Нәфисә көҙгө йонсоу көндәрҙең береһендә бала табыу йортона инеп ятты. Палатала унан тыш тағы ла өс буласаҡ әсә сабыйҙарының яҡты донъяға киләсәген көттө. Нәфисә урынлашыу менән ҡатындар уның кем, ҡайҙан икәнен төпсөнә лә башланы. Ләкин яңы бүлмәләштәренең бер генә лә уларға яуап бирәһе килмәне. Үҙенең исемен һәм йәнәшәләге райондан ғына икәнлеген әйтте лә, карауатында стенаға уҡ әйләнеп ятты. Ҡатындар уға аптырабыраҡ ҡарап яурындарын ғына һикертте лә, үҙ-ара әңгәмә ҡорорға тотоноп китте.
Нәфисә артабан да бүлмәләштәре менән аралашып барманы, күп ваҡыт үҙ уйҙарына сумып, шым ғына урынында борғоланды, төндәрен башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышып балауыҙ ҙа һығып алды.
Бер кисте уның карауатына егерме биш йәштәр самаһында Ғәйшә исемле ҡатын килеп ултырҙы һәм йомшаҡ ҡына итеп: “Һеңлем, һыҙланаһың, буғай. Был тыуасаҡ балаңа ҙур зыян итәсәк. Эсеңде бушат, сабыйыңды тыныс күңел менән, ҡыуанып ҡаршы ал”, - тине. Был ҡатындың ипле һүҙҙәре, яғымлы ҡарашы Нәфисәнең күңеленә шифалы тын бөрккәндәй итте һәм ул бер аҙ асыла биреп ҡатынға уйламағандан ғына ауырға ҡалыуын, тыуасаҡ балаһы бөтә уй - хыялдарын селпәрәмә килтерәсәген, иң мөһиме – һөйгән егете менән ҡауышыуға юл ябасағын әйтте. Ғәйшәнең: «Нисек, был ауырың егетеңдән түгелме ни?» - тигән һорауына ул: «Егетем армияла, ә был башҡанан», – тип яуап бирҙе лә күҙ йәштәренә мансылып йәнә шымып ҡалды. Бер аҙ тынысланғас, йәнәшәһендә йомшаҡ ҡулдары менән сәстәренән һыйпап ултырған ҡатынға түкмәй-сәсмәй тип әйтерлек барыһын да һөйләп бирҙе...
Салауат педагогия училищеһында уҡыған Нәфисә ҡышҡы каникулдарын ғәҙәттәгесә урман-тауҙар ҡуйынында ятҡан төпкөл ауылдарында үткәрҙе. Ҡышын һирәк - мирәк кенә йөрөгән автобус ул китәһе көндө килмәне. Бәхетенә ағас тейәгән йөк машинаһы тап булды. Йылы кабинаға инеп ултырған ҡыҙ, ҡайһылай йәтеш булды, ике - өс сәғәттән Ишембайға ла барып етермен, тип шатланды. Тик, буран сығып, Алатауҙы үрләгәндә бөтөнләй ҡоторона башланы һәм юлды үткеһеҙ итте лә ҡуйҙы. Машинаһының барырҙай рәте ҡалмағас, шофер: « Ултыр инде хәҙер юлды асҡандарын көтөп», - тип йомшаҡ ҡына һүгенеп тә алды. Оҙон буйлы, күрер күҙгә сибәр генә был егет кабинаны һыуытмаҫ өсөн тәүҙә машинаһын йыш-йыш ҡына эшләтеп алғыланы ла һуңғараҡ: «Солярка бөтһә бөтөнләй шытып ҡуйыуыбыҙ бар», - тип һирәк кенә ҡабыҙҙы. Ҡаласа кейенгән Нәфисә кабина һыуыныу менән ныҡлап өшөй ҙә башланы. Шофер егет, ултырғыс артынан одеяло алып, ҡыҙҙы шуға төрөндөргәйне лә, файҙаһы аҙ булды. Ҡараңғы төшкәндә Нәфисә теше-тешкә теймәй ҡалтырана уҡ башланы. Шунда егет: «Бөтөнләй күгәрҙек, һылыу, ошоноң менән йылытмай булмаҫ һине», - тип, бер шешә араҡы сығарып, ҡыҙға ярты стакан ҡойоп бирҙе. Нәфисә сараһыҙҙан уны бөтөргәнсе эсә һалды һәм шунда уҡ тәненә йылы йүгергәнен тойҙо, бер аҙҙан ҡалтыраныуҙан да туҡтаны. Егет үҙе лә ҡойоп эсте, аҙлап - аҙлап ҡыҙға ла йотторҙо. Эсенә йылы инеп, инде йоҡоһо килеүҙән иҫнәнә башлаған ҡыҙҙы ул ултырғыстар артындағы урынға ятҡырҙы һәм «Бер тун аҫтында бер-беребеҙгә терәлеп ятһаҡ, өшөмәҫбеҙ», - тип эргәһенә ятты. Араҡы шауҡымы ла, егеттең сисеп ятҡан туны аҫтында уның тән йылыһын тойоу ҙа ҡыҙҙы бөтөнләй иҙерәтеп ебәрҙе. Бер-береһенә терәлеп, йоҡлап ҡына ятманы шул улар ул төндө.
Иртәгәһен уларҙы трактор тауышы уятты. Буран баҫылып, ул һалған һырынтыларҙағы ҡар бөртөктәре иртәнге ҡояш нурҙарында күҙ сағылдырып йымылдашалар ине инде. Юл таҙартып барған трактор артынан имен-аман ғына Ишембайға килеп еттеләр. Нәфисә оялышынан юл буйы егеткә күтәрелеп тә ҡараманы, тип әйтерлек. Машинаһынан төшкәндә уныһы: «Ғәфү ит, һылыу, тыйыла алмағаным өсөн. Һин миңә ныҡ оҡшаның, ҡатыным, балаларым булмаһа, бөгөндән һиңә өйләнер инем», - тине.
Ҡыҙ бер ни ҙә өндәшмәне.
Юлда килгәндә әллә ни уйламаһа ла, Салауатҡа етеп, дөйөм ятағындағы карауатына һуҙылып ятҡас ҡына үҙенең ниндәй гонаһ ҡылғанын, һине көтәм, тип әрмегә оҙатып ҡалған Фәниленә нисек хыянат ҡылғанын бар ысынбарлығы менән төшөндө Нәфисә. Уға ни тип яуап бирермен тип байтаҡ өҙгөләнде. Ә һуңлап ҡына ауырға ҡалғанын да белгәс, хатта үҙенә - үҙе ҡул һалыр сиккә лә етте.
Барыбер беленәсәк, тип бер көндө бар ҡайғы - хәсрәттәрен бергә йәшәгән әхирәт ҡыҙы Хәлимәгә һөйләне лә бирҙе. Уныһы тәүҙә йәлләп «ах» та «ух» килде лә, аҙаҡ: «Ярар, булаһы - булған, тик аборт эшләтеп ҡуйма. Унан һуң ҡабат бала табырға бик икеле», - тип, миҫалға тәүге йөктәрен төшөртөп, аҙаҡ бөтөнләй түлһеҙ ҡалған ҡатындарҙы килтерә һалды. «Балаңды тап та, роддомда ҡалдыр ҙа кит. Хәҙер күптәр шулайта», - тине Хәлимә.
Нәфисә һиҙҙертмәй генә аборт эшләтермен, тип уйлап ҡуйғайны инде. Әммә әхирәтенең һүҙҙәре уны хафаға һалды. Ысынлап та, артабан әсә булыуҙан үҙен мәхрүм итеп ҡуйһа? Ә уның бар хыялы Фәниленә кейәүгә сығып, итәк тултырып бала табыу ине бит. Уйҙарынан башы ҡатҡан ҡыҙ әхирәтенең һуңғы кәңәшенә ҡолаҡ һалырға булды.
Фәнил менән Нәфисә бер ауылда тыуып үҫте. Бергә мәктәп тамамлап, ҡыҙ Салауатҡа, егет Стәрлетамаҡҡа китеп уҡырға инде. Фәнил ял һайын тип әйтерлек ҡыҙ янына килеп йөрөнө, йә иһә ауылдарында осраштылар. Барыһы ла уларҙы матур парға һанап, матур ғаилә ҡорорҙарына ышанып бөткәйне. Нәфисәнең ниндәй хәлдә тороп ҡалғанын белһәләр, аптырауҙарынан һуштары китәсәк. Ә Фәнил – бигерәк тә ғорур егет. Уны бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәк.
Нәфисә үҙенең ауырлы икәнен белендермәҫ өсөн барыһын да эшләргә тырышты. Хәлимәнең кәңәшенә ҡолаҡ һалып, ауылына ла ҡайтып йөрөмәне, эсен һәр саҡ ҡыҫып бәйләне, ваҡытын күберәк бүлмәһендә үткәрҙе. Һәм, ваҡыты еткәс, бала табыу йортона инеп ятты. Уйында хәҙер тиҙерәк бәпесләй һалыу ҙа, тиҙерәк унан ҡотолоу.
Ғәйшә уның һөйләгәндәрен бүлдермәйенсә генә тыңланы ла: «Улай икән», - тип кенә үҙ карауатына барып ултырҙы.
Шул кисте уларҙың икеһен дә тулғаҡ тота башлап, бер-бер артлы бәпестәре лә тыуҙы.
