Өҫтөнә бер биҙрә йыуынты һыуҙы ауҙарған ирҙе ҡайһы ҡатын-ҡыҙ ғәфү итә ала?
Был ҡатын менән осрашҡас та уның мөләйем йөҙөнә, һағыш һәм хәсрәт тулы күҙҙәренә иғтибар иттем. Һөйләшеп киткәс тә, ят кеше булыуыма ҡарамаҫтан, һүҙҙе эс-серҙәренә борҙо. Күңелен бушатырға теләне, булһа кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙың үҙәгенә үткән, булған көсөн һурып алған ирҙәр эскелеге уны ла ситләп үтмәгәйне. Бергә йәшәүҙәренә 34 йыл ваҡыт үткән, әммә өй хужаһының «йәшел йылан» шауҡымынан арынырға теләге лә юҡ. Киреһенсә, уның ауына көндән-көн нығыраҡ бәйләнгән ҡәбәхәт (хәҙер ҡатыны уны тик ошо исем менән генә йөрөтә) әҙәмсә йәшәү рәүешен һанға һуҡмай.
«Улым да ошо юлдан китте. Өйләнде, әммә айырылыштылар. Ейәнемде күпселек үҙем ҡарайым. Ҡыҙымдың да ире эсергә әүәҫ булғас, улар ҙа айырылышты. Ҡәбәхәткә балалар һәр саҡ ҡамасау булды. Уларға ҡысҡырһынмы, беҙгә эҫе һыу һибергә ынтылһынмы йәки йыуынты биҙрәһен ауҙарһынмы… Һәр ваҡыт тиерлек балаларына: «Һеҙ миңә әсәйегеҙ менән йоҡларға (түшәктә яратышыуҙы ысын исеме менән атап) ҡамасаулайһығыҙ», тиеп кәмһетеүҙәре бигерәк үҙәгемә үтте. Бына биш йыл инде уны ошо этлектәре өсөн ғәфү итә алмайым. Үҙенә лә әллә нисә тапҡыр ошо хаҡта ҡабатлайым, сөнки ул кешелек сифаттарын юғалтҡан. Улай ғына ла түгел, шайтандарҙың атаһы кеүек тойола ул миңә. Беҙҙе һәр ваҡыт өйҙән ҡыуа торғас, аптырап, ҡайһы ваҡыт өй йәки фатирға түләп йәшәүгә инә торғайныҡ. Ахырҙа, ҡыҙымдың түҙемлеге етмәне һәм беҙ үҙебеҙгә фатир алырға ҡарар иттек. Бергәләшеп йәй башында уҡ ҡарап ҡуйҙыҡ. Хаҡтар ҡиммәт, көҙгө осорҙа бер аҙ арзанайыр, тип ирем әлегә алмай торорға ҡушты. Әммә беҙ уны тыңламаныҡ һәм ике бүлмәле шәп фатир һатып алдыҡ. Иремә был хаҡта бер ауыҙ һүҙ өндәшмәнек (уның белмәүе беҙҙең өсөн ҡулай ине). Эскән саҡтарында ыжғыр буранға, ҡойма ямғырға ҡарамай, ейәндәрем менән өйҙән ҡыуылыуҙарҙың йышайыуы ла мәжбүр иткәйне мине был аҙымға. Бер аҙ тыныслыҡта йәшәү теләге лә көслө булды. Сөнки физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да ныҡ арығайным шул. Әйтеүе генә анһат, төнгө өс-дүрткә ҡәҙәр ҡаңғырып-боларып йөрөй, беребеҙҙе лә йоҡлатмай, тиккә сәбәп табып һөйләнә, һүгенә… Ошоларҙың барыһына ла йылдар дауамында сыҙап ҡара?!
Ярай, фатирлы булдыҡ. Документтарын да тейешле рәүештә минең исемгә яҙҙырҙыҡ. Кредиттарҙы ҡаплар өсөн ҡыҙым үҙенең төп эшен ташлап, бөтөнләй икенсе ергә - алыҫҡа эшкә сығып китте. Ул: «Әсәй, фатирға күсен. Атай бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк. Хатта мине лә ҡурҡыта алғас (уның эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре булыуы ла атаһын оялырға, аҡылға ултырырға мәжбүр итмәгән), һинең менән берәй нәмә ҡылып ҡуйыр. Өйҙә уның менән яңғыҙ ҡалма!» - тип китте. Мин бер үҙем тороп ҡалдым. Оҙаҡламай ҡыҙын үҙе тәрбиәләргә теләк белдергән кейәүебеҙ ейәнсәремде алып килеп ташланы. Уны мәктәпкә, музыка түңәрәгенә йөрөтәм. Әммә теге ҡәбәхәт беҙҙең фатир алыуыбыҙҙы кемдәндер ишетеп ҡалған. Хәҙер ҡулдарын бөйөрҙәренә таянып, аяғын кирә баҫып: «Был өй - минеке, һин үҙеңдең фатирыңа сығып кит», тип ҡыуа. Шулай итеп, мин тигәндәй күпселек әйберҙәремде, ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәтемде берәм-һәрәм фатирыма ташыным. Ғәрлегем килә, көсһөҙлөгөм аяҡтан йыға. Ә ундай хәл була ҡалһа, миңә генә күҙ терәп торған ейәндәрем нимә эшләр?
Көн дә тиерлек өйгә ҡайтып әйләнәбеҙ. Бер көн шулай гараждан килгән тауыш әллә ҡайҙа ишетелеп тора: туй барамы ни?! Ипләп кенә килеп ярыҡтан ҡарайым: унда төрлө ҡиәфәттәге ирҙәр йыйылған да тәмәке көйрәтә, араҡы эсә. Ә өйҙөң эсен күрһәң ине?! Иҙәндән түбәгә тиклем ҡатып бөткән һауыт-һаба өйөлгән, бысраҡ иҙәндә нимә генә юҡ! Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, тип белмәй әйтмәгәндәр икән. Минең өйҙә юҡлыҡты бөтә әшнәләре белеп, (ә ул мине ҡыуып сығарғанын һәр кемгә ҙур ҡыуаныс менән һөйләгәненә шигем юҡ), көн дә йыйылалар. Күрше ҡатын бер көн кемдәрҙеңдер беҙҙең һарайҙан тоҡтарға ҡаҙҙарҙы тултырырға маташыуҙарын күреп ҡалған. Алыҫтан булһа ла ҡысҡырған. Уны ишетеү менән ике әҙәм йораты ҡасыу яғын ҡараған. Ә беҙҙең аҙбарҙа уларҙан тыш һарыҡ та бар, башмаҡ тора, ҡош-ҡорт та етәһе. Баҡсабыҙ мул уңыш бирә, картуфыбыҙ ҙа байтаҡ. Яғаларынан бөрөп алһам да, беҙҙең күпме көс-тир түгеп үҫтергән картуфты кемеһенең сығарып һатыуын әйтмәнеләр. Йәш саҡтан ҡалаҡтан башлап йыйған донъямдың шулай тиҙ генә юҡҡа сығыуына эсем боша…»
Эйе, мәҡәләм геройының хәлен аңларға була. Эстән генә: «Аллам һаҡлаһын! Бер үк яңылыш юлдарҙан, насар юлдаштарҙан, Хоҙайым, үҙең арала!» - тип ялбарам. Бындай саҡта кемдәр ярҙам итә ала һуң? Әлбиттә, милиция. «Милиция саҡыртманығыҙмы ни?» - тигән һорауға Сания апай: «Кәүҙәгә бик үк елле булмаһа ла, «йәш кенә малайҙарҙы», йәғни милиция хеҙмәткәрҙәрен быраҡтырып ҡына сығара ине. Ҡыҙым өсөн оят була торғайны».
Ата-әсәләр өсөн балалары яуап бирмәй! Был осраҡта яңғырай торған берҙән-бер яуап ошолор, моғайын. Әммә көндәлек ҡаңғырыҡ, атай кешенең боларыуы кешенең һайлап алған һөнәренә бәйле түгел бит. Яратып башҡарған эшең дә, өйҙә тыныслыҡ, татыулыҡ булмаһа, ғөмүмән алғанда, ниндәйҙер проблема килеп сыҡһа, икенсе планға күсә, яратмағанға әүерелә. «Һинең хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүең ни хәжәт. Үҙ атайығыҙға ла көсөгөҙ етмәгәс…», тип әйтер, моғайын, был ғаиләнең йәшәү рәүешен белгән йәки ошо мәҡәләнән танышҡан кеше, һәм ул, ысынлап та, мең тапҡырҙар хаҡлы булыр. Әммә ҡатын-ҡыҙ ир-егеткә ҡаршы тора ла буламы?
Сания апайҙы ире ғүмер буйы ҡыҙынан ҡыҙғанған икән. «Һеҙ – лесбиянкалар», тиер ине. Ә бергә булмайынса ул ҡәбәхәтте еңермен тимә. Бер шулай, ҡыш көнө, ҡыҙым ейәнсәрем менән карауатта, мин эргәләрендә иҙәндә йоҡлап ятабыҙ. Шул мәл ирем өҫтөбөҙгә бер биҙрә йыуынты һыуҙы ауҙарҙы. Кеше ҡоҫҡолоғонан кәм булмаған был лайлалы шыйыҡсанан йыуыныуы, түшәк-ҡаралтыны таҙартыуы бик ауыр булды. Ә күңелгә инеп ултырған ошо күренеш ғүмергә онотолмаҫ булып һеңде, йөрәгемде, мең өлөштәргә телгеләп, кире берләшмәҫлек булып ҡатырҙы...
«Шайтандарҙың атаһы» яртылаш эселмәй ҡалған шешәһен йәшерә лә, онотоп, гел генә беҙҙән таптыра, «һеҙ эскәнһегеҙ, ҡайҙа ҡуйҙығыҙ», ти. Бер көн шулай сираттағы ҡылығы ҡабатланды. Улымдың уға шешәһен күрһәтеүе лә һөҙөмтә бирмәне. Киреһенсә, ирем: «Ул түгел, түгегеҙ уны», тип ярһыны. Асыуҙың сигенә етеп, мин улым менән ҡыҙыма уны иҙәнгә йығып һалырға бойорҙом. Үҙем ауыҙын шаҡарып асып, ҡалған араҡыһын ҡойорға керештем. Ул минең һуҡ бармағымдың битен айыра тешләп алып, тиреһен иҙәнгә төкөрҙө. Бармағым оҙаҡ ҡына йүнәлмәй йөрөнө.
Уның алдында һәр ваҡыт итле аштар ғына була. Башҡа төрлө ризыҡтарҙы ла гелән бешерәм. Әммә ирем: “Һин мине ғүмер буйы ас тоттоң, бер ҡасан да йүнләп тамағым туйғаны булманы”, тип ҡарғаныуҙан башҡаны белмәй. Йәмғиәтебеҙҙә һәр ғаиләлә үк булмаһа ла, өсәүҙең береһендә мотлаҡ ошондай күренештәргә тап булаһың. Иң әсендергәне: күпселек ҡатын-ҡыҙ ыҙалай, балаларҙың психикаһы боҙола (бында һүҙ эсергә яратҡан ҡатын-ҡыҙ, әсәләр тураһында түгел, ә яҡшылары хаҡында). Улар ошондай кәмһетелеүҙәргә сыҙарға, ғүмер буйы түҙергә тейеш. Ярай ҙа, һөйләнгәндәренә күрә, ир ғаиләне аҡса менән тәьмин итеп, мал тапһа.
