Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
29 Октябрь , 10:52

"Минең баламдың аҡсаһына йәшәп ятаһың!"

Барыбер аламамын уның өсөн, әллә бөтөнләй ҡәйнәм менән аралашмаҫҡамы икән? Үҙемдең туғандарым бик күп, ҡәйнә булмауы һиҙелмәйәсәк тә. 

"Минең баламдың аҡсаһына йәшәп ятаһың!"
"Минең баламдың аҡсаһына йәшәп ятаһың!"

Ҡәйнешемдән өсөнсө ҡатыны айырылып ҡайтып китте. Әмәлгә, быныһынан балаһы булып өлгөрмәне. Сөнки тәүге ике ҡатынынан булған улдарына алимент түләмәҫ өсөн официаль эшкә урынлашмай. Иң аптыратҡаны: был юлды уға ҡәйнәм өйрәтә, йәнәһе, һине эшкә һанамай айырылғастар, балаларын да үҙҙәре ҡараһын. Ә улының туҡтауһыҙ эсеүе, аҡса эшләмәүе һаналмай! Өсөнсө килен ҡайтып киткәндең икенсе көнөнә ҡәйнеш беҙгә килеп ингән.

Уның иремә: “Их, ағай, ул да булдымы тормош! Ҡатыным булғанда эсергә бирмәй ине, хәҙер эсергә бар ҙа – закускам бөтөнләй юҡ. Ҡана, еңгәйҙең берәй банка салатын биреп ебәр әле”,-тигәнен ишетеп, ҡыуып сығарҙым.

Хәҙер ҡәйнәмә мин яман булып ҡалдым. "Ҡәйнешеңде ашатып сығарһаң, ярлыланыр инеңме?! Минең баламдың аҡсаһына йәшәп ятаһың!" тип ярһый.

Балаларым барғанда мине яманлап һөйләп ҡайтарған. Барыбер аламамын уның өсөн, әллә бөтөнләй ҡәйнәм менән аралашмаҫҡамы икән? Үҙемдең туғандарым бик күп, ҡәйнә булмауы һиҙелмәйәсәк тә. 

Ҡ.

Автор:
Читайте нас: