. “Һин һаран! Минең матурлығым өсөн аҡса йәлләйһең!” фәлән дә фәсмәтән. Мин уға ирендәренең былай ҙа матур булыуын, уны шул килеш яратыуымды аңлатып ҡараным, юҡ, үҙенекен тылҡып, илай башлар булып китте. Аптырағас, ҡул һелтәнем “теләһәң нәмә эшлә тип”.
Шул әхирәтен эйәртеп Мәғниткә барып ҡайттылар. Кәләштең йөҙөнә күтәрелеп ҡарауы ҡыйын хәҙер, баяғы ирен-ауыҙы минең өсөн ят, хатта әшәке лә булып күренә. Күнегермен тип уйланым, юҡ, булмай. Ә бер нимә эшләп булмай, тормош дауам итә. Яратҡан ҡатының бит инде. Үбешергә ынтылдым да, иренем уның ирендәренә ҡағылғас та, ғәфү итегеҙ, ҡоҫа яҙҙым. Йәнһеҙ тән йәки ҡырҡып ташланған кеше органы булып тойолдо. Күрәһең, кәләштең ирендәре һиҙгерлеген юғалтҡандыр. Минең ерәнеп, шунда уҡ йөҙөмдө ситкә борғанды ла һиҙмәй ҡалды.
Бергә ашауы бигерәк ҡыйын. Кәләштең шул тултырылған ирененә ҡалағын яҡынайтыуы була, мин бар ризыҡтан ерәнеп алам да китәм. Нимә эшләргә?! Кәләшемә кисерештәремдең яртыһын ғына һөйләгәйнем, китте үсегеп, китте туҙып! “Ана, минең әхирәттең ире хатта ҡәнәғәт! Ул иренә алдан әйтмәй барып иренен ҙурайтып ҡайтһа ла, ире бер һүҙ өндәшмәне”, - тип илай башланы.
Уларҙың ғаиләһендә шулай булыуына бик тә ышанам. Сөнки әхирәтенең ире район буйлап йөрөп эшләй. Ял, байрам көндәрендә лә ул ирҙең урмандан ҡайтмай, балыҡҡа, һунарға йөрөгәнен беләм. Ул, тимәк, ҡатынын күрмәй ҙә. Бәлки, ирененә лә иғтибар итмәгәндер. Бәлки, ул да ҙур ауыҙлы ҡатынынан ерәнеп, ҡасып йөрөйҙөр. Ә мин эштән ҡайтам да, һәр саҡ өйҙәмен. Ҡатынымды ла бик яратам, дөрөҫөрәге, ярата инем. Хәҙер миңә уның менән бер түшәккә ятыуы ла ерәнес. Сөнки баяғы йәнһеҙ, ибәйәтһеҙ ирендәрен күрһәм, бар теләгем юҡҡа сыға.
Эштән һуңлап ҡайта башланым. Секретарь ҡыҙҙың ирендәренә йыш ҡына ҡарап онотолам. Ул шуны һиҙгән: ”Нимә, ағай, ирендәре нәҙек кенә тип ҡарайһығыҙмы? Йоҡа иренле кешеләр уҫал була ул минең кеүек”,-тип рәхәтләнеп көлә. Ә мин шул ысын, тәбиғи, бер ниндәй химия ҡушылмаған иренде тәмләп ҡарау өсөн әллә ниҙәр бирер инем!
Шулай, кәләште икенсе бала табырға өгөтләй алманым. Улыбыҙ хәҙер инде үҙ аллы йәшәй, әрменән ҡайтты. Шул тиклем ҡыҙыбыҙ булһын ине тип хыялланам. Кәләш әле ҡарт түгел, ҡатындар 40-тан һуң бала таба бит! Ә ул юҡ, уйларға ла теләмәй! Сөнки әхирәтенең дә бер генә малай, уныҡы ла армиянан ҡайтҡан. Был химикат иренле әхирәттәр спортзалға йөрөгән була, бер нимә лә ашамай протеин батончиктар ғына йоталар, массаж, тренажер – бар донъя мәғәнәһе шул улар өсөн.
Егерме йыл үҙемде бәхетле ғаилә башлығы тип һанап йәшәнем. Әммә ҡырҡтан үткән ҡатыным 20 йәшлек ҡыҙ булып күренәм тип алйотлана башлағас, барыһы ла юҡҡа сыҡты. Иренен ҙурайтты ла ул, ә минең мөхәббәтемде үлтерҙе...
44 йәштәге ир.