“Улым Динис беҙҙән айырым йәшәйем тип, бер бүлмәле буш торған фатирыбыҙға күсеп сыҡты. “Ярай, бәләкәй бала түгел, 22 йәш, үҙ тормошон ҡорорға ла ваҡыт”, - тип ризалаштыҡ.
Күп тә үтмәй Алина исемле ҡыҙ менән танышты, уныһы улым янына күсеп килеп тә инде. Беҙ, атаһы менән, никах тураһында һүҙ ҡуҙғатһаҡ та, йәштәр ҡолағына элмәне.
Ярты йыл самаһы бергә йәшәгәс, аралары боҙолоп, Алина сығып китте. Белдермәһәм дә, был хәлгә ҡыуандым, сөнки эш рәте белмәгән ҡыҙ миңә оҡшап етмәй ине. Ә улым ныҡ ҡайғырҙы, ҡара янып йөрөнө. “Ҡыҙҙар бөткәндер шул, иҫең китмәһен”, - тип йыуатыуыма “Оҡшай ул миңә, ныҡ оҡшай”, - тип яуапланы. “Ярай, онотор әле”, - тинем эстән генә.
Әммә онотмаған булып сыҡты. Ике ай үтеүгә кире яраштылар. Тиҙҙән Алинаның ауырлы икәнлеген белдек. Яңынан бергә йәшәй башлауҙарына һигеҙ ай үтеүгә балаһы тыуҙы. Мин “был бала беҙҙеке түгел” тип һанайым, улым “ҡыҫылма, үҙебеҙ беләбеҙ” ти, ирем өндәшмәй, нейтралитет һаҡлай йәнәһе. Бына шундай ут эсендә ҡалдым.
Улым юғары белемле, яҡшы ғына эш хаҡы ала, эсмәй, тартмай. Холҡо ипле, тыныс. Бер бүлмәле булһа ла, айырым фатир алғанбыҙ. Бына хәҙер ҡайҙандыр килеп ингән йәш ҡатын, уның башын әйләндереп алды, етмәһә, бала тапты. Баланың атаһы улым икәнлегенә ныҡ шикләнәм. Ул шулай кеше балаһын ҡарап, аҫрап йәшәргә тейешме? Ярай ҙа был ҡатын улымдың ҡәҙерен белеп, ғаиләм тип йәшәп китһә... Уныһына ла шикләнәм. Бына шундай ҡатмарлы хәлдә ҡалдым. Берҙән-бер баламды уйлап, йөрәгем өҙөлә. Нимә эшләргә була бындай хәлдә? Баш ҡатҡан инде...”
Өфө ҡалаһынан Римма исемле ҡатындың һөйләгәндәренән.