Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Барсынһылыу
14 Май 2020, 12:30

Мең балҡышлы яҙмыш

Талантлы актриса Сара Буранбаева менән академтеатрҙың грим бүлмәләренең береһендә осраштыҡ. “Һылыуым, күлдәгең ҡайһылай матур, күренеп тора – махсус тегелгән, ә беҙ, актрисалар, көндөҙ репетицияла йөрөп, тышҡы ҡиәфәткә әллә ни иғтибар бүлә алмайбыҙ шул”,– тип ҡаршыланы ул мине.– Рәхмәт. Уның ҡарауы, киске тамашалар мәлендә һеҙҙән ҡарашты айырып булмай, – тим әңгәмәсемдең һис ниндәй буяуһыҙ ҙа һылыу, нурлы йөҙөнә, мөләйемлегенә, ихласлығына һоҡланып. – Бөгөнгө һөйләшеү мәлендә һеҙҙең портретығыҙҙы тыуҙырыу талап ителер. Үҙегеҙҙең ярҙам менән, әлбиттә… Актрисаның илһамлы мәле …Күреп, һиҙеп, тойоп торам, актрисаның илһамлы, башкөллө эшкә сумған бәхетле сағы. Ысынлап та, бер нисә көн элек кенә яңы роль алған икән. Алексей Германдың “Ғәфү ит” тип исемләнгән мелодрамаһында (режиссеры – театрҙың художество етәксеһе Олег Закир улы Ханов) Таңһылыу образын тыуҙырасаҡ ул. Һәм бөгөнгә уның төп маҡсаты – режиссер менән берлектә, үҙе һынландырасаҡ героиняның күңел кисерештәрен, авторҙың шул образ аша еткерергә теләгән ниәтен тотоп алып, төплө үҙләштереп, психологик анализ яһап, тамашасы иғтибарын яулап, хәтергә һеңеп ҡалырлыҡ сағыу роль ижад итеү. Быныһы иһә һәр актер өсөн индивидуаль процесс.– Әленән-әле күңелдә ижадҡа ҡарата булған мөнәсәбәт менән ризыһыҙлыҡ та тыуып ҡуя. Роль өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләү мөмкинлеге тәтемәй шул, – тине ул ошо хаҡта һүҙ сыҡҡас, ҡулындағы сценарийҙы ситкәрәк алып ҡуйып. – Ғаиләне лә иғтибарһыҙ ҡалдырғы килмәй, мең төрлө төҫ менән балҡыған тормошта ҡайнап йәшәргә, бар ергә лә өлгөрөргә, үҙебеҙҙе башҡа йүнәлештәрҙә лә һынап ҡарарға, раҫларға тырышабыҙ. Һәм был, әлбиттә, һөнәргә зыян килтерәлер. Эйе, заманында ғаилә ҡороуҙан да баш тартып, бары театр тип кенә йәшәгән актрисалар булған. Улар, һис шикһеҙ, беҙгә ҡарағанда күберәк һөҙөмтәләргә өлгәшкәндер (быны актрисаның ғаиләле тормошо өсөн үкенеүе тип ҡабул итә күрмәгеҙ. Сара Буранбаева – иҫ киткес бәхетле әсә һәм ир ҡатыны. Был хаҡта түбәндәрәк яҙылыр әле – авт.). Театр тупһаһын аша атлап сығып киткәс тә, роль хаҡында бөтөнләй онотҡан актер юҡтыр ул. Өйгә ҡайтҡас, бик тырышһаң, ҡәҙимге тормош мәшәҡәттәренән арынып, ижадҡа күпмелер ваҡыт бүләһең инде. Кире осраҡта, һин киләһе репетицияға әҙер түгел, тигән һүҙ… Тәмлетамаҡтан – ТәңкәбикәгәсәИжад кешеләре үҙҙәренә ни тиклем талапсаныраҡ булһа, эш һөҙөмтәһе менән шул саҡлы ҡәнәғәтһеҙерәк һымаҡ тойола миңә. Үкенеү белдереүенә ҡарамаҫтан, Сара Буранбаеваның еңел-елпелекте үҙ итмәүен, тыуҙырған һәр роленән һуң юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелә барыуын күҙ уңында тотоуым.Башҡорт дәүләт академия драма театрына Азат Йыһаншин, Гөлфиә Рафиҡовалар менән бергә 1998 йылда килә актриса. Уға тиклем байтаҡ ваҡыт йәш тамашасы (хәҙер Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры) театрында хеҙмәт итеп, ярайһы ҙур тәжрибә тупларға өлгәргән була улар. Әйткәндәй, студент сағында Сара Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған спектаклдәрҙә күмәк сәхнәлә ҡатнаша. Һәм бер мәлде театрҙың ул мәлдәге баш режиссеры Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов уҡып йөрөүсе йәштәрҙе 50 көнлөк йәйге гастролдәргә алып сығып китә. Улар араһында III курсты тамамлаған Сара Буранбаева ла була. “Ҡыйыулыҡ етмәгәндерме, баҙнатһыҙлығым ҡамасаулағандырмы, өлкән, тәжрибәле актерҙар менән бер ҡатарҙан уйнау ҡурҡыуға һалғандырмы, шул