Буласаҡ ирем менән танышҡанда, ул тәүге ҡатыны менән дүрт йыл самаһы элек айырылышҡан ине. Ике балаһы барлығын да белдем: малайы һәм ҡыҙы. Шулай итеп, уны ғаиләһенән мин тартып алманым. Киреһенсә, яңғыҙы йәшәп талсыҡҡан, йонсоған ир ине, эсергә әүҫәләнеп алғайны.
Утыҙҙы үтеп барғанда һайланып торманым: уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар, йылы тойғолар булғас, тәҡдим итеү менән кейәүгә сыҡтым. Ҡыҙыбыҙ тыуҙы.
Ул миңә бер сумаҙан иҫке әйберҙәр тейәп, таушалған ир булып килгәйне. Бер нисә йыл эсендә уны тулыһынса тәрбиәләп, тәртипкә килтереп алдым. Һөймәлекле, матур иргә әүерелде. Атайым машина бүләк иткәс, түбәһе күккә тейҙе. Фатирымды һатып, кредит алып, торлаҡты ла ҙурайттыҡ. Эсеүен ташланы, былай ҙа яҡшы тормошта йәшәп була икән, тиер ине.
Бер генә яғы: уның ата-әсәһе мине ҡабул итмәне, хатта ҡыҙыбыҙ ҙа күңелдәрен иретмәне. Улар һаман да тәүге килендәрен һағына, уның менән аралаша булып сыҡты.
Мин иһә, ирем менән мөхәббәтле, татыу тормошта йәшәгәс, гел генә эстән уйлай инем: тәүге ҡатынына нимә етмәне икән? Тауыш күтәрмәй, ауыр һүҙ әйтмәй, балаһы өсөн өҙөлөп тора. Уны балалар баҡсаһына алып бара, алып ҡайта. Аҡса карточкаһын да миңә биреп ҡуйҙы. Әлбиттә, мин һәр ваҡыт иремдән күберәк аҡса эшләнем һәм әле лә эшләйем, әммә ғаилә бәхете миңә күпкә ҡиммәтерәк ине.
Бына шулай һәүетемсә генә тормош көттөк, туғандары менән ҡунаҡҡа йөрөштөк. Бәхетем өсөн Аллаһ Тәғәләгә көн дә рәхмәт уҡыным.
“Ә ҡатының менән ни эшләп айырылыштығыҙ һуң?” тигән һорауға ул судҡа ҡатыны ғариза биргәнен, үҙенең һис кенә лә айырылышырға теләмәүен, аҙаҡ та, әйҙә ярашайыҡ тип, ҡат-ҡат барып йөрөүен һөйләгәне булды. Шунда күңелемә шик ҡорттары инһәсе...
Һөҙөмтәлә иремдең элекке ҡатыны барыбер беҙҙең бәхетебеҙҙе емерҙе. Барыһы ла ябай класташтар осрашыуынан башланды.
Улар һабаҡташтар ине. Күрәһең, ул бисә, айырылышҡас, ире эсеп юҡҡа сығыр тип уйлағанмы икән: осрашыуға олпат, бөхтә ирҙең затлы машинала килеүен күргәс, күрәһең, йөрәген көнләшеү ҡорттары кимергәндер һәм үс алырға теләгәндер.
Әйткәндәй, ул ҡатын айырылышҡандан һуң башҡа кейәүгә сыҡмаған, ике балаһы менән ата-әсәһендә йәшәй башлаған. Аҙ хаҡ түләнгән эштә йөрөгәнен дә белә инем. Айырылышҡан саҡта ни бары утыҙын тултырып уҙған булған – ул саҡта нимә уйлағандыр, белмәйем, мәгәр класташтар осрашыуында элекке иренә (минең законлы иремә!) сат йәбешкән дә ҡуйған. Бығаса икенсе ғаиләлә матур итеп йәшәп ятыуын уйланымы икән?
Әйткәндәй, һаман үҙемде әрләйем: нимә эшләп шул класташтар осрашыуына үҙем дә барманым икән? Бәлки, бындай бәлә килеп сыҡмаҫ ине?
Ошо хәлдән һуң иремдең тәүге ҡатыны уртаҡ таныштары, класташтары аша уны осрашыуға саҡыра башлаған. Шулай йәшерен генә осраша торғас, былар ҡабат эҫенешеп киткән. Ә һин нимә ҡараның, тиерһегеҙ. Минең иремдең элекке ҡатыны менән осрашып йөрөүе ике ятып бер төшөмә лә инеп сыҡманы! Унан һуң, ул йәш егет түгел дә инде: 38 йәштә, башы булырға тейеш.
Шулай итеп, был аяныслы хәлдәрҙе иң һуңғы булып белдем. Ирем менән мөнәсәбәт асыҡлай башлағас, ул ике аҙна ваҡыт бирҙе, кем менән ҡалырға хәл итәм, тине.
Тәүҙә ғорур булып, уны ҡыуып сығарырға маташтым, унан инде ата-әсәһенә күсеп ҡайтып киткәс, илап хәлем бөттө: нисек артабан йәшәргә? Бынамын итеп донъя ҡорҙоҡ, аҡсалыраҡ эшкә күстем, уны ҡарап-тәрбиәләп торҙом. Нимә етмәне һуң уға?
Түҙмәнем, ата-әсәһе йортона эҙләп барҙым, кире ҡайт инде, тип ялбарҙым. Ирем иһә элекке ҡатынын һаман яратыуын, унан да бигерәк балаларын һағыныуын белдерҙе. Атаһы менән әсәһе лә иремдең тәүге ҡатынына әйләнеп ҡайтыуын (нисәмә йылдан һуң!) хуплай булып сыҡты: йәнәһе, ейәндәре – нәҫелде дауам итеүсе берҙән-бер малай, ул атаһы янында үҫергә тейеш. Ә минең ҡыҙымды кем уйлар? Ҡыҙҙарҙың бәҫе юҡмы ни?
Ошо хәлдән һуң күп уйландым. Класташтарынан башлап иремдең ата-әсәһенә тиклем ныҡ йәнем көйҙө, хатта рәнйенем: кеше ғаиләһен тарҡатыуға булышлыҡ итергә кем уларға хоҡуҡ биргән?
Айырылышҡандан һуң ике ай томандағы кеүек йөрөнөм. Әлдә эргәмдә яҡындарым булды – улар һынырға бирмәне. Хәҙер асыҡ аңлайым: ирем кире ҡайтмаясаҡ, уны унда ата-әсәһе, ҡатыны, балалары ныҡ тота.
Миңә 37 йәш, биш йәшлек ҡыҙым үҫеп килә. Ҡабат кейәүгә сығырмын тип уйламайым. Аллаһ Тәғәләнән юлыма яҡшы кеше сығарһын ине, тип һорайым, әлбиттә. Мине шундай хәлдә ҡалдырған кешеләрҙе иһә ғәфү итәсәгем юҡ...”
Дания исемле ҡатын һөйләгәндән.