Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Барсынһылыу
21 Июнь 2020, 23:55

Башҡорт ҡыҙы нисек кинолағыса тормошҡа барып эләккән? Дауамы

Яңы кимәл, яңы мөмкинлектәр... Шулай итеп Зәлифә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына администратор булып эшкә урынлаша. Уның өсөн бөтөнләй башҡаса тормош башлана. Яңы мөхит, яңы маҡсаттар, яңы кимәл, яңы танышлыҡтар. Төп эше – тамашасы йәлеп итеү, күпләп билеттар һатыуҙы ойоштороу. Баймаҡ ҡыҙы бында ла һынатмай. Үҙен талантлы ойоштороусы итеп таныта. Ҡыҙҙың етәкселәр менән тиҙ үк уртаҡ тел табып, тулы аншлаг менән төрлө өлкәләрҙә юғары кимәлдәге ҙур-ҙур гастролдәр ойоштора белеү һәләте барыһын да ла һоҡланыу һәм ихтирам тойғоһо уята. Яҡшы эшләгәс, арыу ғына премиялар ҙа ала. Әммә аҡсаһын үҙе өсөн тотонмай, ауылға отпускыға ҡайтып, атай-әсәһенең донъяһын бөтәйтә. Өйҙәре сағыштырмаса яңы булһа ла, иҙән-түбәләре, тәҙрәләре буяуһыҙ икән. Отпуск мәлендә йорттарын “ҡурсаҡ кеүек” итә Зәлифә. Ауылда хатта уны кейәүгә сығырға әҙерләнә икән, тип тә хәбәр тараталар. Халыҡ араһында ихтирам яуларға өлгөргән һәм шул уҡ ваҡытта бер урында оҙаҡ тапанырға яратмаған Зәлифә артабан телевидениела, Башҡорт халыҡ ижады үҙәгендә эшләй. Бында ла ең һыҙғанып, күңелен һалып хеҙмәт итә. Тик уны артыҡ әүҙемлектә ғәйепләп, күңелен ҡайтарыусылар ҙа, кабинетта ғына ултырып эшләтергә теләүселәр ҙә табыла. Үҙен ирекле ҡош һымаҡ тойоп өйрәнгән Зәлифәгә был ауыр бирелә. Һәм бер мәлде ул кемгәлер хеҙмәт итергә түгел, үҙенә эшләргә теләүен аңлай. “Башҡортостан Юлдаш” телевидениеһында, “Ҡурай” телеканалында эшләгән йылдарында туплаған тәжрибәһе продюсерлыҡ өлкәһендә үҙ эшен ойоштороп ебәреүгә этәргес бирә. Шулай итеп, Зәлифә продюсер, режиссер, концерттар ойоштороусы булараҡ та танылып китә. Бихисап йырҙарға клиптар төшөрә. Бик күп йырсыларға гастролдәр ойшторорға ярҙам итә, үҙен талантлы концерт режиссеры булараҡ та таныта. Күп эшләгәс, матди хәле лә яҡшыра. Бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа бер үҙе йәшәй, автомобиль, эш өсөн кәрәкле ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алыуға өлгәшә. Тик нимәлер етмәгән кеүек була Зәлифәгә. Эйе, эше яйлы бара, әммә шәхси тормошо юҡ тиерлек. Етмәһә, һуңғы арала уның эшмәкәрлегенә аяҡ салып маташыусылар ҙа табылып тора. Бер мәлде бик етди уйға ҡала Зәлифә: “Бына мин кем өсөндөр концерттар ойшторам тип ваҡытымды, һаулығымды сарыф итәм. Тик барыһы ла рәхмәтәле була беләм һуң?! Энергиямды сит кешеләр өсөн артыҡ тәләфләмәйемме? Бәлки, барыһына ла ҡул һелтәп, хәҙер үҙем өсөн йәшәргә ваҡыт еткәндер”, тигән уй йыш килә уның башына.

Яңы кимәл, яңы мөмкинлектәр...
Шулай итеп Зәлифә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына администратор булып эшкә урынлаша. Уның өсөн бөтөнләй башҡаса тормош башлана.
Яңы мөхит, яңы маҡсаттар, яңы кимәл, яңы танышлыҡтар. Төп эше – тамашасы йәлеп итеү, күпләп билеттар һатыуҙы ойоштороу. Баймаҡ ҡыҙы бында ла һынатмай. Үҙен талантлы ойоштороусы итеп таныта. Ҡыҙҙың етәкселәр менән тиҙ үк уртаҡ тел табып, тулы аншлаг менән төрлө өлкәләрҙә юғары кимәлдәге ҙур-ҙур гастролдәр ойоштора белеү һәләте барыһын да ла һоҡланыу һәм ихтирам тойғоһо уята. Яҡшы эшләгәс, арыу ғына премиялар ҙа ала. Әммә аҡсаһын үҙе өсөн тотонмай, ауылға отпускыға ҡайтып, атай-әсәһенең донъяһын бөтәйтә. Өйҙәре сағыштырмаса яңы булһа ла, иҙән-түбәләре, тәҙрәләре буяуһыҙ икән. Отпуск мәлендә йорттарын “ҡурсаҡ кеүек” итә Зәлифә. Ауылда хатта уны кейәүгә сығырға әҙерләнә икән, тип тә хәбәр тараталар. Халыҡ араһында ихтирам яуларға өлгөргән һәм шул уҡ ваҡытта бер урында оҙаҡ тапанырға яратмаған Зәлифә артабан телевидениела, Башҡорт халыҡ ижады үҙәгендә эшләй. Бында ла ең һыҙғанып, күңелен һалып хеҙмәт итә. Тик уны артыҡ әүҙемлектә ғәйепләп, күңелен ҡайтарыусылар ҙа, кабинетта ғына ултырып эшләтергә теләүселәр ҙә табыла. Үҙен ирекле ҡош һымаҡ тойоп өйрәнгән Зәлифәгә был ауыр бирелә. Һәм бер мәлде ул кемгәлер хеҙмәт итергә түгел, үҙенә эшләргә теләүен аңлай. “Башҡортостан Юлдаш” телевидениеһында, “Ҡурай” телеканалында эшләгән йылдарында туплаған тәжрибәһе продюсерлыҡ өлкәһендә үҙ эшен ойоштороп ебәреүгә этәргес бирә. Шулай итеп, Зәлифә продюсер, режиссер, концерттар ойоштороусы булараҡ та танылып китә. Бихисап йырҙарға клиптар төшөрә. Бик күп йырсыларға гастролдәр ойшторорға ярҙам итә, үҙен талантлы концерт режиссеры булараҡ та таныта. Күп эшләгәс, матди хәле лә яҡшыра. Бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа бер үҙе йәшәй, автомобиль, эш өсөн кәрәкле ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алыуға өлгәшә. Тик нимәлер етмәгән кеүек була Зәлифәгә. Эйе, эше яйлы бара, әммә шәхси тормошо юҡ тиерлек. Етмәһә, һуңғы арала уның эшмәкәрлегенә аяҡ салып маташыусылар ҙа табылып тора. Бер мәлде бик етди уйға ҡала Зәлифә: “Бына мин кем өсөндөр концерттар ойшторам тип ваҡытымды, һаулығымды сарыф итәм. Тик барыһы ла рәхмәтәле була беләм һуң?! Энергиямды сит кешеләр өсөн артыҡ тәләфләмәйемме? Бәлки, барыһына ла ҡул һелтәп, хәҙер үҙем өсөн йәшәргә ваҡыт еткәндер”, тигән уй йыш килә уның башына.
Читайте нас: