Хәҙер мин һине йәлләйем...
Булған хәл
Уларҙың мөхәббәте мәктәп йылдарында уҡ башланды. Хәйер, һөйөү инеме ул? Туғыҙынсы класта ҡапыл буйға үҫеп, һомғолланып, сибәрләнеп киткән Гөлиәгә Илдар: “Һин минеке буласаҡһың! Мин һиңә өйләнәм”,-тине.
Ҡыҙ көлдө генә. Әммә Илдар уның янына бер кемде ебәрмәне. Туғыҙҙан һуң колледжды һайлаған егет ысынлап та бик ныҡышмал булып сыҡты. Ул баш ҡалала үҙ эшен асып ебәрҙе. Бергә булған Ирек уның айырылмаҫ дуҫы ла, терәге лә ине. Улар эште бергәләп алып барҙы.
Ун беренсе класты тамамлаған Гөлиә егеттәр эшләгән ҡалаға институтҡа уҡырға инде. Илдар бында ла уны яңғыҙ ҡалдырманы, башҡалар менән дә йөрөтмәне. Өсөнсө курсҡа еткәс Гөлиә егеткә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙе. Яраттымы? Юҡтыр. Сөнки бындай хистәр уның йөрәгендә яралып өлгөрмәне.
Ун йыл эсендә уларҙың эштәре тағы ла алға китте. Гөлиә фирмаларының финанс эштәрен алып барҙы. Был йәһәттән ул бигерәк көслө ине. Бер-бер артлы тапҡан улдары ла артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай, матур итеп үҫеп киләләр.
Барыһы ла бар, барыһы ла етеш кеүек ине лә бит. Тик Илдар үҙенә ҡарата һәр саҡ һалҡын булып ҡалған ҡатынына ҡарата үҙе лә һыуына башланы. Улар йыш талаша башланы. Илдарҙың икенсе ҡатын-ҡыҙҙар менән йөрөүе лә килеп ишетелде. Быныһын инде Гөлиә ҡабул итмәне, икенсе бүлмәгә күсеп сыҡты. Улар ирле-ҡатынлы булып ҡалһа ла, айырым йоҡланы, бер-береһенә яҡынларға теләмәне. Илдар айырылышырға тәҡдим итте. Гөлиә риза булманы.
-Ниңә айырылырға? Һин үҙең теләгәнсә йәшәйһең, мин үҙемсә. Айырылһаҡ барыһын бүлешергә кәрәк, ә беҙҙең малайҙар үҫә,-тине ул.
Бер көн иренең дуҫы Ирек менән командировкаға сыҡтылар. Ҡайтышлай уларҙың машинаһы боҙолдо. Ҡатын үҙе беренсе булып һыйынды иргә. Ошонан башланды ла инде уларҙың йәшерен мөхәббәте. Хәҙер инде Гөлиәнең айырылғыһы килде. Тик Илдар риза булманы.
Ҡатын Ирек менән йәшерен осрашырға теләмәй ине.
-Бергә йәшәйек. Һин мине яратаһың бит! –тине Гөлиә.
Ирек уйлап ҡарарбыҙ тине лә, һүҙҙе икенсегә борҙо. Шулай тағы ярты йыл үтте. Гөлиә Иреккә көндән-көн нығыраҡ ғашиҡ булды. Уларҙың бергә йөрөгән командировкалары ла йышайҙы. Әммә ҡатын Иректе ныҡ ҡыҙғана ине. Шуға күрә бер көн Иректең ҡатынына барыһын һөйләп бирҙе. Матур пар булып, бәхетле йәшәп ятҡан ҡатын тәүҙә ышанманы. Ирек эштән ҡайтыуға уның кейемдәре сумаҙанға тултырылған ине.
Хәлдең ошолай бөтәсәген белгән Гөлиә уны үҙенең фатирына саҡырҙы. Ирек килде.
-Әйҙә, бергә йәшәйек. Был фатирҙы мин беҙҙең өсөн алып ҡуйҙым,-тине.
Ирек быны ишетеп көлә башланы.
-Һин миңә кәрәк түгел! Мин дуҫымдың һүҙен йыҡмайым тип ошо хәлгә ҡалдым. Илдар һинең берәй ваҡыт икенсе ир менән йөрөй башлаясағыңды белә ине. Шуға күрә миңә һине тәҡдим итте! Ә мин ҡатынымдан башҡа берәйһе менән йөрөп ҡарар ине тип әйткән инем эскән баштан. Был дуҫтарса килешеү генә ине. Мин ҡатынымды яратам! Ә һин миңә кәрәк түгел!
Иректе ҡатыны ғәфү итте. Гөлиә Илдарҙы күрә алмаҫ сиккә етһә лә, бер ҡайҙа ла китә алманы. Сөнки ул һөйөүенән башы әйләнеп йөрөгән мәлдә ире күп уртаҡ мөлкәтте, фирма акцияларын да үҙенә яҙҙыртҡаны асыҡланды. Сөнки төрлө документтарға ҡул ҡуйырға кәрәк булғанда уларҙы Ирек Гөлиәнең алдына һалды. Ә мөхәббәттән алйыған ҡатын был ҡағыҙҙарҙы уҡымай ҙа ҡултамғаһын ҡуйҙы.
Тиҙҙән ире икенсе финанс директоры тапты. Гөлиә эшһеҙ ҡалып өйөндә ултыра. Уның бар ҡурҡҡаны – ире бер нәмәһеҙ ҡалдырып, урамға ғына ҡыуып сығармаһын. Сөкни ҡасандыр үҙен өҙөлөп яратҡан ире хәҙер уны дошман күрә.
-Мин һине ныҡ яраттым, Гөлиә. Һинең өсөн бәләкәй ҡаланан сығып, бизнес төҙә алдым. Барыһы ла һинең һөйөүеңде яулау өсөн ине. Ә һин һәр саҡ һалҡын ҡалдың. Хатта миңә кейәүгә сыҡҡанда ла “ярай, бахыр, йәлләйем мин һине” тигән ҡиәфәттә булдың. Йәшәй бара яратырһың тип уйланым, бүләктәр менән күмдем, үҙем төҙөгән бизнесҡа индерҙем. Теләгәнең алдыңа ғына килеп торҙо. Барыбер яратманың. Айырылырға тәҡдим иттем. Бәлки, айырым йәшәп, мине юҡһынырһың тип уйланым. Риза булманың. Яратҡан өсөн түгел, ә байлыҡты уйлап риза булманың. Әммә нисәмә йылдар мине кешегә һанамай йөрөп, Иреккә беренсе төндө үк үҙең ташланыуың минең мөхәббәтемде үлтерҙе. Ҡасандыр һин мине йәлләй инең, ә хәҙер мин һине йәлләйем. Әлегә йәлләйем. Ә иртәгә, бәлки, йәлләү тойғоларым да юҡҡа сығыр. Ул саҡта инде һин бында йәшәмәйәсәкһең...
Гөлиә иренең һүҙҙәренән ҡатып ҡалды. Үҙен ғәйепле итеп тойҙо ул. Сөнки уңайлы етеш тормоштан сығып китергә үҙендә көс таба алмай. Ә иң ҙур ғәйебен ул ысын мөхәббәтен көтөп алмайынса үҙенән бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөгән Илдарға сығыуында күрҙе.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.