Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Барсынһылыу
5 Февраль 2020, 16:37

Бәхетле йондоҙ аҫтында тыуғандыр ул...

“Өфө һөйләй... Эфирҙа – Республика яңылыҡтары... Студияла – Наилә Ғәләүетдинова...” Танһыҡ һүҙҙәр... Танһыҡ тауыш... Шулаймы?.. Ысынлап та, шундай кешеләр була. Улар менән шәхсән таныш та түгелһең. Әммә үҙҙәре туғаның кеүек яҡын. Айырыуса ҡайһы бер радио-телевидение дикторҙары тап ана шундай арбау көсөнә эйә. Ә бала саҡтан зәңгәр экрандар, радио тулҡындары аша таныш булған Наилә Ғизетдин ҡыҙы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бәхетле йондоҙ аҫтында тыуғандыр ул. Уның яғымлы тауышын үҙһенмәгән кеше беҙҙә, моғайын, юҡтыр ҙа. Ярты быуаттан ашыу иртә һайын республика халҡын сәләмләгән Наилә ханымдың тормошо күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра торғандыр.Дауамы:

“Өфө һөйләй... Эфирҙа – Республика яңылыҡтары... Студияла – Наилә Ғәләүетдинова...”
Танһыҡ һүҙҙәр... Танһыҡ тауыш... Шулаймы?.. Ысынлап та, шундай кешеләр була. Улар менән шәхсән таныш та түгелһең. Әммә үҙҙәре туғаның кеүек яҡын. Айырыуса ҡайһы бер радио-телевидение дикторҙары тап ана шундай арбау көсөнә эйә. Ә бала саҡтан зәңгәр экрандар, радио тулҡындары аша таныш булған Наилә Ғизетдин ҡыҙы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бәхетле йондоҙ аҫтында тыуғандыр ул. Уның яғымлы тауышын үҙһенмәгән кеше беҙҙә, моғайын, юҡтыр ҙа. Ярты быуаттан ашыу иртә һайын республика халҡын сәләмләгән Наилә ханымдың тормошо күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра торғандыр. Мин дә бына, телефон номерын эҙләп табып, уның менән бәйләнешкә сығып, зәңгәр экрандарҙан ғына күреп өйрәнгән һоҡланғыс диктор менән яҡынданыраҡ танышырға теләүемде белдерҙем.
– Һаумыһығыҙ, тыңлайым һеҙҙе, – тине Наилә Ғизетдин ҡыҙы хас та эфир мәлендәге һымаҡ яғымлы итеп. Иртәгеһен уның эш урынында йәғни “Башҡортостан радиоһы”нда осрашырға һөйләштек. Ул мине үҙе үк сығып ҡаршы алды. Әҙәби уҡыуҙары тамамланып ҡына тора икән. Һуңынан буш студияларҙың береһендә әңгәмәләшеп ултырҙыҡ.
“Тормошоғоҙҙо бына был студияларһыҙ күҙ алдына ла килтерә аламйһығыҙҙыр ул хәҙер”, – тим, ете тиҫтәгә аяҡ баҫһа ла, һаман да йәп-йәш, һылыу Наилә ханымға.
“Ысынлап та, шулай, туғанҡайым. 19 йәшлек кенә сағымда эшкә килдем бит. 51 йылдан ашыу ғүмерем ошонда үтте”, – тине ул...
Ярты быуат ғүмер... Әйтеүе генә анһат. Күпме тарих һаҡлай был йылдар! Күмпе тапшырыуҙар төшөрөлгән, күпме быуын алмашынған, күпме етәкселәр эшләп киткән, күпме боролоштар күҙәтелгән! Ә Наилә апайыбыҙ һаман да төҫ ташламаған, көн дә ашҡынып эшкә йөрөй һәм үҙен бик бәхетле тоя. Әммә шуныһы ғәжәп, ул бала сағында ла, үҫмер ҡыҙға әүерелгәс тә, бер ваҡытта ла билдәле актриса йәки диктор булыу хаҡында, телевидение карьераһы тураһында хыялланмаған. Уның актриса һөнәрен үҙләштереүе лә, һуңынан радиоға диктор итеп саҡырылыуы ла осраҡлы ғына, хатта үҙ ихтыярынан тыш килеп сыҡҡан, тип әйтһәң дә хата булмаҫ.
Архангел районының Тирәкле ауылында тыуып үҫә Наилә Ғизетдин ҡыҙы. Тыуған мәктәбендә бишенсене тамамлағандан һуң Рәми Ғарипов исемендәге интернат-мәктәпкә уҡырға килә. Киләсәктә бары тик уҡытыусы һөнәрен һайларға теләгән ҡыҙ һигеҙенсене тамамлағандан һуң, дуҫ ҡыҙҙары әйҙәгәс, ҡыҙыҡ өсөн генә сәнғәт училищеһының актерҙар әҙерләү бүлегенә имтихан тотоп ҡарай. Һәм, ни ғәжәп, актриса карьераһы хаҡында хыялланған, һынауҙарға етди әҙерләнгән ҡыҙҙар конкурстан үтә алмай ҡала, ә Наилә һис ауырлыҡһыҙ студент булып китә. Уҡыуҙар башлана. Һәм уларҙы йыш ҡына радио-телевидениеға балалар өсөн тәғәйенләнгән тапшырыуҙар яҙҙырырға, шиғырҙар уҡырға саҡыралар. 60-сы йылдарҙа төшөрөлгән ул яҙмалар әле лә һаҡланған. Күптән түгел шуларҙы фондтан табып алып, коллегалары Наилә апайҙы ҡыҙ фамилияһы буйынса таный алмай, кем әле был, тип баш ватҡан икән. Партнеры, курсташы Рифҡәт Исрафиловты беләләр, Ә Наилә Фазылова хаҡында ишеткәндәре лә юҡ. Һуңынан, тауышын тыңлап ҡарағас, үҙебеҙҙең Наилә апайыбыҙ ҙа һуң, тип ҡыуанышҡандар, ти.
Йәш кенә ҡыҙ баланың һәләтен күрептер инде, ул саҡтағы етәкселәр уҡып бөткәс, беҙгә эшкә килерһең, тип ҡолағына төшөрөп ҡуя. Ә Наилә уңайһыҙланып, ни әйтергә лә белмәй: “Ярай, уйлап ҡарармын”, – тип кенә яуаплай. Бына уларҙың диплом спектаклдәрен уйнар мәле етә. Уҡыуҙар тамамлана. Ҡулдарына таныҡлыҡ алған профессиональ актерҙар кемебеҙҙе ниндәй театрға эшкә тәғәйенләрҙәр икән, тип көтә башлай. Бер көндө уларҙың һәммәһен дә мәҙәниәт министрлығына саҡырып, әлегә театрҙарҙа буш урындар булмауын, күпмелер ваҡыт көтөргә кәрәклеген еткерәләр ҙә: “Тик бына Наилә Фазыловаға ғына бөгөндән эш бар, уны радиоға диктор итеп саҡыралар”, – тиҙәр. Бәлки, театрҙа ла эш табылыр ине тип уйлаған ҡыҙ йәнә ҡаушап ҡала ла, ни ҡылырға белмәй, ауылға ҡайтып китә. Күпмелер ваҡыт үткәс, уны эҙләп табып, барыбер радиоға саҡыртып алалар. Шулай итеп, 65-се йылдың май айында Наилә Ғәләүетднованың эш стажы башланып китә. Ә башҡа курсташтарының кемеһелер – Салауат, кемеһелер Сибай драма театрына ебәрелә. Нурия Ирсаева Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрына алына. Әйткәндәй, бер ни тиклем ваҡыттан һуң Наилә Ғәләүетдинованы ла республиканың төп театрына эшкә саҡырылар. Театрҙың ул саҡтағы дирекоры Фәиз Вәхитов: “Һиңә эш бар, туғаным, әйҙә, беҙгә кил”, – тип тәҡдим итә. Наилә был тәҡдимгә ҡыуана. Ғариза яҙалар ҙа бергәләшеп радиокомитет председателе Ғариф Ғөзәировҡа инәләр. Ә етәксе кеше ишетергә лә теләмәй, бер ҡайҙа ла бармайһың, үҙебеҙә ҡалаһың, тип ғаризаны йыртып ташлай ҙа йәш дикторға эшен дауам итергә ҡуша. Ә театр директорына: “Башҡа ундай тәҡдимдәр менән беҙҙең кадрҙың башын ҡатырмағыҙ, ул – үҙ урынанда”, – тип кенә яуаплай. Шулай итеп, Наилә башҡа театр тип ауыҙын да асмай. Әммә яҙмышының уны тап ошо юлдан алып китеүенә һис тә үкенмәй.
“Ни тиһәң дә, актриса эше ҡатын-ҡыҙ өсөн ауырыраҡ бирелә торғандыр, бында һүҙ ролдәр ижад итеү хаҡында ғына бармай, яңғыҙ саҡта илһамланып эшләрһең дә, ә бына тормошҡа сыҡҡас, әсәй булғас, ни ҡылырһың?! Ысынлап та, Мансур ағайығыҙ минең театрҙа эшләүемә, моғайын, ҡаршы булыр ине”, – ти ул.
Әммә бында ла ал-ял белмәй хеҙмәт итә Наилә. Коллективтың иң йәш ағзаһы булғанғалыр, уны барыһы ла “ҡыҙым” тип кенә йөрөтә. Ғәлимнур Бикбулатов, Йәмилә Халикова, Рәсимә Кәримова, Фәрит Бикбулатов, Марат Рафиҡов, Рифҡәт Фәйзи, Фәиз Вәхитов, Наил Тибеев, Әхмәт Яҡупов, Рәшит Хәсәйенов, Роза Бикбовалар һ.б. менән эшләй ул.
“Ярай әле хәҙер бөтөнләй башҡа шарттар. Эш өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Заманса техника, аппаратуралар. Күп тапшырыуҙарҙы авторҙар үҙҙәре алып бара. Ә ул саҡта тапшырыуҙар саманан тыш күп ине. Бер туҡтауһыҙ яҙылабыҙ. Ғүмер буйы радиола штатта торһам да, телевидениела ла текстар уҡыным. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, авторҙар студия янында сиратҡа баҫып көтөп тора ине. Ҡайһы берҙәре яттан һөйләүҙе талап итә. Байрам тапшырыуҙары, Яңы йыл концерттары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Һәммәһе лә тура эфирҙа үтә. Барыһына ла нисек өлгөргәнбеҙҙер”, – тип ғәжәлнәнә хәҙер Наилә Ғизетдин ҡыҙы.
Бер йыл эшләгәндән һуң кейәүгә сыға Наилә. Тормош иптәше Кушнарен районы егете ғүмере буйы нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендә эшләгән Мансур ағай менән кинотеарҙа танышалар. Һары сәсле, зәңгәр күҙле татар егете һылыу башҡорт ҡыҙына тәү күреүҙән ғашиҡ була. Наилә лә уның тырышлығына, аҡылына, намыҫлы булыуына һоҡлана. Улар араһында оло мөхәббәт тойғоһо ҡабына. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй. Туйҙары “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы ресторанында үтә. Эштәге бер-ике әхирәтенә генә әйтә лә етәкселәренә тормошҡа сығыуы хаҡында хәбәр итергә лә, уларҙы туй тантанаһына саҡырырға ла уңайһыҙлана ҡыҙ бала. Һуңынан Ғариф Ғөзәиров, уны яҡын күрептер инде: “Эх, Наилә, атайыңды ла туйыңа саҡырмағас инде”, – үпкәләберәк тә йөрөй.
Йәш парҙың һөйөү емеше булып бер-бер артлы ике ҡыҙҙары донъяға килә. Әммә Наилә Ғәләүетдиноваға иркенләп декрет отпускында ултырыу мөкинлеге лә тәтемәй. Авторҙар: “Наилә, был тапшырыуҙы һинең өсөн генә яҙҙым, зинһар, уҡы инде”, – тип өйөнә үк килеп етә. Ярай әле ундай саҡтарҙа ҡәйнәһе ейәнсәрҙәрен ҡарарға ярҙам итә.
Дауамы "Шоңҡар" журналының ғинуар һанында...
Читайте нас: