Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
31 Октябрь , 11:12

Әхирәтте үпкәләттем

Ирҙәрҙе белмәйем, әммә ҡатындар 30 йәштән һуң илап, бар донъяны ләғнәтләп ултырырға тейеш түгел. Әхирәтем бар ине. Ине, сөнки дөрөҫөн күҙенә ҡарап әйткәс үпкәләне...

Әхирәтте үпкәләттем
Әхирәтте үпкәләттем

Күңел түренән

30 йәштән һуң һәр кем үҙенә үҙе психолог булып өйрәнергә тейеш. Әгәр инде башы булһа. Ирҙәрҙе белмәйем, әммә ҡатындар 30 йәштән һуң илап, бар донъяны ләғнәтләп ултырырға тейеш түгел. Әхирәтем бар ине. Ине, сөнки дөрөҫөн күҙенә ҡарап әйткәс үпкәләне.

Икебеҙ ҙә ҡырҡты үткәс түңәрәкләнә йәғни һимерә башланыҡ. Быға тиклем, артыҡ майҙы ике-өс көн диета тотоп бөтөрөп булһа, хәҙер улай түгел. Һәр артыҡ миллиметр “с боем” ғына. Шундай саҡта аҡыллы кеше ни эшләй? Йә үҙен шулай ҡабул итә һәм артабан рәхәтләнеп йәшәй. Әгәр инде оҡшамаһа – үҙеңде тотаһың. Мин дә киске алтынан һуң ашамайым, спорт менән шөғөлләнәм, шулай ғына ауырлыҡты тотам.

Әхирәт инде көн-төн илай. Ире уны һимереп тик барыуҙа ғәйепләй. Ә ул бер һүҙ өндәшмәй. Ирен диетаға ултырҙым тип алдап уның менән ашамай ҙа, унан төнөн йә ире ҡайтмаҫ борон йә эштә күп итеп ашай. Кемде алдайһың – үҙеңде бит тигәнемде яратманы. Хәҙер бына үҙенә психолог эҙләй. Йәнәһе уның һимереү проблемаһы бала сағына барып тоташа. Ҡыҙҙар, утыҙ-ҡырҡ йәштән һуң психолог эҙләһәгеҙ, башығыҙҙы тикшертегеҙ.

Л.

Автор:Гузель Салихова
Автор:
Читайте нас: