Йөрәк яныр серҙәр бар
Иң ҡурҡынысы – законлы ... ҡатын булыу
Мөхәббәттә иң ҡурҡынысы – һөйәркә булыу, тигәнде ҡайҙалыр уҡыпмы-ишетепме, әй көлдөм, әй көлдөм. Быны ирле булып та, иренең барлығын тоймаған бахыр ҡатын йә берәйһенең сибәр һөйәркәһен үҙенеке итә алмаған эшкинмәгән ир әйткәндер инде.
Ун алты йыл минең һөйәркә булыуыма. Яратҡаным ҡатыны менән йәшәгәнгә ике йыл ғына үткән ине беҙ танышҡанда. Мин айырылған инем, улым бәләкәй ине ул саҡта. Әммә башҡа кейәүгә сығырға уйламай инем. Сөнки баламдың атаһы үтә һаран һәм ваҡсыл кеше булды.
Яратҡаным менән яңы һатыла башлаған сотовый телефонды һайлағанда таныштыҡ. Ул минең номерымды шунда уҡ яҙып алды. Һәм башланды! Баш әйләндергес мөхәббәт! Күтәреп кенә йөрөтә мине! Ҡыҙғана ныҡ, әммә күрһәтмәҫкә тырыша. Минең бар теләгемде шунда уҡ үтәй. Ошо йылдар эсендә ул мине үҙенең ҡатыны итергә маташмаған тиһегеҙме? Әллә нисәмә тапҡырҙар! Илап-ялбарып тубыҡланып торғаны булды. “Ҡайтҡым килмәй, яныңда ҡалдыр мине!”-тип ялбарҙы.
Тик мин генә риза булманым. Сөнки миңә былай ҙа рәхәт, ә ризалашһам был әкиәти мөхәббәтебеҙ өй мәшәҡәттәренә һуғылып-ҡағылып, юҡҡа сығыр ине. Тәүге никахтан тыуған балам күптән башҡа йәшәй. Уның барыһы ла бар. Хатта ейәнсәрем дә үҫеп килә. Ә хәҙер мин тик үҙем өсөн генә йәшәйем. Һәм яратҡанымды аҡса һәм һаулыҡ өсөн тотам. Ул мине бер ҡасан да таушалған йәки биҙәнмәгән итеп күргәне юҡ. Уйлап ҡараһаң, ҡатыны минән алты йәшкә кесе, ә минән кәмендә ун йәшкә өлкән кеүек күренә. Ул да иренең минең менән осрашҡанын белә. Тәүге йылдарҙа эш урыныма килеп скандал ҡуптарғайны, эштән киттем дә барҙым. Хәҙер ире мине тулыһынса ҡарағас, бер һүҙ өндәшмәй. Шуға ҡарамаҫтан иренә өс бала тапҡан булды! Нимәгә?! Яратмай бит ире уны. Юҡ, әхирәтенә әйткән “балалар хаҡына ул минең менән йәшәйәсәк” тип. Кәрәкме икән уға балалар өсөн генә йәшәгән ир! Ҡаңғырып йөрөмәһә минең эш урыныма килеп, үҙенә аҡса күберәк эләгер ине.
Әле яратҡаным һатып алған путевка менән Абхазияла йөрөп ҡайттым. Мин бер аҙна булмағансы бахыр ир мине көнләшеп үлә яҙҙы. Ә мин туйғансы йоҡлап, рәхәтләнеп диңгеҙ һыуына ҡойоноп, загорать итеп ҡайтып төштөм. Урамда теге бахырҡай ҡатын китеп бара. Исмаһам праваға уҡып, машина алһа була бит инде. Юҡ, ике ҙур пакет тотоп, бөкөрәйеп саҡ китеп бара. Шул тиклем үҙеңде яратмаҫҡа мөмкинме һуң?! Мин уны хатта йәлләп киттем. Сөнки яратҡаным миңә машинамды яңыртырға ярҙам итте, уны ҡарау, бензин ҡойоу ҙа – вис уның иңенә һалынған.
Әллә нимәләр тип мине яманламағыҙ, барыбер һөйәркәләр бәхетлерәк бит ҡатындарҙан, бәхетлерәк! Яратҡандарыбыҙ беҙҙең өсөн тик байрам ойоштора, аҡсаһын да йәлләмәй. Ә законлы ҡатындар йөрөй һәр тин аҡсаны һанап, шул иргә ярайым тип өҫтәүенә. Минең кәйефем булмаһа, ирҙең дә кәйефе юҡ. Өйөндә лә барыһының да кәйефе булмаясаҡ. Сөнки минән наҙ алмаһа – ул ҡаңғыра. Тимәк, мөхәббәттә иң ҡурҡынысы – законлы ҡатын булыу. Янығыҙҙағы шундай случайҙарҙы ҡарап, дөрөҫөн генә уйлап ҡарағыҙ. Был ысынлап та шулай бит!
АМЕЛИЯ.