Уҡыу йортон тамамлап район үҙәге булған ҙур ауылға эшкә килгәс таныштым мин уның менән.
Тәү ҡарашҡа төҫкә бик матур булмаһа ла, хәҙергесә әйткәндә, харизматичный ине. Ә инде гитарала уйнап йырлап та ебәрһә, бөтә ҡыҙҙар ғашиҡ булырлыҡ.
Күҙгә ташланып торған матурлығым булмаһа ла, күреү менән миңә иғтибар итте. Танышып, осрашып йөрөй башланыҡ.
Бәхеттең етенсе ҡатында инем. Шундайын "душа компании" булған егет нисек мине ярата икән тип шикләнеп тә ҡуйғыланым.
Туй тураһында уйлаша башланыҡ, никах уҡытыр өсөн һөйләшергә тип беҙгә уның ағаһы менән әсәһе лә килделәр ( атаһы вафат булған)
Ләкин ул тағы башҡа ҡыҙ менән дә йөрөгән һәм ул ауырға ҡалған.
Иртәнән һуңға никахҡа киләләр тип торғанда, кисләтеп кенә ағаһы килеп ҙур ғына букет менән конверт тотторҙо ла китте. Унда "Мин һиңә һуңынан, бала ҙурайғас, өйләнермен, көт", - тиеберәк яҙылған ине.
Өс ай тирәһе үткәс, уны күрмәҫ өсөн ( сөнки эшем буйынса миңә йыш ҡына ул эшләгән организацияға инергә тура киләсәк) үҙемдән 9 йәшкә өлкән кешегә кейәүгә сығып, башҡа районға күсеп киттем. Һәйбәт кеше булды, рәнйетмәне, улыбыҙ тыуҙы, тағы ла 4 йылдан игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы, матур йәшәнек. Ләкин бынан 5 йыл элек фажиғәле һәләк булды.
Улым быйыл институт тамамлап йөрөй, ҡыҙҙарым мәктәп тамамланылар.
Һәм уйламағанда теге йәшлегемдә иҫемде юйып ғашиҡ булған кешем килеп сыҡты. "Улымды үҫтерҙем, ҡатынымды айырҙым, бергә булайыҡ", - ти...
Ҡасандыр дөрләп янып, хәҙер инде көлгә ҡалып, йылдар дауамында көлө лә елдә осоп таралып бөткән уңмаған мөхәббәтте тергеҙеүҙән файҙа бармы ул, нишләргә?