Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
25 Сентябрь , 20:02

Ҡатыныңа ышана алмаһаң, бик ҡыйын икән

Берәй хәбәр әйтәм икән, был хаҡта барыһы ла беләсәк. Иң башта – ҡәйнәм менән ҡайынбикәм, унан һуң ҡатынымдың әхирәттәре, хатта хеҙмәттәштәре лә ситтә ҡалмаясаҡ.

Ҡатыныңа ышана алмаһаң, бик ҡыйын икән
Ҡатыныңа ышана алмаһаң, бик ҡыйын икән

“Хәләл ефетеңә ышана алмаһаң, бик ҡыйын икән, - тип башланы һүҙен ҡасандыр бер мәктәптә уҡыған танышым. –Ҡатынға берәй хәбәр әйтәм икән, был хаҡта барыһы ла беләсәк. Иң башта – ҡәйнәм менән ҡайынбикәм, унан һуң ҡатынымдың әхирәттәре, хатта хеҙмәттәштәре лә ситтә ҡалмаясаҡ. Ҡатыным менән ғаиләнән бар хәбәрҙе сығармау хаҡында һөйләшеп тә, хатта әрләшеп тә ҡарағаным бар. Юҡ, барыбер аңламай”. Рәмил, артабан нимә эшләргә белмәгәнлеген әйтте.

Хәҙер ул аҙаҡ үпкәләп ултырғансы, бер нимә лә һөйләмәүҙе хуп күрә икән. Ә һөйгәне иренең үҙенә ышанмағанлығына үпкәләп ыҙалата, имеш. “Әлбиттә, ышанмайым. Нимәлер хаҡында ҡатыныма әйтәм икән, социаль селтәрҙә статусымды алмаштырған кеүек була был хәл,  – ти ир. –Үҙе – бик һәйбәт әсәй. Уңған, барыһына ла өлгөрә, ашарға ла бына тигән итеп бешерә. Яратам үҙен, тик бына шул телсәнлеге, сер тота белмәүе генә йәнде өтә...”

Бер ваҡыт Рәмил ҡатынына машина алырға теләүе хаҡында әйткән, күп тә үтмәй,  етәксеһе уның ниндәй автомобиль алырға теләүе хаҡында һорашҡан. Баҡтиһәң, ир – ҡатынына, уныһы – әхирәтенә, тегенеһе туғанына әйткән. Ә уныһы Рәмилдең етәксеһе булған иренә ошо хәбәрҙе еткергән...

Фото: wallhere.com

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас: