Был тарихты миңә 57 йәшлек танышым - Рәйлә исемле ханым һөйләгәйне. Бик аҡыллы, сабыр, кеше йәнле кеше ул. Кемдер уның һөйләгәндәренән һабаҡ алыр, кемдер сетерекле хәлдә ҡалған ҡатынға аҡыллы кәңәшен бирер...
"Беҙҙе күптәр “татыу, өлгөлө ғаилә” тип белә. Әммә кеше күңеле – ҡара урман, тиҙәр бит... Һәр ғаилә – айырым бер дәүләт, уның шатлыҡтары ла, хәсрәттәре лә етерлек булалыр.
Бына әлеге мәлдә мин дә шаңҡыуҙан нимә эшләргә, артабан нисек йәшәргә белмәй ҡаңғырам. Барыһын да баштан һөйләйем әле.
...Күршеләребеҙ Рәсилә һәм Нәғимйән менән ныҡ татыу булып, ҡатышып йәшәнек. Өмәләр, һуғым аштары һәр саҡ бергә булды, балалар бергә үҫте. Нисәмә йылдар аралашып, шулай матур ғына йәшәп ятҡанда Нәғимйән күрше мәрхүм булып ҡалды. Рәсиләнең ҡайғылы сағын нисек тә еңелләйтергә тырыштыҡ, хәл белешеү, сәйгә йөрөшөүҙе әйтеп тә тормайым. Уның да балалары ҡырҙа, яңғыҙлыҡты артыҡ тоймаһын тип, әйтһә лә, әйтмәһә лә барлыҡ эшен эшләштек.
Ауыл ерендә ир ҡулы теймәһә, донъяң шауҙырап бара: йә ул ере ватыла, йә был ере емерелә тигәндәй. “Ҡоҙоҡ боҙолдо, Мансур ҡарамаҫмы икән?”, “Баҡсаның бағанаһы ауып, мал ингән, Мансур төҙәтеп ҡуя алмаҫмы?” тип ингән һайын, өйҙә ҡырылмаһа ҡырҡ эш ярылып ятһа ла, иремде “Бар ҙа бар” тип ярҙамға ебәрҙем. Яңғыҙ кешенең күңеле былай ҙа китек була, өйҙәге эш эшләнер әле, тип уйланым гел.
Шулай элеккесә аралашып йәшәүҙе, Рәсиләгә ярҙам итеүҙе дауам иттек. Әммә бер мәл иремдең күрше йорт яғына атлығып тороуын, булыр-булмаҫ йомош табып, йышлауын һиҙенә башланым. Шулай ҙа һис тә генә насар уй уйлағы килмәй. Үҙемде эстән генә шикселлектә ғәйепләйем.
Беҙ ҡапсыҡта ятамы ни, һиҙенеүем бушҡа булмаған: ирем күрше ҡатынға тамам эҫенгән булып сыҡты. Был хәлдән шаңҡып ҡалдым. Иң тәүге уйым айырылыу, был хыянатсылар янында бер көн дә тормау булды.
Ярһып, нимә эшләргә белмәй, апайыма шылтыраттым, илай-илай хәлемде һөйләп бирҙем. “Кейәү менән ныҡлап һөйләш, ошо йәштә донъя туҙҙырып ултырмайһығыҙ инде. Кейәүҙең ҡулы алтын, холҡо һәйбәт. Кем яңылышмай? Һөйләшегеҙ, аңлашығыҙ”, – тип өгөтләй апайым.
Ирем ҡат-ҡат ғәфү үтенде, яңылышыуын таныны, балалар хаҡына кисер, тип ялбара.
Ә Рәсилә оятһыҙ булып сыҡты, иреңде йүнләп ҡарамайһың, ҡатыны менән араһы яҡшы булған ир ситкә күҙ һалмай ул тип, минең үҙемде ғәйепләп маташа. Ауыл ере булғас, күрше йәшәгәс, урамда күрешергә лә тура килә. Һаулыҡ та һорашмайбыҙ хәҙер.
Бына ошондай сетерекле хәлдә ҡалдым. Ирем менән 35 йылдан ашыу йәшәп, бындай хәл булыр тип башыма ла килтермәй инем.
Артабан нисек йәшәргә? Айырылышып та ҡайҙа барам? Пенсионерҙы ҡайҙа, кем көтөп тора? Ә хыянатсы ирҙе нисек ғәфү итергә? Ниндәй кәңәш бирер инегеҙ, дуҫтарым?
Ихтирам менән - Рәйлә".
Нәсих Хәлисов фотоһы.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.