Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
1 Ноябрь , 22:12

Кейәүгә сығып кеше булып алалар ҙа...

Ә минең улдарҙың барыһы ла шул мәскәйҙәрҙең тамағын һәм нәфсеһен туйҙырыу өсөн себерҙә йөрөй. Төкөрөп бирәйем! Йүнле бисәләр ҙә, уларҙы ныҡ итеп тотор ирҙәр ҙә ҡалманы был донъяла. Ахырғы заман шулдыр!

Кейәүгә сығып кеше булып алалар ҙа...
Кейәүгә сығып кеше булып алалар ҙа...

Йөрәк түренән

Алтмыш йәште үткәнмен. Әммә үҙемде әбейгә һанамайым! Йәштәр бында нимәһен ҡарап ултыра ул?! тип әйтер. Өндәшмәҫ тә инем, интернетта төрлө төркөмдәрҙә ултырам. Һәм бөтә ерҙә йәш бисә-сәсә “ирем насар, ҡәйнәм яһил” тип яҙа. Йәнәһе лә, ыҙалап йәшәйҙәр, ҡәйнә килеп тороп алама, ир ялҡау...

Һуң, киленкәйҙәр беҙгә килен булып кеше булып алаһығыҙмы түгелме? Төшкән килендәрҙең йә белеме, йә эше, йә бирнәһе, хатта праваһы ла булмай! Машинаһын әйтеп тораһы ла юҡ! Кейәүгә сығып, иргә сыҡҡанға тиклемге биографияһын һәм башҡа бар ерен таҙартып алалар ҙа, башлана “денег мало, машину хочу, шубку хочу”.

Өс улымдың да ҡатындарының бер нәмәһе булманы килен булып төшкәндә. Машина төштәренә генә ингәндер. Уның ҡарауы хәҙер йыл да тиерлек иномарка алыштырып, донъяның артына тибеп йәшәйҙәр. Әммә ир ҙә, ҡәйнә лә барыбер алама. Картуфтың картуфын ҡаҙырға эшкинмәйҙәр. Салат-малатын әйтеп тораһы ла юҡ. 

Ә минең улдарҙың барыһы ла шул мәскәйҙәрҙең тамағын һәм нәфсеһен туйҙырыу өсөн себерҙә йөрөй. Төкөрөп бирәйем! Йүнле бисәләр ҙә, уларҙы ныҡ итеп тотор ирҙәр ҙә ҡалманы был донъяла. Ахырғы заман шулдыр!

Рәмилә инәйегеҙ.

Автор:
Читайте нас: