Мөхөпъямалды 8 йылға ултыртҡандар!..
Ике әхирәт һөйләшеп ултыра.
- Ишеттеңме, Мөхөпъямалды 8 йылға төрмәгә ултыртҡандар!..
- Юуууҡ! Нимә өсөн?
- Ирен ташлаған...
- Кит юҡты һөйләмә! Уның өсөн ултыртмайҙар! Мин үҙем ике ирҙе ташлаған бисә булараҡ, белеп әйтәм!!!
- Ә һин нисәнсе ҡаттан ташланың?
*****
Бер ханым диетологҡа шылтырата:
- Һаумыһығыҙ... Минең ауырлығым артығыҡыраҡ, буғай...
- Бындай һығымтаға нисек килдегеҙ?
- Әй, анауы, һөйләшә торған үлсәү алғайным... Өҫтөнә менеп баҫһам, берешәрләп кенә баҫығыҙ ти!
*****
Бер егет танышырға теләп таныш булмаған матууур ғына ҡыҙыҡайға өндәшә, ти:
- Кисен нимә эшләйһең?
Ҡыҙыҡай тартыныып, оялыыып ҡына:
- Бер нәмә лә эшләмәйем... - тигәс, егет:
- Ууууу... Үәт ялҡаааау! - тимәһенме!
*****
Ҡатыны туйҙан һуң ике ай ваҡыт үткәс:
– Мин был йортта үҙемде теге әкиәттәге Көлбикә (Золушка!) кеүек тоям!!! Йыуам, бешерәм, йыйыштырам, тағы ла йыуам, бешерәм, йыйыштырам...
Ире:
– Кейәүгә сыҡҡас әкиәттәге кеүек йәшәйәсәкһең тип әйттем бит мин һиңә! - тимәһенме!