Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
21 Октябрь , 16:21

Нисек кенә түҙҙең, балам...

Теге ирҙе язаһыҙ ҡалдырғы килмәй. Нимә эшләргә икән? Иремде көскә тотоп торам, барһа үлтерә һуғып ҡуйыр тейем. Өҫтәүенә оялмай ҙа ҡыҙыбыҙға таныштары аша...

Нисек кенә түҙҙең, балам...
Нисек кенә түҙҙең, балам...

Ҡыҙым айырылып ҡайтып килде. Беҙ тәүҙә уны ялға килгән тип уйланыҡ. Биш йәшлек ейәнебеҙ: “Ә беҙ башҡа ҡайтмайбыҙ, атай беҙҙе ҡыуып сығарҙы”,-тигәс аптырап ҡалдыҡ.

Ҡыҙыбыҙ беҙҙе тыңламай 19 йәшендә кейәүгә сыҡты. “Уҡып бөт”,- тип торҙоҡ, тыңламаны.

Күрше райондың бер ауылына килен булып төштө. Ҡыҙыбыҙҙан ун йәшкә өлкән кейәү тәү ҡараштан оҡшаманы. Һөмһөҙ ҡарашлы, бер йылмаймаған әҙәм инде. Нимәһен оҡшатҡандыр ҡыҙым.

Бирәбеҙ, әммә ҡыҙыбыҙҙы уҡытып бөтөрәһегеҙ, тигән шарт менән кейәүгә бирҙек. Ҡыҙым уҡып йөрөйөм, сессия тапшырҙым, тип шылтыратты. Имтихандарға кәрәк тип аҡса ла ебәреүҙе һораны. Ебәрҙек. Тик алдап йөрөгән икән. Аҡсаһыҙлыҡтын йонсоп, беҙҙән һорап алған икән шулай.

Хәҙер уның һөйләгәндәренән сәсебеҙ үрә тора. Тәүге айҙан ҡыҙыбыҙҙы ыҙалатып йәшәткән икән. Үҙенең ауылда һөйәркәһе булған. Уныһы кейәүҙә икән. Был шуға үс итеп өйләнгән ҡыҙыбыҙға. Унан тағы осрашып алып киткәндәр. Ҡыҙым ишетеп, тауыш сығарған икән, туҡмаған. Шулай ҡыҙыбыҙ түҙеп йәшәгән. Кейәү һөйәркәһе менән асыҡтан-асыҡ йөрөгәндәр. Тегеһенең ире вахтала ти. Уныһы ирен “ғәйбәт һөйләйҙәр минең турала, матур булғас, көнләшәләр” ышандырып алған булған.

Ҡыҙыбыҙҙы ғына түгел, уны яҡлаған әсәһен дә туҡмаған был ҡороғор нәмә. Шулай йөрөй торғас теге ҡатындың ире вахтанан үлеп ҡайтҡан. Шул уҡ көндө кейәү ҡыҙыбыҙҙы улдары менән бергә ҡыуып сығарған.

Илай-илай ҡыҙымдан: “Ниңә әйтмәнең беҙгә?! Ниңә түҙҙең?” тип һорайым. “Мин бит һеҙҙе тыңламай сыҡтым кейәүгә. Шуға әрләрһегеҙ тип уйланым “-ти.

Теге ирҙе язаһыҙ ҡалдырғы килмәй. Нимә эшләргә икән? Иремде көскә тотоп торам, барһа үлтерә һуғып ҡуйыр тейем. Өҫтәүенә оялмай ҙа ҡыҙыбыҙға таныштары аша: “Алиментҡа бирһә, төнөн барып өйҙәренә ут төртәм” тип әйттергән.

Нимә эшләтергә икән ул әҙәм аҡтығын?

Р.

Автор:
Читайте нас: