Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
29 Октябрь , 22:54

“Мин ҡайтҡансы, өйҙән сығып кит!”

Иремә әйттем был хаҡта, ышанмай. Әсәйемә барыһын да һөйләп бирҙем. Ул да мине әрләне “Ниңә эсеп ултырҙың, сығып китер кәрәк ине!” тип.

“Мин ҡайтҡансы, өйҙән сығып кит!”
“Мин ҡайтҡансы, өйҙән сығып кит!”

Илатып ҡыуып сығарҙы...

Сабинаның илап һөйләгәндәрен тетрәнеп тыңланым. Ысынлап та шундай хәл булыуымы мөмкинме? Беҙҙең мөхиттә? Мин бындай хәлдәр киноларҙа ғына була тип уйлай торғайным... Бына ниҙәр һөйләне бәхетһеҙлеге йөҙөнә сыҡҡан йәш матур ҡатын:

- Теүәл ете ай ҙа ете көн генә яратҡан һәм яратылған кәләш булып йәшәп ҡалдым. 19 йәшемдә иҫем китеп ғашиҡ булып кейәүгә сыҡтым. Атайым менән әсәйем ҡаршы ине. “Уҡып бөт, ҡайҙа ҡабаланаһың! Яратһа диплом алыуыңды көтөр”,-тине барыһы ла. Ә һөйгәнем: “Мин ҡәҙерлеме әллә уҡыумы?”-тине.

Өйләнештек. Ул вахта менән эшләй. Мине әсәһендә ҡалдырып, заочныйға күсереп эшкә сығып китте. Бер вахта эшләп ҡайтты. Шул тиклем һағынышып осраштыҡ. Әсәһе менән йәшәүе ҡыйын икәнен дә әйтеп торманым. Ҡәйнәм тейешле кешегә ҡырҡ бише тулған. Бик йәш күренә, һылыу ҡатын. Бик йыш ҡына кәйеф-сафа ҡора, өйгә үҙе кеүек байрам яратҡандарҙы йыя. Ә улы ҡайтҡанда унан өлгөлө әсә юҡ, бер туҡтауһыҙ бешеренә, йыйыштыра, таҙарта.

Миңә ҡәйнәмдең туҡтауһыҙ мәжлес ҡороуы ауыр булһа ла, һөйгәнемә бер һүҙ өндәшмәнем. Уға ҡыйын булыр әсәһе өсөн тип уйланым. Һөйгәнем тағы китте. Бер көн ҡәйнәмә ҡунаҡтар килеп тулды. Ҡәйнәм мине һөйрәкләп өҫтәл янына килтереп ултыртты. “Килен булһаң килен бул. Ошоно ғына эс тә” тип әллә күпме шарап эсергәндер, иҫләмәйем. Уянғанда ярым яланғас йоҡлап ята инем бүлмәлә. Нимә булғандыр – белмәйем. Әммә ирем смс ебәрҙе: “Мин ҡайтҡансы, өйҙән сығып кит!” тип.

Кемдер уға минең карауатта ятҡан фотоларҙы ебәргән. Янымда шул ҡәйнәмә килгән ҡунаҡтары ла йөрөй фотола. Ҡәйнәм юҡ фотола. Ул иремә “Мин өйҙә юҡ инем. Инәйең ауырып шунла киткәйнем шул. Килен мин булмағанда ҡунаҡ йыйған, ояты ни тора” тип алдаған.

Ҡәйнәмдән һораным “Нимә ҡыланаһығыҙ?” тип. Көлөп “һин миңә ҡамасаулайһың” тип кенә әйтте.

Иремә әйттем был хаҡта, ышанмай. Әсәйемә барыһын да һөйләп бирҙем. Ул да мине әрләне “ниңә эсеп ултырҙың, сығып китер кәрәк ине!” тип.

Һуң нишләп ғәйеп миндә генә һуң? Ҡәйнәм менән татыу йәшәү өсөн уның һүҙен генә йыға алманым бит. Иремә нисек аңлатырға барыһын да әсәһе килтереп сығарғанын? Ул әсәһен ныҡ ярата, миңә ышанмаясаҡ. Ә мин иремде бик яратам. Унан айырылғым килмәй...

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: