"Мин дә һеҙҙең төркөмгә үҙ серемде, уйланыу-һыҙланыуҙарымды яҙырға булдым әле. Бик уңышлы кейәүгә сыҡтым, ул яҡтан һүҙем юҡ, ирем эсмәй-тартмай, бар яҡтан да әҙәпле, яҡшы кеше. Икебеҙ ҙә башҡа аҡыл кергәс, әҙме-күпме донъя болы тупланғас танышып өйләнештек, дөрөҫөрәге, уртаҡ дуҫтар таныштырҙы, аҙаҡтан инде башты юғалтмай ғына осрашыуҙар китте.
Һушты юғалтырлыҡ мөхәббәт тип әйтеп булмаһа ла, Илгиз минең күңелемә шунда уҡ ятты. Ул да миңә үлә яҙып ғашиҡ булмағандыр, моғайын. Араларҙа тандыр ғына мөнәсәбәт барлыҡҡа килде: ҡайнар ҙа, һалҡын да түгел. Был ваҡытҡа мин юғары уҡыу йортон тамамлап, туғандарым арҡаһында арыу ғына урында эшләп йөрөй инем инде, әсәйем-атайым күптән бер бүлмәле фатир ҙа хәстәрләп ҡуйғайны. Илгиз дә - ҡала егете, ғаиләлә төпсөк ул, шулай уҡ уҡып бөтөп, яҡшы урында эшләй. Ул туғандарыма ла беренсе осрашҡанда уҡ оҡшаны. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, никахлашып, шартына килтереп туй үткәреп, иремдең бер бүлмәле фатирында йәшәй башланыҡ. Бөтәһе лә ыңғай, уңай барҙы. Яңы ҡоролған ғаилә өсөн йәштәргә ҡарағанда ике яҡтан да туғандар нығыраҡ шатлана ине шикелле.
Тик ҡатмарлыҡтар мин ауырға ҡалғас башланды. Бер көн Илгиз шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр еткерҙе: "Әсәйҙәрҙең һәм беҙҙең фатирҙы һатып, ҡала ситенән ҙур коттедж алып, бала тыуыуға шунда күсәбеҙ. Атай-әсәйҙең һатылған фатирынан ағайыма ла өлөш сығарһалар, бер аҙ аҡса етмәй, кредитҡа инергә тура килә. Бәлки, һинең фатирыңды ла шунда ҡушырбыҙ?" Әлбиттә, бик ныҡ аптырашта ҡалдым был яңылыҡтан. Улар был турала үҙ-ара ғына һөйләшеп хәл иткән, тик минең теләкте һорарға баштарына етмәгәнме, әллә кәрәк тип тапмағандармы? Йәнәһе, әсәһе кесе улының ғаиләһе менән ҙур өйҙә бергәләп йәшәргә тип электән ныҡ хыялланған икән. Ә минең фекеремде һорарға тейеш түгелме ни улар? Был хәбәре ныҡ ғорурлығыма тейһә лә, пыр туҙып ҡаршы булманым, хәҙер шул мәлдә үк асыҡтан-асыҡ һөйләшмәгәнемә үкенәм. "Күр ҙә тор, һиңә оҡшаясаҡ, балалар тыуһа ла ҡараулы буласаҡ, минең әсәйем шундай һәйбәт кеше ул, һеҙ уның менән уртаҡ телде тиҙ табырһығыҙ тип уйлайым", тип өгөтләп, кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп әйтте шул ирем. Аптырап, әсәйем менән кәңәшләштем, ул да, ярай, йәшәп ҡарағыҙ, ҡәйнәң йәш, көслө, ярҙамы күп тейер әле, тик үҙ фатирыңды ҡушма, тип аҡыл өйрәткәс, ҡаршы булыуымды белдермәгәйнем шул.
Яңы урынға күсеүҙе оҙаҡҡа һуҙманылар. Ҡала эргәһендәге ҡасабала ике ҡатлы ҙур, матур өйгә ингәндә күңел шатлыҡ кисерҙе-кисереүен. Бүлмәләр ҙур, яҡты, күп, хатта тыумаған балаларҙы ла иҫәпкә алып эшләнгән. Һүҙ ҙә юҡ: ҡәйнәм менән ҡайным зыялы, тәрбиәле кешеләр, ҡыйын булмаҫ тип яҙмышыма күнеп йәшәп алып киттек. Беҙ ирем менән иртәнсәк эшкә сығып китәбеҙ, кис ҡайтабыҙ ҙа, әҙерҙе ашап, үҙ бүлмәбеҙгә ашығабыҙ. Өй ҙур булғас ни, ололарҙы аш бүлмәһендә генә күрәбеҙ. Бер яҡтан, уңайлы икән дә тип уйлап ҡуйғайным ҡайһылыр мәлдә.
Оҙаҡламай декрет алды ялына сыҡтым, хәсрәтһеҙ йәшәү шул ваҡыттан тамамланды тиһәң дә була, хәҙер өйҙә көндәр буйы булырға, йорт эштәрендә бергәләшергә тура килә. Элек өйҙә тормағанға беленмәгән икән: ҡәйнәм һәр бер эшемә шелтәләп ҡараған кеүек, уны бына ошолай итер кәрәк, бының урыны ошонда бит тигәнерәк иҫкәрмәләрҙе йыш яһағанын аңғара башланым. Мине бер ни белмәй тип уйлаймы, әллә үҙенсә өйрәтергәме ниәте тип эстән асыуланам, тыштан күндәм күренергә тырышам. Эстә йыйылған ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо ирем менән һөйләшкән ваҡытта, бәлки, үҙен һиҙҙергәндер ҡайһы саҡта, ҡәйнәм шуны ла тиҙ тойомлап, эштән арып ҡайтҡан кеше менән ундай тонда һөйләшергә ярамай, тип шунда ла аҡыл өйрәтмәй ҡалмай.
Бер көн иремә ҡәйнәмдең гел ҡыҫылып ялҡытыуы тураһында әйтеп ҡараным. Ләкин үҙемә кәрәкле яҡлауҙы тапманым: "Нимәһе ҡыйын уның, әйткәненсә эшлә лә ҡуй" тип көлдө генә. Минең үҙемсә генә, һәр нәмәгә үҙем хужа булып донъя көткөм килә, өйөмдә нисек теләйем, шулай йәшәгем, күңелемә ятышлы итеп йыйыштырғым килә, ул шуны аңламай. Эх, тәүге айҙарыбыҙҙа ниндәй бәхетле булғанбыҙ икән. Бында һәр хәрәкәтеңде уйлап баҫырға, кешегә оҡшарға тырышырға, уның көйөн көйләргә кәрәк. Оло кешенең үҙенә бер ни тип тә ҡаршы әйтмәйем, әлбиттә, ә бөтә үпкә-асыу-рәнйеш эскә йыйыла бара. Берәй көн килеп шартламаҫмын тип әйтә алмайым. Ул ваҡытта ни булырын күҙ алдына ла килтереп булмай. Иремдең һәр ваҡыт әсәһенең һүҙен алдын ҡуйыры көн кеүек асыҡ, сөнки ул шулай тәрбиәләнгән. Ҡәйнәмдән арыһам да, иремде юғалтҡым килмәй минең. Ни эшләргә хәҙер? Өлкәнерәк апайҙарҙың кәңәшен тыңларға ризамын".
(Өфө районында йәшәгән ҡатындың яҙғандарынан).