Улымдың бәхете булманы, шуға эсем ныҡ боша. Бик яҡшы күңелле кеше ул үҙе, ҡулдары ла алтын. Әммә тормошо барып сыҡмай әле. Беренсе ҡатыны үҙенә ҡарағанда бер аҙ олораҡ ине. Ул ҡатындың балаһы ла бар ине ул ваҡытта. Иренән айырылған булған. Минең улым уларҙың ауылына эшкә барғанда танышып киткәндәр. Был ҡатын шул ауылдың контораһында иҙән йыуған, минең улым төнгөлөккә ҡарауылға урынлашҡайны. Был ҡатын һәйбәт кешене һиҙеп ҡалып, муйынына аҫылынғандыр. Ә улым йыуаш, ҡаршы булмаған инде. Шулай ҡушылышып киттеләр.
Мин ул ҡарт киленде беренсе күреүҙән үк яратманым. Улым менән улар ауылға ҡайтып төшкәндә беҙ туғандарым менән бесәндә инек. Бесән осоро һанаулы ғына көндәр бит, ҡояш булғанда тиҙерәк эшләп бөтөрөргә тип тырышаһың. Ә был ҡатын беҙ алып барған һыуҙы эсеп тик йөрөнө. Эшләгән эше лә юҡ үҙенең, ә һыуҙы туҡтауһыҙ эсә. Унда бит һыуҙы фляга менән алмайһың, шешәләргә генә тултыраһың. Башҡаларға ла ҡалһын тип уйламаны, гел эсте лә эсте. Танышҡан көндә үк һүҙгә килешмәйем, тип өндәшмәнем. Бесәнгә төшөп, талашып ултырып булмай бит. Йәш, тормош тәжрибәһе булмаған ҡатын булһа, ул тиклем дә асыу килмәҫ ине. Нисек кенә булһа ла, йәшлегенә һылтар инең. Ә был бит инде бала тапҡан, донъя күргән, ирҙән айырылған ҡатын.
Минең улым уның балаһын тулыһынса ҡараны. Күрше йорттарҙа ғына йәшәгәс, ул бала миңә лә инә ине. Мин дә ҡаҡманым. Әммә уртаҡ бала тапманы ул килен. Баҙар һайын машиналарына ултырып сығып китәләр ҙә, улымдың эшләгән аҡсаһына әйберҙәр тейәп ҡайталар ине. Ҡайҙа, нимә алған тиһәң, килен гел үҙенә генә алды. Улыма кейем-һалым алыу ҡайҙа ул. Ул ҡатын беҙҙә ете йыл йәшәне. Әле тағы күпме йәшәр ине, теге ире үлеп китеп, уның фатиры балаһына ҡалды ла, шунда сығып китте. Һиҙеп торҙом инде, минең малай менән “йәшәйем” тип йәшәмәне инде. Үҙенә лә, балаһына ла йылы ер кәрәк бит—шуға ғына торҙо ул. Нишләп киткәндер, мин бик аңламаным да. Йәш ир менән йәшәне, тамаҡтары туҡ булды, өйҙәре һәйбәт ине.
Мин ике йыл элек операция яһатҡан инем. Баҡсала бик эшләмәнем шунан һуң. Был ҡарт килен үҙ баҡсаларында ла, минекендә лә йөрөгөләне. Әммә минекенә бик теләп йөрөмәне шул, эшләр-эшләмәҫ кенә, ултыртыр-ултыртмаҫ ҡына, һибер-һипмәҫ кенә йөрөнө шунда. Шуға ла йәшәгеһе килмәгендер. Йәшәгәс, эшләргә кәрәк бит. Ә кемдең эшләп кенә йәшәйһе килһен. Килендәр ялҡау бит ул хәҙер. Әле киткәндә, баҙҙы асып, бер нисә тоҡ картуфҡа тиклем алған. Кем картуф тейәп китә инде киткән өйҙән? Былай ҙа балаһы менән тулыһынса беҙҙең елкәлә йәшәнеләр. Шулай ҙа, ул киткәс бер ҙә борсолманым мин. Картуф—малмы ни инде ул, башҡа нәмәне бүлмәгәс тә шөкөр, тинем.
Бер йыл тигәндә улым икенсе ҡатын алып ҡайтты. Быныһы үҙе һымаҡ ине, йәштәш ҡатын. Бала-сағаһы ла юҡ. Әммә хыялында нисек тә бала табыу булды шикелле. Тел төбөнән шулайыраҡ һиҙелде. Ҡырҡтан уҙғас, ниндәй бала табыуҙыр инде ул, мин бик шикләндем, әммә уйымды белгертмәнем. Иптәш булып, тыныс ҡына йәшәһәләр, алдағыһын күрербеҙ, тинем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, теге ҡарт килендең, балаһының сығып китеү шатлығы ине миндә һаман.
Әммә улымдың был ҡатын менән дә тормошо барып сыҡманы. Теге ҡарт ҡатын арҡаһында һаман. Китер алдынан ғына ҡарт килен улымдан биш йылға кредит алдырған булған икән. Миңә әйтмәгән ине шул. Кәңәш һораған булһа, күҙен асҡан булыр инем, әйтмәне бит, бер ни белгертмәне. Улар районға баҙарға ла, башҡаһына ла йөрөнөләр, ҡайҙан тикшереп, белеп бөтөрәһең. Ҡатыны сығып китһә лә, хәҙер улым ошо кредитты түләп бөтөргә тейеш. Тулыһынса уның исемендә булғас, бер ни эшләй алмай. Теге ҡатын бик байып, кеше булып, балаһын үҫтереп сығып китте. Әле теге иренән ҡалған әҙер фатир ҙа булды үҙҙәренә. Иҫ китмәле инде, бәхетле ҡатын булып сыҡты. Ә улымдың икенсе ҡатынына ошо кредит оҡшаманы. “Үҙебеҙ тотонаһы урынға, һаман бер туҡтауһыҙ шул кредитты түләйһең.”—ти икән. Ә түләмәйсә ҡайҙа бараһың! Бала тапһа ла, аҡсаһыҙ йәшәйәсәктәрен уйлағандыр инде ҡатыны, шуға китергә уйлағандыр. “Кредитты түләп бөтөүгә бала тураһында уйларһың,”—тигән улым кәләшенә. Бер аҙ ғына түҙ, тигән. Түҙмәне бит. Ниңә кәрәк булғандар инде уға бала, былай ҙа һуңлаған бит инде табырға. Китеп тә ҡайҙа бара икән? Яңғыҙы йәшәгәнсе, ир менән йәшәһә яҡшыраҡ булыр ине. Кредит тә ғүмерлеккә түгел бит, тағы ла өс йыл ғына ҡалған. Ҡырҡ йәшенә тиклем түҙгәнде, тағы өс йыл ғына сабыр итеп булмаймы икән? Ҡатындар ныҡ яман хәҙер. Юрғанды гел үҙҙәренә генә тарталар.
Рафиға.