Һаҡһыҙлыҡтанмы, әллә юрыймы әйтелгән һүҙҙәр арҡаһында күпме ғаилә емерелә, дуҫтар араһы боҙола, туғандар бер-береһенән ситләшә... Ни бары уйламай әйтеү арҡаһында. Яҡшы һүҙ йәки ғәйепте танып ғәфү үтенеү генә кәрәк тә бит. Ниңәлер матур һүҙҙәр әйтелә һалып бармай шул. Кеше үҙенең көсһөҙлөгөн белдереп, еңелгәнен танырға теләмәйме, ғорурлығы ҡушмаймы?
“Өйләнешеүебеҙгә бер йыл да булманы әле, бәпәй табырға ла ҡурҡып йөрөйөм. Ике яҡлап та әсәйҙәребеҙҙең ҡыҫылыуы шул тиклем үҙәккә үтте, нимә эшләргә, башты ҡайҙа алып ҡасырға белмәй башланым.
Минең әсәйемә кейәүенең оҙаҡ йоҡлауы ла, ашағанда шапылдауы ла, һөйләшеү манераһы ла оҡшамай. Эштән һуңыраҡ ҡайтһа ла, күңелемә шом һала, икеләнергә мәжбүр итә. Ошолар тураһында гел ҡабатлай торғас, үҙ-ара талаша башланыҡ, бер-беребеҙҙе еңергә теләп ҡысҡырышабыҙ әле үк. Хәлде ситтән күҙәтеп йөрөгән ҡәйнәмә лә беҙҙең йыш талашыуыбыҙ оҡшамай, әлбиттә. Ул да ҡыҫылып, үҙенекен өйрәтә башланы. Бер көн хатта ҡоҙағыйҙар икәү-ара ыҙғышып, мөнәсәбәт асыҡларға тотондо. Беҙ уларға иҫебеҙ китеп ҡарап ултырҙыҡ, үҙебеҙ тураһында күп нәмә белеп ҡалдыҡ.
Өйҙән сығып ҡасҡы килә башланы. Тәүҙә әсәйем кейәүенең кире яҡтарын һанап сыҡты, нимә тигәндәренә тиклем әйтергә онотманы. Ҡәйнәм дә унан ҡалышмай, бар хәленсә үҙ балаһын яҡланы, күп уйлап тормай, ул да минең кире яҡтарымды төртөп күрһәтте. Талаш-тартышҡа ярай әле ҡайным менән атайым ҡыҫылманы, ул ваҡытта хәл, бәлки, йоҙроҡҡа күсер ине. Үҙ-ара әрләшеп хәлдән тайған ҡоҙағыйҙар баштары ауыртып, ҡан баҫымы һикергеләй башлағас ҡына туҡтаны.
Әсәйем мине һуң ғына тапҡан, ныҡ ҡурсалап үҫтергән, шуға кейәүе мине рәнйетәлер кеүек күренә үҙенә. Мин дә уға һалынғанмын, бер ни эшләй белмәйем, ирем шуға күберәк тауыш сығара. Икебеҙ генә ҡалып һөйләшкәнебеҙ юҡ, әсәйем рөхсәт итмәй, мине һаҡлай. Әле айырым торорға хәлебеҙҙән килмәй, артабан нисек булырға белмәйем. Ирем бөтөнләй ҡырға сығып китәйек ти ҙә ул, ә минең әсәйҙән айырылғым килмәй”, – тип эс серҙәрен һөйләне яңыраҡ кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ.
Шул яман һүҙ арҡаһында ҡыйралырға торған йәш ғаиләгә, хәлде эстән белмәй тороп, нимә тип аҡыл өйрәтәһең инде?