саҡта ошонда төпләнеп ҡалыу, етәкселәргә эш һорап мөрәжәт итеү хаҡында уйлап та ҡарамағанмын. Ә бөгөнгө студенттар араһында мотлаҡ академтеатрҙа хеҙмәт юлын башлау тураһында хыялланмағандар юҡтыр ҙа, моғайын”, – ти актриса. Әммә ижади яҙмышының тап шул рәүешле үҫешеүенә үкенмәй. Ролдәрҙең төрлөһө була. Уларҙы ҙурына-бәләкәйенә, ыңғайына-тиҫкәреһенә айырмай, яратып, күңел һалып, еренә еткереп башҡара ул. Йәш тамашасы театрында сәхнәләштерелгән “Ауыл эте Аҡбай” әкиәтендәге Тәмлетамаҡтан башлаған ижад тора-бара Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһындағы Тәңкәбикә образы бейеклегенә саҡлы күтәрелә. Улар араһында береһенән-береһе үҙенсәлекле бихисап сағыу ролдәр тыуҙырыу бәхете йылмая уға.Академтеатрға килгәндә йәп-йәш героиняларҙы уйнау осоро уҙып барған сағы була Сараның. Һәр нәмәне аңлап ҡабул итергә өйрәнгән актриса ул йәһәттән бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар кисермәй. Һәүетемсә генә өлкәнерәк йәштәге гүзәл зат яҙмыштарын һынландырыуға күсә. Флорид Бүләковтың “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” әҫәрендәге ире Вьетнам һуғышында үлеп ҡалған ҡатын образын тыуҙырыуҙан башлана ижадының был осоро. Һуңғараҡ иһә, Айрат Әхмәт улы Абушахманов “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тан Аҡйондоҙҙо биргәс, ниңәлер мөхәббәт уйнауҙы ҡабул итә алмай. Һәм дүрт йыл самаһы ул ролде башҡармай йөрөй.Ижад иткән һәр образы ҡәҙерле актрисаға. Шулай ҙа эш мәлендә ваҡыты-ваҡыты менән үҙеңде көрсөккә барып терәлгәндәй тояһың һәм ниндәйҙер хәл-ваҡиға яңы һулыш бөркә, һине юғарыраҡ кимәлгә күтәреүгә булышлыҡ итә. Сара ла кисерә ундай саҡтарҙы. Ошо мәлдә күңел торошома нәҡ шул роль тура килер ине, тигәндә рухи халәтеңә, булмышыңа ят образ тәҡдим итеүҙәр, йәки тормош мәшәҡәттәре баҫып, ниндәйҙер тетрәнеүҙәр кисереп, сәхнәгә сығырға әҙер булмау, икеләнеүҙәр һәм башҡалар. Иртәме-һуңмы һәр актерҙың күңеленән үтә торған тойғоларҙыр былар. Байтаҡ йылдар элек Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнәләштерелгән “Ғүмер алда әле” (авторы – Урал Ғәлиев, режиссеры – Мәсәлим Ҡулбаев) спектаклендәге ҙур драматик ролде сығарыу Сараны шундайыраҡ көрсөктән ҡотолдора үҙ көсөнә нығыраҡ инандыра. Артабан тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар менән янып эшләүен дауам итә ул.Ә инде Тәңкәбикә роле бирелгәс, һәм был хаҡта ярты йыл алдан әйтелгәс, Сара ҡурҡыуға ҡала. “Уға ике ҡуллап йәбешмәгән актрисаны күҙ алдына килтереп булмай. Был образды ижад итеүгә ҙур яуаплылыҡ менән тотонаһың. Минең менән дә шундай уҡ хәл булды”, – ти Сара. Айрат Әхтәм улының талапсанлығы, актерҙарҙың режиссерға ышаныуы һәм үҙҙәренең тырышлығы һөҙөмтәһендә ижади төркөм спектаклде дүрт ай эсендә әҙерләп сәхнәгә сығарыуға өлгәшә. Премьера алдынан Сараға әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә тура килә. Ҡайҙа ғына барһа ла, роль хаҡындағы уйҙар оҙатып йөрөй уны. Театрҙы өйөнә алып ҡайтмайынса сараһы ҡалмай актрисаның. “Премьера үткәс тә төнөн ирәүенләп йоҡлап китә алмайһың, организм ҡуҙғыған була. Шулай күнегелгән инде. Әммә ролде тейешле кимәлгә еткергәс, бер аҙ тынысланаһың да күпмелер ваҡыт һәүетемсә генә йәшәп алаһың, унан өр-яңы көс туплап, йәнә илһамланып эшкә тотонаһың”, – ти ул. Тәлиғә Бикташева алҡалары“Театр өлкәһендә кемде үҙегеҙҙең остазығыҙ тип әйтә алаһығыҙ?” –тигән һорауға Сара: “Һис шикһеҙ, Гөлли Арыҫлан ҡыҙын”, – тип яуапланы. Ысынлап та, заманында уға ошо данлыҡлы актрисанан “Сәхнә теле” дәресен үҙләштерергә насип була. Һәм театрға эшкә килгәс тә Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова уны иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Остаз менән уҡыусыға бер нисә спектаклдә партнер булараҡ та осрашырға тура килә. Сара Буранбаеваға был икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Һәр саҡ маҡтау һүҙҙәре генә яңғыратып тормай талапсан холоҡло Гөлли Арыҫлан ҡыҙы, кәрәк саҡта тәнҡитләп тә ала, кәңәштәре, теләктәре менән дә ярҙам итә. Остазының, мәле тура килгән һайын: “Мин һиңә ышанам, ҡыҙыҡай”, тип ҡабатлауы йәш актриса өсөн тәрән мәғәнәгә эйә була. Уны яңы ижади үрҙәргә этәрә.Ышанысын аҡлағандыр уҡыусыһы. Үҙенең 70 йәшлек юбилей тантанаһын үткәргән көндө, уның бик күп йылдар элек башҡорт театр сәнғәтендә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған талантлы актриса Тәлиғә Бикташева тарафынан үҙенә бүләккә тип бирелгән көмөш ялатылып эшләнгән тәңкәле алҡаларын ҡолаҡтарынан һалдырып, Сара Буранбаеваға васыят итеп тапшырыуы осраҡлы түгел. Гөлли Арыҫлан ҡыҙына өлкән коллегаһы уларҙы яңы ғына ГИТИС-ты тамамлап ҡайтып, “Ай тотолған төндә” трагедияһындағы Шәфәҡ образын тыуҙырғандан һуң һис ниндәй тантанаһыҙ ғына, грим бүлмәһенә килеп, ижади уңыштар теләп ҡалдырып китә. Ҡыуанып ҡабул итә актриса бүләкте. Шәфәҡте, Гөлнәзирәне, Тәңкәбикәне уйнағанда сәхнәгә шуларҙы тағып сығыр була. “Өлкәнәйгәс, мин дә яҡын күргән, ҙур өмөттәр бағлаған коллегама тапшырырмын уларҙы”, тип уйлай йәш Гөлли. Һәм йылдар үткәс ошо үҙенсәлекле бүләге менән юбилей кисәһендә матур бер традицияға нигеҙ һала. Кем белә, бәлки, ул алҡаларҙың яңы хужибикәһе Сара Буранбаева ла, мәле еткәс уны кемгә бирәсәге хаҡында хәҙерҙән үк уйлап ҡуйғандыр… Сәнғәткә аяҡ баҫҡан мәлӘбйәлил һылыуы Сара. Ким Әхмәтйәнов, Рамаҙан Өмөтбаев, Рәмил Ҡолдәүләт кеүек күренекле шәхестәр донъяға тәү ауаз һалған Әлмөхәмәт ауылынан.Әсәһенең йыр-моңға әүәҫлеген, нәфис һүҙгә оҫталығын, тапҡырлығын, ғүмер буйы етәксе вазифалар башҡарыусы атаһының тәрән аҡылын, талапсанлығын күңеленә һеңдереп үҫә буласаҡ актриса. Әммә һөнәренә бала саҡтан уҡ хыялланып түгел, ә осраҡлы рәүештә килә. Шулай ҙа Әлмөхәмәттә Сибай театры спектакль ҡуйып китһә, йәки телевизорҙан ниндәй ҙә булһа тетрәндергес фильм ҡараһа, фантазияға бирелә. Ләкин сәнғәт донъяһы уның өсөн буй етмәҫлек бейеклек төҫлө тойола. Заманында табип һөнәрен үҙләштерергә теләгән Сара үҙен театр өлкәһендә күрмәй. Хәҙер ул быны баҙнатһыҙлығы менән аңлата. “Ысынлап та, мәктәптә уҡыған саҡта һәм сәнғәт институтында белем алыуҙың тәүге йылдарында арала минән дә ҡыйыуһыҙыраҡ кеше булмағандыр. Әммә I курсты тамамлағандан һуң, һөнәри күрһәткестәрем буйынса иң һуңғылар рәтендә икәнлегемде аңлағас, миндә сәм уянды, булдыра алам, тип асырғанып тотондом. Холҡомдоң ошо һыҙаты актриса булараҡ үҫешергә ярҙам итте. II курсты инде “бишле”гә генә тамамланым”, – тип хәтерләй Сара сәнғәткә тәү аяҡ баҫҡан мәлен. Юбилярға һоҡланмай тороп, уның ижад кисәһен алып барып булмайСара Буранбаева үҙен кино өлкәһендә һынап ҡарап, сәнғәттең был төрөндә лә уңыш ҡаҙанған актриса. Бынан тыш уны төрлө концерттарҙа, ижад кисәләрендә конферансье булараҡ та күрергә күнеккәнбеҙ. Йәштәр театрында эшләгән осоронда коллективтың художество етәксеһе Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғолов йәлеп итә йәш актрисаны был йүнәлешкә. Шул йылдарҙа уҡ улар Фирҙәт Ғәлиев менән берлектә хөкүмәт кимәлендәге концерттарҙы алып бара башлай. Бөгөн дә бик теләп, яратып башҡара Сара ул эште. Сәхнәлә һәр һүҙҙе йөрәге аша үткәреп, һәр һөйләмдең