Үҙенә имеҙергә килтергән малайын Нәфисә тәүҙә сирҡаныбыраҡ ҡулына алһа ла, күңеле менән уның үҙенә бик яҡын, ҡәҙерле икәнен тойҙо. Сабыйына үтә лә эҫенеп китһә, унан айырылыуы ауыр буласағын һиҙеп, тиҙерәк бала табыу йортонан сығып тайыу хәстәрен дә күрә башланы.
Ҡыҙҙың ниәтен белгән Ғәйшә бер Нәфисәгә, бер уның ҡулындағы сабыйға ҡарап торҙо ла: «Врачтар менән һөйләшеп малайыңды үҙемә алып ҡалырмын, башҡаларға игеҙәктәрем тыуҙы тейеп әйтермен. Үҙҙәре бер - береһенә оҡшап та торалар бит», - тине. Аҙағыраҡ ҡыҙға сәйерерәк ҡарап ҡуйып: «Атаһының исеме кем ине?» – тип һорап ҡуйҙы. Нәфисә үҙе лә аптырай биреп, шофер егеттең исемен дә һорамауын әйтте.
Үҙ балаһынан айырылыуҙың нисек ауыр икәнен әсә булғандар ғына бар ысынбарлығы менән аңлайҙыр. Нәфисә бала табыу йортонан сыҡҡас үҙен ярты йөрәген ҡырҡып унда ҡалдырып киткәндәй тойҙо. Нисек кенә тырышмаһын, күҙ алдынан уймаҡтай ғына ирендәрен ҡыбырҙатып ятҡан сабыйының йөҙ-һынын ҡыуа алманы. Хәсрәткә батырып, күңелен балаһы хаҡындағы уйҙар биләп тик торҙо. Фәнилдән йыш ҡына килеп торған хаттар ғына бер аҙ йыуаныс бирҙе - биреүен. Ләкин әрменән ҡайтыр алдынан яҙған һуңғы хаты Нәфисәне һеңгәҙәтә һуҡты. «Һин миңә хыянат итеп, бала табып ятҡанһың, оятһыҙ!» - тип кенә яҙылғайны унда. Кемдән, нисек белгән, тигән һорау телгеләне күҙ йәштәре аша хатҡа төбәгән ҡыҙҙың мейеһен ул саҡ.
Фәнил әрменән ҡайтҡас килде ул йәшәгән бүлмәгә. Ләкин уның янына түгел, ә эс серҙәрен уртаҡлашып яҡын күреп йөрөгән әхирәте Хәлимә янына. Ә уныһы Нәфисәгә оятһыҙ күҙҙәрен төбәп: «Мөхәббәтең өсөн көрәшеүҙә бөтә юлдар ҙа яҡшы. Мин Фәнилгә тәү күреүҙә үк ғашиҡ булғайным», - тип кенә ебәрҙе.
Көс-хәл менән имтихандарын тапшырып, ҡулына диплом алып, Нәфисә тыуған ауылына эшкә ҡайтты. Ваҡыт барыһын да дауалай тиһәләр ҙә, Нәфисәнең күңел ғазабы киреһенсә көсәйә генә барҙы. Мәктәптә саҡта бер аҙ онотолоп торһа ла, өйөнә ҡайтҡас, бигерәк тә йоҡларға ятҡас, сабыйы хаҡында уйҙар мейеһен бырауланы.
Түҙемлеге бөткәс, малайына бер йәш тулған көндө уны күреп булһа ла ҡайтайым тип, күстәнәс-бүләк тейәп юлға сыҡты. Ғәйшә теге ваҡыт адресын әйтеп ҡалдырғайны, ашҡынып килеп етһә лә, сабыйы йәшәгән күп ҡатлы йорт алдына еткәс, ҡапылдан инергә ҡыймай туҡтап ҡалды ҡыҙ һәм ишек алдындағы эскәмйәгә килеп ултырҙы. Бер аҙ ваҡыт үткәс, йәнәшәһендәге оло йәштәрҙәге апай: «Кемгә килгәйнең, ниңә инмәйһең?» – тип, һорап ҡуйҙы. Нәфисә Ғәйшәнең исемен әйткәс, апай уға боролоп уҡ ултырып: «Уны кисә генә күмеп ҡайттылар бит. Яман шеше булған, ике-өс ай эсендә һурылып, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы, бахырҡай. Дүрт бала менән нишләр инде Сәғитйәне», – тине. Быны ишеткәс, Нәфисә ни әйтергә лә белмәй аптырап ҡалды ла, бәләгә тарыған балаһын ҡотҡарырға ташланған ҡошсоҡтай ҡапыл ишеккә ынтылды. Фатир ишеген уға ике ҡулына ике бала күтәргән… шофер егет асты.
Уйламағанда дүрт балаға әсә булып ҡуйған Нәфисә менән ауыр сағында ҡапылдан таяныс тапҡан Сәғитйән, матур пар булып, матур ғына донъя көтөләр, инде бишенсегә атай-әсәй булырға әҙерләнәләр, тинеләр миңә.
Мөҙәрис Багаев.