40-45 йәште уҙған ҡатындар ғаиләләрен тарҡатырға әллә ни ашыҡмай. «Йәштән үк холҡо шулай булды, ата-әсәйемдәр айырыл тип күпме әйтте, тыңламаным бит. «Оло һүҙен тыңламаған, оролған да бәрелгән», тип бушҡа әйтмәгәндәр шул. Хәҙер күпме донъя, мал-мөлкәт йыйылған. Үҙгәрер, тип балалар табыу ҙа ярҙам итмәне. Унан китеп тә мин кемгә барайым, ҡайҙа йәшәйем? Йәшәгән йортобоҙҙо бергәләп һалдыҡ, ә ирем уны тик минеке генә, ти. Элек бит булған документтарҙы ғаилә башлығы, йәғни ир исеменә яҙҙыра торғайныҡ, - тип Эльвира апай ҙа зарланды. – Етмәһә, ирем миңә: «Кешенең, ана, йүнле бисәләре аҫылынып үлә. Һин, исмаһам, сығып аҫылынмайһың да бит…», - ти. Эйе, бындай саҡта тешең-тырнағың менән тормошҡа йәбешергә, йәшәргә тырышырға үҙеңдә көс табырға кәрәк. Үлерһең, ваҡытлыса ул ҡайғырған булыр. Ә аҙаҡ? Аҙаҡ ирҙәрҙең донъяһы майланған кеүек китәсәк. Улай ғына ла түгел, «Ғәйебе булмаған кеше үләме ни?», тийәсәк. Был проблеманан эскесе ирҙәр, нисектер, ҡоро сығыу юлын да табасаҡ. Йыш ҡына улар йәш бисә алып ҡайтыу менән янай. Һин тейәнеп сығып китеү менән үк икенсе ҡатынды алып та ҡайта. Улары еңел генә кеше өйөндә йәшәй ҙә китә. Ирекһеҙҙән, ундай ҡатындарҙың, айырыуса йәш ҡыҙҙарҙың әсәләрен күреү теләге тыуа. Ысынлап та, бындай ҡыҙҙарҙы ниндәй әсәләр тәрбиәләй һуң?! Кеше һүҙенә ҡарамай, оят тигәнде белмәй, тота килеп ят ир ҡуйынына ингән ҡыҙының ҡылығын ҡайһы әсә хуплай? Ирҙең был ҡылығы мөхәббәтме, әллә үс алыумы? Ай-һай, бындай мәлдә һыр бирмәҫкә тырышыу өҫтөнлөк итәлер, ахыры. Йәнәһе, һинән башҡаны мин анһат ҡына ҡарата алам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әллә заманы шундай, әллә тәрбиә тигән төшөнсә бөтөнләй аҡһай башланы. Белмәҫһең. Күпселек айырылышҡан парҙар (рәсми рәүештә булһа ла, булмаһа ла) ваҡыт үтеү менән кире ҡауыша. Дөрөҫөрәге, ир тубыҡланып тигәндәй, ҡатынына инәлә-ялбара бергә йәшәүҙәрен үтенә. Уның булған етешһеҙлектәрен һәм ҡаңғырыҡтарын онотоуын һорай. Ошондай осраҡҡа “аҫтыңдағы ҡойҡаны туҡҡа сыҡҡас онотма” тигән бик тапҡыр һүҙҙәр иҫкә төшә. Мәғәнәһе барыһына ла аңлашылалыр. Ир эсеп йөрөп-йөрөп айнығас, донъяһының ҡайҙа табан тәгәрәүен аңлай, сөнки аслыҡ үҙәгенә үтә башлай, өй Сыңғыҙхан ғәскәре үткән яу яланын хәтерләтә. Быға тиклем булғанынса йылы ризыҡ ашап, таҙа өйҙә йәшәгән ир ябыға, кеше ҡарағыһыҙ булып һөймәлекһеҙгә әйләнә. Ни тиһәң дә, яҡшы ҡатын менән алама ир ҙә яҡшы йәшәй шул.
Был темаға мәҡәлә яҙыу теләге миндә күптән йәшәй ине. Әммә реаль ваҡиғаларҙы сағылдырырҙай күренештәр байтаҡ булһа ла, форсат ҡына сыҡманы, буғай. Сания һәм Эльвира апайҙар миңә үҙенең башынан үткәндәрҙе һөйләгән, үҙ сиратымда, уларҙың ҡатмарлы тормош хәлдәрен уҡыусылар хөкөмөнә сығарҙым. Беҙ, эскелек һаҙлығына батҡан кешеләр бер аҙ һабаҡ алмаҫмы, тип уйланыҡ. Бар бәләләрҙең башы бит ул – эскелек. Балаларҙың күҙ йәштәрен түктергән, әсәләрҙе хәсрәткә һалған, ҡатындарҙы тормош матурлығынан ваз кистергән, йәштәрҙе йәшәй башламаҫ элек үк араҡы ҡолона әйләндергән, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙарға еткергән мәкерле ау. Тән яралары уңалып та, мәңге уңалмаҫ күңел яралары алған ҡатындарға түҙемлек, һаулыҡ, рух ныҡлығы юлдаш булһын.