тәмен тойоп сығыш яһай. Бигерәк тә ижад кисәләрен алып барыу оҡшай уға. Юбилярҙың ижадын белмәй, уға ысын мәғәнәһендә һоҡланмай, әҫәрҙәренә күҙ һалмай, ниндәйҙер һығымталар яһамай тороп, сәхнәгә сығып баҫҡаны ла юҡ икән уның. Ә инде театрҙағы концерттарҙы, ҡулына сценарий тотторһалар ҙа, үҙенсә алып барырға күнеккән. Һәр актриса әсә булырға тейешНиһайәт, Сараның шәхси тормошо хаҡында ла һүҙ йөрөтөргә ваҡыт еткәндер. Бынан 18 йыл элек талантлы бейеүсе Филүс Ҡаҙаҡбаев менән тормош ҡороп, бөгөн дә татыу ғүмер кисерә улар. Ғаиләләрендә Рамаҙан атлы батыр ҙа, матур ҙа егет үҫә. Ул Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында беренсе класта уҡып йөрөй.– Һәр актриса әсә булырға тейеш, – ти Сара. – Шунһыҙ ҡатын-ҡыҙҙың рухи булмышы асылмай. Хәҙер шуны аңланым – әсәлек тойғоһон, балаға ҡарата булған иң оло мөхәббәтте татып ҡарамаған актрисаға сәхнәлә ниндәйҙер юғары талаптар ҡуйыуҙан фәтүә лә юҡтыр ул. Үҙ йөрәгеңдән үткәрмәгән тойғоларҙы ышандырырлыҡ итеп сағылдырыуға өлгәшеү ауырҙыр. Кемдең нисектер, әммә үҙемә ҡарата шуларҙы әйтә алам: сабыйым донъяға килгәс, гүйә, офоғом киңәйҙе, тормош хаҡында тәрәнерәк уйҙарға бирелә, бейегерәк һәм алыҫыраҡ китеп фекерләй башланым. Күңелемдә улыма ҡарата яралған хис-тойғоларҙы сәхнәлә лә сағылдыра алам. Тормошто яңынан ҡайтарыу мөмкинлеге булһа, әлбиттә, бер генә бала менән сикләнмәҫ, өсәүҙе-дүртәүҙе табыр инем. Шуныһы бер аҙ үкендерә, әммә хәҙер һуң инде…Сараның эшкә мөкиббән бирелеп, әсәлек бәхетен татыуҙы кисектерә килеүе ғаиләлә алған тәрбиәгә лә бәйлелер. Атаһы ҡасандыр: “Ҡыҙым, мотлаҡ рәүештә юғары белем ал, ләкин уҡып сыҡҡас шул һөнәрҙә кеше булмайынса ғаилә ҡорма”, – тип кәңәш итә уға. “Атай мәрхүм беҙҙең өсөн авторитет ине. Уның һүҙен һанламауҙы яҙыҡ тип иҫәпләнек. Студент саҡта хатта йөрөгән егеттәрем дә булманы. Һәм, ғөмүмән, ул хаҡта уйламаным да. Театрға килгәс, мин ике ҡуллап, атайым әйтмешләй, һайлаған һөнәремдә кеше булайым, ниндәйҙер баҫҡыстарға күтәреләйем, тип тырыштым. Аҙағыраҡ ғаилә ҡороп, йылдар үткәс кенә бала табырға тура килде инде. Һуңлап ҡына әсәй булғанғамы, барыһын да эске һиҙемләү тойғоһо буйынса башҡарҙым, бер ваҡытта ла бала ҡараусы алманым, сабыйымды оҙаҡ күкрәктән ташлатманым. Ике йәш ярымлыҡ булғансы имеҙҙем. Шулай кәрәк, тип таптым. Үрҙә әйтеп үтеүемсә, роль эшләгәндә ғаиләгә иғтибар кәмей, әлбиттә. Шулай ҙа ундай мәлдәрҙә лә үҙ бурыстарыма ҡул һелтәп ҡуймайым. Өйҙә ҡоймаҡ еҫе сыҡмай торһа, йорттоң йәме киткәндәй тойола башлай. Шуға ла ғәзиз кешеләремде күңел йылымды һалып әҙерләгән ризыҡтар менән генә һыйларға күнеккәнмен. Малайыма китаптар уҡырға, уның менән дәрес әҙерләргә лә ваҡыт табам. Ә ул мәктәптән ҡырҡ төрлө һорау менән ҡайта. Беренсе класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, ул ғашиҡ инде: тәүге көндә үк синыфындағы һылыу ғына бер ҡыҙға күҙе төшөүе хаҡында әйтте. Башта атаһы менән аптырап ҡалдыҡ, беҙ малайҙы уҡырға биргәйнек шикелле, тип шаяртып та алдыҡ, һуңынан, үҙебеҙҙең бала саҡты хәтергә төшөрөп көлөштөк тә, шулай булырға тейештер инде, тимәк, бөтәһе лә һәйбәт, тигән һығымтаға килдек”, – тип ҡыуана-ҡыуана уй-хистәре менән уртаҡлашты әсәй кеше. Тап ошо мәлдә грим бүлмәһенә актрисаның тормош иптәше менән улы килеп инде. Ғаилә ағзалары теүәлләнеп, өйгә ҡайтыр мәл еткән булғандыр, күрәһең. Беҙ иһә сәғәттән ашыу һөйләшеп ташлағанбыҙ икән, шуға ла әңгәмәсемде башҡаса тотҡарларға иҫәбем юҡ ине. Күңелдә мең балҡышлы яҙмыш хужабикәһенең портреты ярала башлағайны инде… Гөлшат Ҡаһарманова.

Талантлы актриса Сара Буранбаева менән академтеатрҙың грим бүлмәләренең береһендә осраштыҡ. “Һылыуым, күлдәгең ҡайһылай матур, күренеп тора – махсус тегелгән, ә беҙ, актрисалар, көндөҙ репетицияла йөрөп, тышҡы ҡиәфәткә әллә ни иғтибар бүлә алмайбыҙ шул”,– тип ҡаршыланы ул мине.
– Рәхмәт. Уның ҡарауы, киске тамашалар мәлендә һеҙҙән ҡарашты айырып булмай, – тим әңгәмәсемдең һис ниндәй буяуһыҙ ҙа һылыу, нурлы йөҙөнә, мөләйемлегенә, ихласлығына һоҡланып. – Бөгөнгө һөйләшеү мәлендә һеҙҙең портретығыҙҙы тыуҙырыу талап ителер. Үҙегеҙҙең ярҙам менән, әлбиттә…
Актрисаның илһамлы мәле
…Күреп, һиҙеп, тойоп торам, актрисаның илһамлы, башкөллө эшкә сумған бәхетле сағы. Ысынлап та, бер нисә көн элек кенә яңы роль алған икән. Алексей Германдың “Ғәфү ит” тип исемләнгән мелодрамаһында (режиссеры – театрҙың художество етәксеһе Олег Закир улы Ханов) Таңһылыу образын тыуҙырасаҡ ул. Һәм бөгөнгә уның төп маҡсаты – режиссер менән берлектә, үҙе һынландырасаҡ героиняның күңел кисерештәрен, авторҙың шул образ аша еткерергә теләгән ниәтен тотоп алып, төплө үҙләштереп, психологик анализ яһап, тамашасы иғтибарын яулап, хәтергә һеңеп ҡалырлыҡ сағыу роль ижад итеү. Быныһы иһә һәр актер өсөн индивидуаль процесс.
– Әленән-әле күңелдә ижадҡа ҡарата булған мөнәсәбәт менән ризыһыҙлыҡ та тыуып ҡуя. Роль өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләү мөмкинлеге тәтемәй шул, – тине ул ошо хаҡта һүҙ сыҡҡас, ҡулындағы сценарийҙы ситкәрәк алып ҡуйып. – Ғаиләне лә иғтибарһыҙ ҡалдырғы килмәй, мең төрлө төҫ менән балҡыған тормошта ҡайнап йәшәргә, бар ергә лә өлгөрөргә, үҙебеҙҙе башҡа йүнәлештәрҙә лә һынап ҡарарға, раҫларға тырышабыҙ. Һәм был, әлбиттә, һөнәргә зыян килтерәлер. Эйе, заманында ғаилә ҡороуҙан да баш тартып, бары театр тип кенә йәшәгән актрисалар булған. Улар, һис шикһеҙ, беҙгә ҡарағанда күберәк һөҙөмтәләргә өлгәшкәндер (быны актрисаның ғаиләле тормошо өсөн үкенеүе тип ҡабул итә күрмәгеҙ. Сара Буранбаева – иҫ киткес бәхетле әсә һәм ир ҡатыны. Был хаҡта түбәндәрәк яҙылыр әле – авт.). Театр тупһаһын аша атлап сығып киткәс тә, роль хаҡында бөтөнләй онотҡан актер юҡтыр ул. Өйгә ҡайтҡас, бик тырышһаң, ҡәҙимге тормош мәшәҡәттәренән арынып, ижадҡа күпмелер ваҡыт бүләһең инде. Кире осраҡта, һин киләһе репетицияға әҙер түгел, тигән һүҙ…
Тәмлетамаҡтан – Тәңкәбикәгәсә
Ижад кешеләре үҙҙәренә ни тиклем талапсаныраҡ булһа, эш һөҙөмтәһе менән шул саҡлы ҡәнәғәтһеҙерәк һымаҡ тойола миңә. Үкенеү белдереүенә ҡарамаҫтан, Сара Буранбаеваның еңел-елпелекте үҙ итмәүен, тыуҙырған һәр роленән һуң юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелә барыуын күҙ уңында тотоуым.
Башҡорт дәүләт академия драма театрына Азат Йыһаншин, Гөлфиә Рафиҡовалар менән бергә 1998 йылда килә актриса. Уға тиклем байтаҡ ваҡыт йәш тамашасы (хәҙер Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры) театрында хеҙмәт итеп, ярайһы ҙур тәжрибә тупларға өлгәргән була улар. Әйткәндәй, студент сағында Сара Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған спектаклдәрҙә күмәк сәхнәлә ҡатнаша. Һәм бер мәлде театрҙың ул мәлдәге баш режиссеры Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов уҡып йөрөүсе йәштәрҙе 50 көнлөк йәйге гастролдәргә алып сығып китә. Улар араһында III курсты тамамлаған Сара Буранбаева ла була. “Ҡыйыулыҡ етмәгәндерме, баҙнатһыҙлығым ҡамасаулағандырмы, өлкән, тәжрибәле актерҙар менән бер ҡатарҙан уйнау ҡурҡыуға һалғандырмы, шул саҡта ошонда төпләнеп ҡалыу, етәкселәргә эш һорап мөрәжәт итеү хаҡында уйлап та ҡарамағанмын. Ә бөгөнгө студенттар араһында мотлаҡ академтеатрҙа хеҙмәт юлын башлау тураһында хыялланмағандар юҡтыр ҙа, моғайын”, – ти актриса. Әммә ижади яҙмышының тап шул рәүешле үҫешеүенә үкенмәй. Ролдәрҙең төрлөһө була. Уларҙы ҙурына-бәләкәйенә, ыңғайына-тиҫкәреһенә айырмай, яратып, күңел һалып, еренә еткереп башҡара ул. Йәш тамашасы театрында сәхнәләштерелгән “Ауыл эте Аҡбай” әкиәтендәге Тәмлетамаҡтан башлаған ижад тора-бара Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһындағы Тәңкәбикә образы бейеклегенә саҡлы күтәрелә. Улар араһында береһенән-береһе үҙенсәлекле бихисап сағыу ролдәр тыуҙырыу бәхете йылмая уға.
Академтеатрға килгәндә йәп-йәш героиняларҙы уйнау осоро уҙып барған сағы була Сараның. Һәр нәмәне аңлап ҡабул итергә өйрәнгән актриса ул йәһәттән бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар кисермәй. Һәүетемсә генә өлкәнерәк йәштәге гүзәл зат яҙмыштарын һынландырыуға күсә. Флорид Бүләковтың “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” әҫәрендәге ире Вьетнам һуғышында үлеп ҡалған ҡатын образын тыуҙырыуҙан башлана ижадының был осоро. Һуңғараҡ иһә, Айрат Әхмәт улы Абушахманов “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тан Аҡйондоҙҙо биргәс, ниңәлер мөхәббәт уйнауҙы ҡабул итә алмай. Һәм дүрт йыл самаһы ул ролде башҡармай йөрөй.
Ижад иткән һәр образы ҡәҙерле актрисаға. Шулай ҙа эш мәлендә ваҡыты-ваҡыты менән үҙеңде көрсөккә барып терәлгәндәй тояһың һәм ниндәйҙер хәл-ваҡиға яңы һулыш бөркә, һине юғарыраҡ кимәлгә күтәреүгә булышлыҡ итә. Сара ла кисерә ундай саҡтарҙы. Ошо мәлдә күңел торошома нәҡ шул роль тура килер ине, тигәндә рухи халәтеңә, булмышыңа ят образ тәҡдим итеүҙәр, йәки тормош мәшәҡәттәре баҫып, ниндәйҙер тетрәнеүҙәр кисереп, сәхнәгә сығырға әҙер булмау, икеләнеүҙәр һәм башҡалар. Иртәме-һуңмы һәр актерҙың күңеленән үтә торған тойғоларҙыр былар. Байтаҡ йылдар элек Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнәләштерелгән “Ғүмер алда әле” (авторы – Урал Ғәлиев, режиссеры – Мәсәлим Ҡулбаев) спектаклендәге ҙур драматик ролде сығарыу Сараны шундайыраҡ көрсөктән ҡотолдора үҙ көсөнә нығыраҡ инандыра. Артабан тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар менән янып эшләүен дауам итә ул.
Ә инде Тәңкәбикә роле бирелгәс, һәм был хаҡта ярты йыл алдан әйтелгәс, Сара ҡурҡыуға ҡала. “Уға ике ҡуллап йәбешмәгән актрисаны күҙ алдына килтереп булмай. Был образды ижад итеүгә ҙур яуаплылыҡ менән тотонаһың. Минең менән дә шундай уҡ хәл булды”, – ти Сара. Айрат Әхтәм улының талапсанлығы, актерҙарҙың режиссерға ышаныуы һәм үҙҙәренең тырышлығы һөҙөмтәһендә ижади төркөм спектаклде дүрт ай эсендә әҙерләп сәхнәгә сығарыуға өлгәшә. Премьера алдынан Сараға әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә тура килә. Ҡайҙа ғына барһа ла, роль хаҡындағы уйҙар оҙатып йөрөй уны. Театрҙы өйөнә алып ҡайтмайынса сараһы ҡалмай актрисаның. “Премьера үткәс тә төнөн ирәүенләп йоҡлап китә алмайһың, организм ҡуҙғыған була. Шулай күнегелгән инде. Әммә ролде тейешле кимәлгә еткергәс, бер аҙ тынысланаһың да күпмелер ваҡыт һәүетемсә генә йәшәп алаһың, унан өр-яңы көс туплап, йәнә илһамланып эшкә тотонаһың”, – ти ул.
Тәлиғә Бикташева алҡалары
“Театр өлкәһендә кемде үҙегеҙҙең остазығыҙ тип әйтә алаһығыҙ?” –тигән һорауға Сара: “Һис шикһеҙ, Гөлли Арыҫлан ҡыҙын”, – тип яуапланы. Ысынлап та, заманында уға ошо данлыҡлы актрисанан “Сәхнә теле” дәресен үҙләштерергә насип була. Һәм театрға эшкә килгәс тә Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова уны иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Остаз менән уҡыусыға бер нисә спектаклдә партнер булараҡ та осрашырға тура килә. Сара Буранбаеваға был икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Һәр саҡ маҡтау һүҙҙәре генә яңғыратып тормай талапсан холоҡло Гөлли Арыҫлан ҡыҙы, кәрәк саҡта тәнҡитләп тә ала, кәңәштәре, теләктәре менән дә ярҙам итә. Остазының, мәле тура килгән һайын: “Мин һиңә ышанам, ҡыҙыҡай”, тип ҡабатлауы йәш актриса өсөн тәрән мәғәнәгә эйә була. Уны яңы ижади үрҙәргә этәрә.
Ышанысын аҡлағандыр уҡыусыһы. Үҙенең 70 йәшлек юбилей тантанаһын үткәргән көндө, уның бик күп йылдар элек башҡорт театр сәнғәтендә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған талантлы актриса Тәлиғә Бикташева тарафынан үҙенә бүләккә тип бирелгән көмөш ялатылып эшләнгән тәңкәле алҡаларын ҡолаҡтарынан һалдырып, Сара Буранбаеваға васыят итеп тапшырыуы осраҡлы түгел. Гөлли Арыҫлан ҡыҙына өлкән коллегаһы уларҙы яңы ғына ГИТИС-ты тамамлап ҡайтып, “Ай тотолған төндә” трагедияһындағы Шәфәҡ образын тыуҙырғандан һуң һис ниндәй тантанаһыҙ ғына, грим бүлмәһенә килеп, ижади уңыштар теләп ҡалдырып китә. Ҡыуанып ҡабул итә актриса бүләкте. Шәфәҡте, Гөлнәзирәне, Тәңкәбикәне уйнағанда сәхнәгә шуларҙы тағып сығыр була. “Өлкәнәйгәс, мин дә яҡын күргән, ҙур өмөттәр бағлаған коллегама тапшырырмын уларҙы”, тип уйлай йәш Гөлли. Һәм йылдар үткәс ошо үҙенсәлекле бүләге менән юбилей кисәһендә матур бер традицияға нигеҙ һала. Кем белә, бәлки, ул алҡаларҙың яңы хужибикәһе Сара Буранбаева ла, мәле еткәс уны кемгә бирәсәге хаҡында хәҙерҙән үк уйлап ҡуйғандыр…
Сәнғәткә аяҡ баҫҡан мәл
Әбйәлил һылыуы Сара. Ким Әхмәтйәнов, Рамаҙан Өмөтбаев, Рәмил Ҡолдәүләт кеүек күренекле шәхестәр донъяға тәү ауаз һалған Әлмөхәмәт ауылынан.
Әсәһенең йыр-моңға әүәҫлеген, нәфис һүҙгә оҫталығын, тапҡырлығын, ғүмер буйы етәксе вазифалар башҡарыусы атаһының тәрән аҡылын, талапсанлығын күңеленә һеңдереп үҫә буласаҡ актриса. Әммә һөнәренә бала саҡтан уҡ хыялланып түгел, ә осраҡлы рәүештә килә. Шулай ҙа Әлмөхәмәттә Сибай театры спектакль ҡуйып китһә, йәки телевизорҙан ниндәй ҙә булһа тетрәндергес фильм ҡараһа, фантазияға бирелә. Ләкин сәнғәт донъяһы уның өсөн буй етмәҫлек бейеклек төҫлө тойола. Заманында табип һөнәрен үҙләштерергә теләгән Сара үҙен театр өлкәһендә күрмәй. Хәҙер ул быны баҙнатһыҙлығы менән аңлата. “Ысынлап та, мәктәптә уҡыған саҡта һәм сәнғәт институтында белем алыуҙың тәүге йылдарында арала минән дә ҡыйыуһыҙыраҡ кеше булмағандыр. Әммә I курсты тамамлағандан һуң, һөнәри күрһәткестәрем буйынса иң һуңғылар рәтендә икәнлегемде аңлағас, миндә сәм уянды, булдыра алам, тип асырғанып тотондом. Холҡомдоң ошо һыҙаты актриса булараҡ үҫешергә ярҙам итте. II курсты инде “бишле”гә генә тамамланым”, – тип хәтерләй Сара сәнғәткә тәү аяҡ баҫҡан мәлен.
Юбилярға һоҡланмай тороп, уның ижад кисәһен алып барып булмай
Сара Буранбаева үҙен кино өлкәһендә һынап ҡарап, сәнғәттең был төрөндә лә уңыш ҡаҙанған актриса. Бынан тыш уны төрлө концерттарҙа, ижад кисәләрендә конферансье булараҡ та күрергә күнеккәнбеҙ. Йәштәр театрында эшләгән осоронда коллективтың художество етәксеһе Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғолов йәлеп итә йәш актрисаны был йүнәлешкә. Шул йылдарҙа уҡ улар Фирҙәт Ғәлиев менән берлектә хөкүмәт кимәлендәге концерттарҙы алып бара башлай. Бөгөн дә бик теләп, яратып башҡара Сара ул эште. Сәхнәлә һәр һүҙҙе йөрәге аша үткәреп, һәр һөйләмдең тәмен тойоп сығыш яһай. Бигерәк тә ижад кисәләрен алып барыу оҡшай уға. Юбилярҙың ижадын белмәй, уға ысын мәғәнәһендә һоҡланмай, әҫәрҙәренә күҙ һалмай, ниндәйҙер һығымталар яһамай тороп, сәхнәгә сығып баҫҡаны ла юҡ икән уның. Ә инде театрҙағы концерттарҙы, ҡулына сценарий тотторһалар ҙа, үҙенсә алып барырға күнеккән.
Һәр актриса әсә булырға тейеш
Ниһайәт, Сараның шәхси тормошо хаҡында ла һүҙ йөрөтөргә ваҡыт еткәндер. Бынан 18 йыл элек талантлы бейеүсе Филүс Ҡаҙаҡбаев менән тормош ҡороп, бөгөн дә татыу ғүмер кисерә улар. Ғаиләләрендә Рамаҙан атлы батыр ҙа, матур ҙа егет үҫә. Ул Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында беренсе класта уҡып йөрөй.
– Һәр актриса әсә булырға тейеш, – ти Сара. – Шунһыҙ ҡатын-ҡыҙҙың рухи булмышы асылмай. Хәҙер шуны аңланым – әсәлек тойғоһон, балаға ҡарата булған иң оло мөхәббәтте татып ҡарамаған актрисаға сәхнәлә ниндәйҙер юғары талаптар ҡуйыуҙан фәтүә лә юҡтыр ул. Үҙ йөрәгеңдән үткәрмәгән тойғоларҙы ышандырырлыҡ итеп сағылдырыуға өлгәшеү ауырҙыр. Кемдең нисектер, әммә үҙемә ҡарата шуларҙы әйтә алам: сабыйым донъяға килгәс, гүйә, офоғом киңәйҙе, тормош хаҡында тәрәнерәк уйҙарға бирелә, бейегерәк һәм алыҫыраҡ китеп фекерләй башланым. Күңелемдә улыма ҡарата яралған хис-тойғоларҙы сәхнәлә лә сағылдыра алам. Тормошто яңынан ҡайтарыу мөмкинлеге булһа, әлбиттә, бер генә бала менән сикләнмәҫ, өсәүҙе-дүртәүҙе табыр инем. Шуныһы бер аҙ үкендерә, әммә хәҙер һуң инде…
Сараның эшкә мөкиббән бирелеп, әсәлек бәхетен татыуҙы кисектерә килеүе ғаиләлә алған тәрбиәгә лә бәйлелер. Атаһы ҡасандыр: “Ҡыҙым, мотлаҡ рәүештә юғары белем ал, ләкин уҡып сыҡҡас шул һөнәрҙә кеше булмайынса ғаилә ҡорма”, – тип кәңәш итә уға. “Атай мәрхүм беҙҙең өсөн авторитет ине. Уның һүҙен һанламауҙы яҙыҡ тип иҫәпләнек. Студент саҡта хатта йөрөгән егеттәрем дә булманы. Һәм, ғөмүмән, ул хаҡта уйламаным да. Театрға килгәс, мин ике ҡуллап, атайым әйтмешләй, һайлаған һөнәремдә кеше булайым, ниндәйҙер баҫҡыстарға күтәреләйем, тип тырыштым. Аҙағыраҡ ғаилә ҡороп, йылдар үткәс кенә бала табырға тура килде инде. Һуңлап ҡына әсәй булғанғамы, барыһын да эске һиҙемләү тойғоһо буйынса башҡарҙым, бер ваҡытта ла бала ҡараусы алманым, сабыйымды оҙаҡ күкрәктән ташлатманым. Ике йәш ярымлыҡ булғансы имеҙҙем. Шулай кәрәк, тип таптым. Үрҙә әйтеп үтеүемсә, роль эшләгәндә ғаиләгә иғтибар кәмей, әлбиттә. Шулай ҙа ундай мәлдәрҙә лә үҙ бурыстарыма ҡул һелтәп ҡуймайым. Өйҙә ҡоймаҡ еҫе сыҡмай торһа, йорттоң йәме киткәндәй тойола башлай. Шуға ла ғәзиз кешеләремде күңел йылымды һалып әҙерләгән ризыҡтар менән генә һыйларға күнеккәнмен. Малайыма китаптар уҡырға, уның менән дәрес әҙерләргә лә ваҡыт табам. Ә ул мәктәптән ҡырҡ төрлө һорау менән ҡайта. Беренсе класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, ул ғашиҡ инде: тәүге көндә үк синыфындағы һылыу ғына бер ҡыҙға күҙе төшөүе хаҡында әйтте. Башта атаһы менән аптырап ҡалдыҡ, беҙ малайҙы уҡырға биргәйнек шикелле, тип шаяртып та алдыҡ, һуңынан, үҙебеҙҙең бала саҡты хәтергә төшөрөп көлөштөк тә, шулай булырға тейештер инде, тимәк, бөтәһе лә һәйбәт, тигән һығымтаға килдек”, – тип ҡыуана-ҡыуана уй-хистәре менән уртаҡлашты әсәй кеше.
Тап ошо мәлдә грим бүлмәһенә актрисаның тормош иптәше менән улы килеп инде. Ғаилә ағзалары теүәлләнеп, өйгә ҡайтыр мәл еткән булғандыр, күрәһең. Беҙ иһә сәғәттән ашыу һөйләшеп ташлағанбыҙ икән, шуға ла әңгәмәсемде башҡаса тотҡарларға иҫәбем юҡ ине. Күңелдә мең балҡышлы яҙмыш хужабикәһенең портреты ярала башлағайны инде…
Гөлшат Ҡаһарманова.
Читайте нас: