Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
18 Ноябрь , 21:39

Өс бала менән өйҙән ҡыуылып сыҡҡас...(Булған хәл)

Ингәс, ирекһеҙҙән сит күҙҙәргә тәғәйенләнмәгән күренешкә шаһит була - ирен яҡындан аралашҡан ҡатын менән "тота".

Өс бала менән өйҙән ҡыуылып сыҡҡас...(Булған хәл)
Өс бала менән өйҙән ҡыуылып сыҡҡас...(Булған хәл)

Бер көн, спорт таяҡтары менән йөрөргә ниәтләп, эргәләге паркка сығып әйләнергә булдым. Тыуған көнгә балалар бүләк иткәйне, мөйөштә оҙаҡ ҡына эшһеҙ торҙо әле ул. Сыҡтым да нисек башлап китергә белмәй туҡтап ҡалдым.

Шул ваҡыт танышым осраны. Атлап түгел, һәр саҡ йүгереп тигәндәй йөрөгән ҡаҡса кәүҙәле был ҡатынды көн дә күрәм. Ул йә ҡайҙандыр ҡайтып килә, йә ашығып китеп бара, йә велосипедта йөрөргә сыҡҡан була, йә скандинав таяҡтары менән... Гел хәрәкәттә, нисек арымай икән, тип ғәжәпләнә инем мин, берҙән-бер эшемдән буш ваҡытта тормошто күберәк тәҙрә аша күҙәтергә яратҡан кеше. Был юлы ул да спорт таяҡтары менән ине. Һөйләшеп киттек - скандинавса йөрөштө нисек башлап китергә, дөрөҫ тын алырға, таяҡты тоторға өйрәтте лә, беренсе көндән үк шәп ярамай, әйҙә, яйлап ҡына йөрөп әйләнәйек, тип миңә иптәш булып янымдан атланы. "Ошолай шөғөлләнгәндә мин ял итәм, көс-дәрт алам, эштәге, тормоштағы күңелһеҙлектәрҙе елгә осорам..." - тип ҡуйҙы ул.

Шулай Зәбирә менән көн һайын уҡ булмаһа ла, аҙнаһына бер ошо юлда осраша, бер-беребеҙ тураһында яҡшыраҡ белә башланыҡ. Бөтмөр, сос танышымды нығыраҡ асҡан һайын, уға ҡарата ихтирамым да, һоҡланыуым да арта барҙы. Эштән эшкә йүгереп йөрөүҙән тыш, намаҙ уҡый, түшәк япмалары, ойоҡтар бәйләргә лә өлгөрә уңған танышым.

Тәүҙә бер район үҙәгендә йәшәгәндәр икән. Ире ниндәйҙер ойошмала етәксе вазифаһын биләгән, үҙе медпунктта эшләгән. Тәүге йылдарҙа бәхетле йәшәнек, ти, бер-бер артлы өс балалары тыуған: ҡыҙ, шунан һуң ике малай. Өсөһөндә лә бәпестәренең тейешле йәше етер-етмәҫтән ҡатын эшенә сыҡҡан. Ғаилә ҡаҙнаһын нығытыу маҡсатында, икенсе урында иҙән дә йыуған. Шул ваҡытта матди яҡҡа түгел, иремә, өйгә күберәк иғтибар бүлергә кәрәккәндер, бәлки, тип көрһөнөп ҡуйҙы ул. Абруйлы, ихтирамлы ғаилә берҙән-бер көн селпәрәмә килә, быға хужа кешенең хаяһыҙ хыянаты сәбәп була.

"Тәүҙә сит-яттар иремдең "һулға" йөрөүе тураһында ишеттерҙе. Ышанманым, көнләшәләр, араны бутарға теләйҙәр, тип иғтибарға ла алманым. Икенсе бер ваҡыт кис урын һалырға йөрөгәндә карауатта сәскә ҡыҫтыра торған ят әйбер табып алдым. Бындайҙы үҙем һатып алмайым - күңелгә шик ҡорто төштө. "Ҡайҙан беләйем? Һеҙҙекелер..." - иремдең шулай тиеүе менән һүҙ ҙә бөттө. Гел эш тә эш, был турала уйҙы ҡуйыртырға ваҡыт та булмағандыр. Ә имеш-мимеш бындайҙы оноторға юл ҡуйманы, иремдең ситкә йөрөүе тураһында еткереүселәр әленән-әле табыла торҙо. "Бөтәһе лә белә, бер һин һуҡыр!" - тип яҡын туғанымдарымдың береһе лә килеп әйтеп китте. Ышанманым, дөрөҫө, ышанырға, ул турала уйларға ҡурҡтым", - тип шул ваҡыттағы кисерештәрен бәйән итте Зәбирә.

Ә бер көн нимәлер алыр өсөн эштән көндөҙ ҡайтырға тура килә уға. Ингәс, ирекһеҙҙән сит күҙҙәргә тәғәйенләнмәгән күренешкә шаһит була - ирен яҡындан аралашҡан ҡатын менән "тота". "Ғүмер ахырынаса тоғро булырға ант биргән йәмәғәтемдең - "Һин үҙең ғәйепле!", һөйәркәһенең "Һин уйлаған нәмә түгел был" тип аҡланырға тырышҡан тауыштары әллә ҡайҙан, ер аҫтынан ишетелгәндәй булды. Һушыма килгәс, оҙон-оҙаҡҡа һуҙылмаған аңлашыу булды. "Шәп булғас, минһеҙ йәшәп ҡара. Сығып кит!" - тине ир йораты, ғәфү үтенеү урынына (бәлки, ул минең аяғына йығылып меҫкенләнеүемде көткәндер). "Ә балалар?" "Ҡарарһың әле". Бына шундай ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙән һуң мин өс баламды ҡосаҡлап өйҙән сығып киттем.

Тәүҙә туғандарға барып һыйындым, шунан баш ҡалаға йүнәлдем. Өр-яңынан башланым барыһын да. Балаларымды республиканың абруйлы мәктәп-интернатына урынлаштырҙым, үҙем дауаханала тәүҙә санитарка, шунан шәфҡәт туташы булып эшләнем. Иҙән йыуыуҙы ла ташламаным. Файҙалы, кәрәкле һөнәр һайлағаныма шатланып бөтә алмайым - әле лә эштән һуң саҡыртҡан кешеләргә түләүле ярҙам күрһәтәм. Бынан тыш, оло йәштәге ҡатынды ҡарайым, төндә уға иптәш булып йоҡларға ла ҡалам. Тәүге осорҙа, йәшәр урын булмағанда, был вариант бик уңайлы ине. Тик, икенсе яҡтан, балаларымды ялға алып ҡайтырға урын кәрәк. Ул ваҡытта кисергән ауырлыҡтар, күңел төшөнкөлөгө хәҙер артта ҡалды, күңел яраһы ла яйлап уңалған кеүек".

Бер нисә йыл эшләгәс, йыйнаған аҡсаһын тәүге иғәнә итеп индереп, ипотекаға әле йәшәгән йортон һатып ала. Туҡталыштан алыҫыраҡ, өй бәләкәйерәк, уның ҡарауы, йәшелсә-емеш сәсерлек ере бар, аҫта - йылға, эргәлә - парк.

"Балаларымды тәүге тапҡыр ошо йортҡа алып ҡайтыуым, шундағы шатланыуҙарыбыҙ һаман күҙ алдымда. Иремде алиментҡа бирмәнем. Тәүҙә аҡса ебәрештерҙе, аҙаҡ өйләнгәс, ярҙамы ла туҡталды. Ә минең икенсегә кейәүгә сығыу тураһында уй башыма ла инеп сыҡманы. Бар ниәтем ғәзиздәремде яҡшы кеше итеп үҫтереү, юғары белем биреү ине. Рухлы, белемле, тәртипле, маҡсатлы булып үҫте барыһы ла, бының өсөн мәктәпкә ныҡ рәхмәтлемен".

Хәҙер балаларының икеһе башлы-күҙле булған икән, бәләкәйе - институтта. "Балаларымдың киләсәген уйлап, үҙемә туғарылырға ирек бирмәй, баш баҫып эшләнем дә эшләнем, әле лә туҡтарға иҫәп юҡ. Кинйә улымды аяҡҡа баҫтыраһым бар әле. "Алйот, үҙеңде генә уйлап, балаларыңды атайһыҙ үҫтерәһеңме?" тиеүселәр булды. Хистәре ергә һалып тапалған, ҡәҙерһеҙләнгән ҡатын бәхетле була аламы ни? Ундай әсә янында балаларҙың да күңеле китек булып үҫер ине, шуға үкенмәйем сығып киткәнемә. Әсәйлек бурысымды башҡара алғанымдыр тип уйлайым".

Ихтыяр көсө ташып торған ҡатын үткәндәрен еңел итеп, бер ниндәй үкенесһеҙ һөйләргә тырышһа ла, күңеленең иң төбөнә бикләнгән һағышын күҙҙәре һиҙҙерә ине. Аяуһыҙ яҙмыш һынауына ташланған яңғыҙ әсә һағышы...

Әҙ-мәҙ ауырлыҡты күтәрә алмай, бөгөлөп төшөп, һынырға әҙер торған ҡатындар, бәлки, һеҙгә һабаҡ булыр был әсәнең яҙмышы...

Әҡлимә Ғиззәтуллина.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: