Бөтә яңылыҡтар
Бәхәс алмаһы
22 Ноябрь 2024, 19:37

Серҙәр уртаҡ булмай

Бер көн әхирәтемдең күп итеп дарыу йотоп дауаханаға эләккәнен белдем. Мин быны ул теге малай өсөн эшләгән тип уйлағайным. Тик әхирәтем әсәһенең үҙенең көндәлеген уҡығанын күреп, шундай аҙымға барыуын әйтте.

Серҙәр уртаҡ булмай
Серҙәр уртаҡ булмай

90-сы йылдарҙа илдә ҡот осмалы хәлдәр барғандыр. Тик беҙ - ул саҡтағы үҫмерҙәр быны аңламағанбыҙ. Техник спирт эсеү, токсикомандар, наркомандар, енәйәтселек... Әммә тормош дауам итә ине. Беҙ һәр быуын кеүек үҙ эшебеҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ менән мәшғүл инек. Мәктәп, дискотекалар, ғашиҡ булыуҙар.

Минең әхирәтем көндәлек алып бара ине. Интернетһыҙ заманда был күп балаларға хас ине. Әхирәтемә 13 йәш ине һәм ул үлеп класташ малайға ғашиҡ ине. Яуапһыҙ. Һәм ул ошо тойғоларын ҡағыҙға һалып күңел тыныслығы таба ине. Артыҡ бер нәмә лә юҡ ине ул көндәлектә. Тик ҡыҙҙың күҙ йәштәре, яуапһыҙ мөхәббәт...

Бер көн әхирәтемдең күп итеп дарыу йотоп дауаханаға эләккәнен белдем. Мин быны ул теге малай өсөн эшләгән тип уйлағайным. Тик әхирәтем әсәһенең үҙенең көндәлеген уҡығанын күреп, шундай аҙымға барыуын әйтте. “Ни өсөн? Унда бит һин теләһә нәмә яҙмайһың?”-тип аптыраным. Әхирәтем: “Сөнки мин әсәйемде юғалттым”,-тине.

Ул дауахананан сыҡты. Теге малайҙы онотто. Мәктәпте тамамлап, белем алып, яҡшы егеткә кейәүгә сыҡты. Әммә әсәһе менән башҡа яҡын булып китә алманылар.

Был хәл минең өсөн ғүмерлек һабаҡ булды. Балаларымдың телефон, ноутбуктарын бер ҡасан да ҡарамайым. Уҡытыусылар “балаларығыҙҙың ниндәй төркөмдәрҙә ултырғанын белергә тейешһегеҙ” тиһә лә, бәлки, шулай кәрәк булһа ла, уларҙың әйберҙәренә тығыла алмайым. Хатта ноутбуктары онотолоп асыҡ ҡалһа ла, барып шапылдатып ябып китәм. Ҡарамайым. Әммә балаларым менән һәр нәмәне асыҡтан-асыҡ һөйләшеп өйрәнгәнбеҙ. Улар барыһын да үҙҙәре һөйләй, кәңәш һорай. Үҫеп еткән балам: “Әсәй, минең телефонда бер ҡасан да соҡонмағаның өсөн рәхмәт. Һин шундай ышаныс белдергәс, мин ышанысыңды аҡларға тырыштым”,-тине.

Хәҙер ҙә заман бик ҡатмарлы. Балалар интернет аша төрлө ҡурҡыныс хәлгә тарыуы тураһында ла ишетелеп ҡала. Әммә мин уларҙың виртуаль тормошона барыбер тығыла алманым. Сөнки серҙәр - уртаҡ булмай...  

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: