Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Бәхәс алмаһы
20 Декабрь , 11:46

Артыҡбикә булғаным өсөн үс алдым (Булған хәл)

Мин быны ҙур кинәнес менән эшләнем, әммә аҙағын, был төнәтмәнең нимәгә килтерәсәген уйламаным. Унда мин бәләкәй инем әле, күп нәмәне аңламай инем. Тиҙҙән апайым йыш ауырый башланы, хәлһеҙләнде, оҙон сәстәре ҡойолоп бөттө. Бер нисә айҙан  унда яман шеш таптылар. Әсәйем мине туҡмамай башланы...

Артыҡбикә булғаным өсөн үс алдым (Булған хәл)
Артыҡбикә булғаным өсөн үс алдым (Булған хәл)

Төрлө хәлдәр була донъяла. Әммә был апайҙың үкенестәрен бер бизмәнгә лә һалып үлсәп булмайҙыр.

- Бер ҡасан да күңелегеҙҙә нәфрәт тотоп йәшәмәгеҙ. Был һеҙҙең ғүмерегеҙҙе генә түгел, ә буласаҡ балаларығыҙҙың да тормошон ағыулаясаҡ.

Мине бала саҡтан бер кем дә яратманы. Әсәйем абортҡа барырға уйлаған, тик ҡартәсәйем гонаһ тип эшләттермәгән. Һөҙөмтәлә, мин бала саҡтан үҙемдең артыҡ икәнлегемде тойоп йәшәйем. Апайым мине Артыҡбикә тип мыҫҡыл итте. Матур апайымдан үс алыу тойғоһо менән бала саҡтан янып йәшәнем. Барыбер һәр саҡ әсәйемдән туҡмалғас, апайымдың сумкаһына буяҡ ҡойҙом, бысраҡ һалдым, оҙон сәстәрен йоҡлағанында карауатҡа бәйләр инем.

Беҙҙең күршелә бер әбей йәшәне. Ул минең ыҙалап йәшәнемде күрә ине. Уның менән бер кем аралашмаһа ла, мин уға ҡурҡмайынса инеп йөрөй инем. Әсәйемдән сираттағы мәртәбә апайым өсөн туҡмалған көндө, әбей миңә: “Апайыңдан үс алғың киләме?” тип һораны.

Мин ризалаштым. Әбей миңә төнөн килеп үҙенән бер төнәтмә алырға, уны апайымдың ризығына ҡойорға ҡушты. Мин быны ҙур кинәнес менән эшләнем, әммә аҙағын, был төнәтмәнең нимәгә килтерәсәген уйламаным. Унда мин бәләкәй инем әле, күп нәмәне аңламай инем. Тиҙҙән апайым йыш ауырый башланы, хәлһеҙләнде, оҙон сәстәре ҡойолоп бөттө. Бер нисә айҙан  унда яман шеш таптылар. Әсәйем мине туҡмамай башланы. Апайым өс йылдан үлде.

Мин әбейҙән алған төнәтмә тураһында оноторға тырыштым. Бәлки, осраҡлы рәүештә шулай тура килгәндер. Апайым кескәй сағынан йыш ауырыған ул. Әммә йылдар үтә бара үкенес алҡымымдан ала. Ике ҡыҙымдың бәхетһеҙ булыуында ла үҙемде ғәйепләйем. Ә инде түҙемһеҙлек менән көтөп алған ейәнсәрем фажиғәле һәләк булғас, Аллаһ ҡулының миңә килеп еткәнен аңланым. Хатта ул саҡтарҙа минең бала ғына булыуым да мине ғәфү итә алмай. Намаҙҙамын, туҡтауһыҙ доғалар уҡыйым. Әммә ана шул ҡара эшем миңә тынғылыҡ бирмәй. 

Гүзәл Сәлихова
Автор:
Читайте нас: