Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
20 Октябрь , 21:10

Ул балаға күпме иғтибар, аҡса...

Беҙгә барһаҡ, әсәйем генә түгел, атайым да, өләсәй ҙә ҡушыла. Ирем яғына барһаҡ та шул уҡ хәл. Ә бына нисек аңлатырға беҙгә былай ҙа рәхәт икәнлеген? Өйләнешер алдынан уҡ буласаҡ иремә бала табырға теләмәгәнемде әйттем.

Ул балаға күпме иғтибар, аҡса...
Ул балаға күпме иғтибар, аҡса...

Ете йыл кейәүҙәмен. Тиҙҙән 33 йәшем туласаҡ. Ирем дә, үҙем дә эшләйбеҙ, сағыштырмаса яҡшы йәшәйбеҙ, тип уйлайым. Тик туғандар менән осрашыу һәр саҡ кәйефемде боҙа. Сөнки: “Ни өсөн бала тапмайһың?”-тигән һорау алыу башлана.

Беҙгә барһаҡ, әсәйем генә түгел, атайым да, өләсәй ҙә ҡушыла. Ирем яғына барһаҡ та шул уҡ хәл. Ә бына нисек аңлатырға беҙгә былай ҙа рәхәт икәнлеген? Өйләнешер алдынан уҡ буласаҡ иремә бала табырға теләмәгәнемде әйттем. Ул да шундай уҡ фекерҙә икән. Ул да балаларға ҡаршы. Был бит һәр кемдең шәхси эше. Өйләнешкән һәр кем бала табырға тейеш тигән закон бармы ни?! Беҙгә икебеҙгә лә бик рәхәт, уңай. Ә балаға күпме иғтибар, аҡса!. Балалы әхирәттәремә лә бармайым хәҙер. Сөнки шуларҙың маңҡаһы бысылдап ултырған балаларына ҡарарға ла ерәнәм. Бар һүҙ шул балалар хаҡында. Ҡатындың үҙенең тормошо бөткән! Тормош тик бала янында өйрөлә. Ярай, ирҙәр ғаиләһенән ҡасып сығып китеп, ял итеп ала. Ә бала тапҡан ҡатын тәүлек әйләнәһенә бушамай. Юҡ, кәрәкмәй миңә ундай нәмә! Ә туғандарыбыҙ беҙҙе аңламай, бала тапмаған өсөн әрләүҙән туҡтамай.

Бәлки, берәй ваҡыт уйлармын, бәлки... Әммә әлегә уйлағым да килмәй. 

Эльза.

Автор:
Читайте нас: