Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Барсынһылыу
3 Июнь 2020, 18:00

Баныу Ҡаһараманва: "Йәш саҡта бөтәһе лә сибәр, ә һин лайыҡлы ҡартайып ҡара"

Эстет булһам да, матурлыҡ – минең өсөн тәү сиратта изге күңел. Тышҡы йөҙ-ҡиәфәте камил булып та, күңеле бысраҡ, боҙоҡ икән, ундай әҙәмдәрҙән йыраҡ йөрөргә тырышам. Яҡты, яҡшы уйлы кешеләр иһә – матурлыҡ өлгөһө булараҡ – мине магнит кеүек үҙҙәренә тарта, әсир итә. Әле яңыраҡ бер оло йәштәге ябай ауыл ҡатыны менән әңгәмәләшеп ултырырға тура килде. Буялған оҙон тырнаҡлы бармаҡтарыма ҡарап, ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән пенсионер сирышып, тиреһе тартылып, ҡатып бөткән ҡулдарын ҡайҙа тығырға белмәй яфаланды – бер өҫтәл аҫтына йәшерҙе, бер ҡултыҡ аҫтына тығып маташты... Ә мин уға башкөлләй ғашиҡ булдым: аралашыуҙа ябайлығына, күңел байлығына, тәбиғи һөйкөмлөлөгөнә. Күҙҙәренән нур түгелеп кенә тора инде, Аллаҡайым! Һаубуллашҡанда ике ҡулымды уға һондом да, күңелемә тулған хис-тойғолар шауҡымынан кинәт эйелеп бармаҡтарынан үптем. Бер килке һүҙен дә әйтә алмай ҡатты ла апай, шунан иланы ла ебәрҙе: “Һыйыр имсәгенән, йыуғыстан башҡа нәмә күрмәгән сирыш ҡулдар бит...” Ә миңә ҡалһа, ул ҡатындың ҡулдары ла, үҙе лә иҫ киткес гүзәл ине. Сөнки уның күңеле шундай матур! Изге күңелле кешеләр бик күркәм олоғая, шуға иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Йәш саҡта бөтәһе лә сибәр, ә һин лайыҡлы ҡартайып ҡара...

Читайте нас: